ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
8 Июль 2020, 13:04

Яҙмыштарҙан ул көслөрәк

Һеҙҙең иртәләр нисек башланалыр, минекеләр «Ҡотош.vk» төркөмөнөң матур яҙмаларынан башланып китә. «Хәйерле иртә! Көнөгөҙ матур үтһен!», «Сәйегеҙ тәмле булһын!» тигән һүҙҙәрҙе уҡығас, иртәңдең хәйерле, cәйеңдең эсеп туйғыһыҙ тәмле, көнөңдөң мотлаҡ уңышлы булырына ышаныс тыуа, уйҙар ҙа талғын бер ағыш алып, ыңғай көйләнә.Интернет селтәрендәге был төркөмгә барып ингәс тә, уның етәксеһе менән танышыу теләге тыуҙы. Азамат Юлмөхәмәтов атлы егет булып сыҡты ул.

Һеҙҙең иртәләр нисек башланалыр, минекеләр «Ҡотош.vk» төркөмөнөң матур яҙмаларынан башланып китә. «Хәйерле иртә! Көнөгөҙ матур үтһен!», «Сәйегеҙ тәмле булһын!» тигән һүҙҙәрҙе уҡығас, иртәңдең хәйерле, cәйеңдең эсеп туйғыһыҙ тәмле, көнөңдөң мотлаҡ уңышлы булырына ышаныс тыуа, уйҙар ҙа талғын бер ағыш алып, ыңғай көйләнә.
Интернет селтәрендәге был төркөмгә барып ингәс тә, уның етәксеһе менән танышыу теләге тыуҙы. Азамат Юлмөхәмәтов атлы егет булып сыҡты ул. Яҡташыбыҙ Ҡотош ауылында Әлфирә һәм Сәлим Юлмөхәмәтовтарҙың ғаиләһендә уртансы бала булып донъяға килә. Ауыл мәктәбендә уҡый. Уның бала сағы, үҫмер йылдары үҙ тиҫтерҙәренекенән әллә ни айырылмай. Әммә уйын-көлкөлө, ғәмһеҙ бала саҡ, көтмәгәндә яҙмыштың ауыр һынауына дусар була. Ябай ангина сире киҫкенләшеп, үҫмерҙең һаулығына зыян һала. Табиптан-табипҡа, дауахананан-дауаханаға йөрөгән ауыр йылдарын иҫкә алырға, улар хаҡта һөйләргә яратмай Азамат. Ул, ғөмүмән, зарланырға күнекмәгән, тормоштоң тик ыңғай яҡтарын ғына күреү яҡлы. Ихтыяр көсө, һынмаҫ рухы ла һоҡландыра. Уның менән әңгәмәләшеүҙең тәүге минуттарында уҡ, был егет, моғайын, китап, гәзит-журнал уҡыйҙыр, тигән уй тыуғайны. Ысынлап та шулай булып сыҡты. Азаматтың уҡымаған китабы ҡалмаған, тиһәң, һис тә арттырыу булмаҫ. «Оҙайлы ваҡыт дауаханаларҙа ятҡанда күп уҡырға тура килде миңә», - ти ул. Интернет барлыҡҡа килгәс, китаптар артҡараҡ күсә. Үҙ ауылының төркөмөн алып барыуҙы ла Азамат үҙ өҫтөнә ала. Үҙе гел изге уйлы, асыҡ күңелле, тормошто яратҡан кеше булғанғалыр, төркөм сәхифәһенән дә айырым бер йылылыҡ бөркөлөп торғандай. Уны күпселек тәбиғәт, ауыл күренеше һүрәтләнгән фотолар биҙәй. «Сит тарафтарҙа йәшәгән ауылдаштарҙан йыш ҡына рәхмәт һүҙҙәре ишетәм», - ти Азамат үҙе. Тыуған яҡтарына һирәк ҡайтҡандар үҙ төйәген фотоһүрәттәр аша күрә, ундағы үҙгәрештәр, яңылыҡтар менән таныша ала. Был эштең, ысынлап та, изге икәнен күптәр аңлап торалыр. Башҡаларға шатлыҡ, ҡыуаныс бүләк итеп йәшәүҙән дә олораҡ бәхет бармы икән донъяла? Кешеләргә күңел йылыһын ихлас өләшеүҙән кинәнес таба замандашым.
Әңгәмә барышында мин Азаматты төрлө яҡлап астым, уның тормошҡа ҡарашына һоҡландым. Ауыр һынауға дусар булып та, үҙ-үҙенә йомолмаған, яҙмышына үпкә һаҡламаған егет. Уны сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән тип түгел, бары тик өҫтәмә мөмкинлектәр талап иткән кеше тип атар инем. Тимер атты ла йүгәнләп өлгөргән ул. «Баштараҡ кәрәк ергә дуҫтар, яҡындар алып бара ине, үҙ аллы булыр өсөн руль артына ултырҙым», - ти Азамат.
Әүҙем тормош менән йәшәргә күнеккән яҡташыбыҙ тәбиғәт ярата, тирә-яҡты таҙа тотоу яҡлы. Шуға ла йыл һайын ауыл кешеләре менән бергәләп үҙ биләмәләрен йыйыштырыуҙы ойошторалар.
Инвалид коляскаһы ярҙамында хәрәкәт иткән кешегә бик күп ҡаршылыҡтарға, уңайһыҙлыҡтарға ла осрарға тура килә, сөнки бөтә ерҙә лә улар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырып ҡуйылмаған. Шул сәбәпле, ҡыйыулығын эшкә егеп, үҙ хоҡуҡтарын яҡлау өсөн байтаҡ ишектәрҙе шаҡырға тура килә егеткә, әммә ул зарланып, кемгәлер ғәйеп ташлап ултырмай, бары тик алға табан ҡарап йәшәргә күнеккән.
Йәшерен-батырыны юҡ, беҙҙең йәмғиәттә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә башҡасараҡ ҡараш йәшәп килә. Уларҙы ҡабул итмәгән, теләктәре менән иҫәпләшмәгәндәр ҙә йыш осрай. Азаматҡа иһә барыһы ла ылығып, уны яратып тора. «Мин кешеләрҙән бары тик яҡшы мөнәсәбәт кенә тоям, урамдамы, башҡа урында булһынмы, ихлас ярҙам итергә әҙер торғандар күп», - ти егет. Был, үҙ сиратында, уның асыҡ күңелле, әйләнә-тирәһендәгеләргә яҡшы ҡарашта булыуынан киләлер. Әҙәм балаһының донъяға, кешеләргә биргән изгелеге уның үҙенә әйләнеп ҡайтыуы бер кемгә лә сер түгел бит.
Читайте нас: