ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
8 Июль 2020, 19:30

85 тә лә ул - “тимер атта”

Ошо көндәрҙә районыбыҙҙың Почетлы гражданы, Ленин, Почет билдәһе ордендары кавалеры Тәлғәт Рәхмәтулла улы Көҫәпҡолов үҙенең 85 йәшлек юбилейын билдәләне. Күңел көрлөгөн, зиһен теүәллеген юғалтмаған ветеранды ҡотларға редакция хеҙмәткәрҙәре лә юлланды.Дәүләтҡол ауылында тыуып үҫкән бабай 40 йыл ғүмерен механизатор һөнәренә арнаған. Аслыҡ-яланғаслыҡҡа, ауыр хеҙмәткә, һуғыш йылдарындағы ауырлыҡҡа ла баш эймәгән ул. Хеҙмәт юлын башлағанда ул тәгәрмәсле тракторҙы “эйәрләй”. Башта - “Большевик”, 50-се йылдарҙа колхоздарҙы берләштергәс, “Ҡыҙыл партизан” исемен йөрөткән колхозда, 1957 йылда “Һуҡайлы” совхозы заманында эшләй ул. 1965 йылда хужалыҡ “Ашҡаҙар” исеме менән йөрөтөлә башлай.Тәлғәт бабай - күп һынауҙарҙы үҙ иңендә күтәргән көслө быуын вәкиле. Күп ваҡиғаларға шаһит геройыбыҙҙың барлар хәтирәләре бик күп.

Ошо көндәрҙә районыбыҙҙың Почетлы гражданы, Ленин, Почет билдәһе ордендары кавалеры Тәлғәт Рәхмәтулла улы Көҫәпҡолов үҙенең 85 йәшлек юбилейын билдәләне. Күңел көрлөгөн, зиһен теүәллеген юғалтмаған ветеранды ҡотларға редакция хеҙмәткәрҙәре лә юлланды.
Дәүләтҡол ауылында тыуып үҫкән бабай 40 йыл ғүмерен механизатор һөнәренә арнаған. Аслыҡ-яланғаслыҡҡа, ауыр хеҙмәткә, һуғыш йылдарындағы ауырлыҡҡа ла баш эймәгән ул. Хеҙмәт юлын башлағанда ул тәгәрмәсле тракторҙы “эйәрләй”. Башта - “Большевик”, 50-се йылдарҙа колхоздарҙы берләштергәс, “Ҡыҙыл партизан” исемен йөрөткән колхозда, 1957 йылда “Һуҡайлы” совхозы заманында эшләй ул. 1965 йылда хужалыҡ “Ашҡаҙар” исеме менән йөрөтөлә башлай.
Тәлғәт бабай - күп һынауҙарҙы үҙ иңендә күтәргән көслө быуын вәкиле. Күп ваҡиғаларға шаһит геройыбыҙҙың барлар хәтирәләре бик күп.
  • Атайымды бик насар хәтерләйем, Фин һуғышында була, оҙаҡ та тормай немец илбаҫарҙарына ҡаршы Бөйөк Ватан һуғышына китеп, шунда хәбәрһеҙ юғала. Бер туғандарым Басир, Зөлфиә йотлоҡ йылында үлгән. Мин дә саҡ тере ҡалғанмын. Ашарға юҡ, этҡолаҡ, тау йыуаһы, һарына, алабутаны сәйнәйһең дә йотоп ебәрәһең. Туңған, серегән картуфтың крахмалын йыя торғайныҡ.
  • Ун йәшемдә тағылмалы комбайнда ярҙамсы булып йөрөнөм. Оҙон тормош юлында бик күп ауырлыҡтар аша үтергә, ҡайғылар кисерергә лә тура килде. Яҡшы хәтирәләр ҙә етерлек. Мәскәүгә, Мысырға юллама менән бүләкләнеләр. Комбайнсы булып эшләгәндә, 34-се Башҡорт өлкә партия конференцияһына делегат итеп ебәрҙеләр, унда Мостай Кәрим менән осрашып аралашырға тура килде.
    1953 йылда март айында, Сталин үлгән йылда ошо ауыл һылыуы Люциә Әҙһәм ҡыҙы менән өйләнештек. 66 йыл бергә йәшәп ҡалдыҡ, былтыр баҡыйлыҡҡа күсте. Миңә ете бала бүләк итте, әле Әхтәм, Әнүр улым, Ғәйшә, Фәниә ҡыҙым - хаҡлы ялда, Әлфир Салауаттта эшләп йөрөй, Юлай улым Салауат ҡалаһында - адвокат, Гүзәл ҡыҙым - балалар дауаханаһында. Ҡайтып торалар, шөкөр. Ун ҡыуанысым - ейән-ейәнсәрем бар.
    Әле лә ҡош-ҡорт, һарыҡ тотам, бәләкәй трактор алдым, болондарға, кәрәк булһа Корнеевкаға, Сухаревкаға ултырып сығып китәм. Утынын да, балалар менән бергә бесәнен дә әҙерләйбеҙ. Тәүҙә ат алғайным. Уны ҡарауы ауырыраҡ, тауға алып барып тышарға кәрәк. Гәзит-журналдар уҡырға яратам.
    Үҙ ғүмеремдә дүрт өй һалдым, шөкөр. Күршелә Юлай улыма ҡарағайҙан күтәрҙек, шулай ҙа ғүмер кисергән өйөм күңелгә яҡын. Урындыҡ та бар әле. Балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем ҡайтып, бергәләшеп ҡунаҡ булырлыҡ байрамдар булып торһон.
    Читайте нас: