ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
17 Июль 2020, 17:59

Яратҡан эш - үҙе бәхет

Ул мине үҙенең алсаҡлығы менән арбаны. Китапхана тип аталған серле донъяға барып инеү менән, ихлас әйҙүкләп ҡаршы алған Һарыш ауылы китапханасыһы Әлиә Ғәлләмованың күңел йылыһына сорналдым. Була бит шундай кешеләр, улар менән беренсе күрешеүҙә үк һүҙгә һүҙ ялғанып, күптәнге таныштар кеүек аралашаһың да китәһең. Әлиә Ғиниәтулла ҡыҙы менән дә шулай булды.

Ул мине үҙенең алсаҡлығы менән арбаны. Китапхана тип аталған серле донъяға барып инеү менән, ихлас әйҙүкләп ҡаршы алған Һарыш ауылы китапханасыһы Әлиә Ғәлләмованың күңел йылыһына сорналдым. Була бит шундай кешеләр, улар менән беренсе күрешеүҙә үк һүҙгә һүҙ ялғанып, күптәнге таныштар кеүек аралашаһың да китәһең. Әлиә Ғиниәтулла ҡыҙы менән дә шулай булды.
Ул мине китап кәштәләре теҙелгән зал буйлап алып китә. Әллә ни ҙур булмаған ябай ауыл китапханаһының фонды 11 мең дана тәшкил итә. Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева кеүек күренекле шәхестәрҙең әҫәрҙәренән башҡа, һуңғы арала киң танылыу тапҡан, ҡулдан-ҡулға, телдән-телгә күскән «Зөләйха күҙҙәрен аса», халыҡ яратып уҡыған Зифа Ҡадированың романдары күҙгә салына.
Әлиә һәр китап, һәр әҫәр хаҡында сәғәттәр буйына һөйләй ала. Уның үҙ эшен яратып башҡарғаны әллә ҡайҙан күренеп тора.
Нурия һәм Ғиниәтулла Ҡужәхмәтовтарҙың татыу ғаиләһендә тыуған ҡыҙ башланғыс мәктәпте Иштуғанда тамамлай. Нөгөш һыуһаҡлағысы төҙөлә башлағас, улар Антоновка ауылына күсә. Унынсы кластан һуң, Әлиә китапханасылар әҙерләгән техникумға уҡырға инә. Студент йылдарында Һарыш егете Урал менән тормош ҡоралар. Улдары тыуғас, уҡыуын ситтән тороп тамамлай йәш әсә. 2009 йылда ауыл китапханаһында эш башлай.
- Бәләкәй саҡтан уҡ китап «ене» ҡағылғайны миңә. Ауыл ерендә көндөҙ эш күп булғанлыҡтан, кистәрен, лампа яҡтыһында юрған аҫтында уҡып ятҡаным хәтерҙә, - ти көлөмһөрәп яҙмышын изге эш менән бәйләгән яҡташым.
Әсәһе Нурия апай заманында почта мөдире булып эшләй, гәзит-журналға һөйөү унан да киләлер, матбуғат баҫмаларын ғүмер буйы күпләп алдыра ғаилә. Нәфис әҙәбиәткә ылығыуында беренсе уҡытыусыһы Рәйлә Фаридонованың да өлөшө барлығын телгә ала Әлиә.
Үҙ эше хаҡында яратып һөйләгән, бар булмышы балҡып торған гүзәл ханым - ире Уралға һөйөклө ҡатын, Рифат менән Юлиәгә яғымлы әсәй. Улдары - юғары белемле белгес. Нефть университетын тамамлағас, ғаиләһе менән Салауат ҡалаһында төпләнгән. Юлиә - Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенты.
Әлиә менән Урал Ғәлләмовтар мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап донъя көтә. Ғаилә башлығы сит тарафта вахта ысулы менән эшләй. Хужабикә иһә төп эшенән тыш, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, бер саранан да ситтә ҡалмай. «Егәрленең ҡулы етәү” тигән һүҙҙәр тап уның кеүектәр хаҡында әйтелгәндер.
- Китапты күбеһенсә оло, урта йәштәгеләр ала, йәш быуын әллә ни уҡып бармай, - ти ул. - Йәштәр кәрәкле әҫәрҙәрен йышыраҡ интернет селтәрендә таба.
Шулай булһа ла, балаларҙа китапҡа, ваҡытлы матбуғатҡа һөйөү тәрбиәләүҙе маҡсат итеп алған китапханасы.
Күңеле матур, йөҙөнән йылмайыу китмәгән Әлиә Ғиниәтулла ҡыҙының. Эске донъяһы бай, һоҡландырғыс. Тап шул сифаттар биҙәй, тағы ла күркәмерәк итә уны. Йөрәккә ләззәт, йәнгә ял биргән, китапхана тип аталған серле донъя хужабикәһе тап уның кеүек булырға тейештер ҙә.
Читайте нас: