ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
30 Июль 2020, 11:33

Балсы ҡулынан бал тамыр

Тауар ҡәҙерен сауҙагәр белер, тигәндәй, тамсылап йыйылған балдың ҡәҙерен дә ҡортсонан да яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр. Түҙемлек, тырышлыҡ талап иткән был шөғөлдөң үҙ ауырлығы, нескәлеге бар.Ҡайһы берәүҙәр был кәсепкә башҡаларҙан күреп, заман шауҡымына эйәреп тотонһа, Салауат ЯМАНАЕВтың нәҙекәйбилдәр менән ҡыҙыҡһыныуы бала саҡтан башлана.

Ҡортсолоҡ - халҡыбыҙҙың боронғо кәсебе. Татлы ризыҡтың файҙаһы хаҡында белмәгән кеше һирәктер. Ул байтаҡ сирҙәрҙән дә дауа булып тора, ауыл хужалығында иһә иген культураларын да нәҙекәйбилдәр һеркәләндерә.
Тауар ҡәҙерен сауҙагәр белер, тигәндәй, тамсылап йыйылған балдың ҡәҙерен дә ҡортсонан да яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр. Түҙемлек, тырышлыҡ талап иткән был шөғөлдөң үҙ ауырлығы, нескәлеге бар.
Ҡайһы берәүҙәр был кәсепкә башҡаларҙан күреп, заман шауҡымына эйәреп тотонһа, Салауат Яманаевтың нәҙекәйбилдәр менән ҡыҙыҡһыныуы бала саҡтан башлана.
Тәүҙә ул күршеһенә ҡорттар ҡарарға ярҙамлаша. Был мәшәҡәтле шөғөл оҡшап ҡала уға.
Егерме йыл самаһы элек гәзиттә ниндәйҙер колхоздың бер баш ҡорттан 80-100 килограмм бал алыуы тураһында уҡый һәм ошондай табыш алып ҡарау теләге тыуа. Кәсебен бер нисә умартанан башлап киткән Салауат улар һанын яйлап арттыра бара. Күңеле һайлаған шөғөлөндә уға ғаиләһе ҙур терәк булып тора.
Даими һатып алыусылары ла бар ҡортсоноң. Уларҙың иһә һәр ҡайһыһының үҙ талаптары. Кемгәлер мотлаҡ йүкә балы йә ҡарабойҙай сәскәһенән генә йыйылғаны кәрәк, ҡайһылары ҡатнаш балға өҫтөнлөк бирә. Шуға күрә умарталарын ялан-баҫыуҙарға алып сыға, нәҙекәйбилдәрен төрлө урындарға күсереп йөрөтөп, бал йыйҙыра.
Бал ҡортоноң балы бар, балға тиклем наҙы бар, тип юҡҡа әйтмәйҙер халыҡ, уларҙы ҡарау ҙа еңелдән түгел. Күстәрҙе тәрбиәләү, уларҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләү, сирҙәрен дауалау кеүек мәшәҡәттәре лә етерлек. Умартасының табышы туранан-тура һауа шарттарына бәйле. Игенсе өсөн елдең ваҡытында иҫеп, ямғырҙың ваҡытында яуыуы мөһим булған кеүек, ҡортсо өсөн дә йылдың нисек килеүе мөһим.
Татлы ризыҡтан мул табыш алыу өсөн һау, көслө күстәр булыуы мотлаҡ. Уларҙы тәрбиәләү иһә байтаҡ ваҡыт, иғтибар талап итә.
Яҡшы сифатлы балды һайлай белеү мөһим. Яңы айыртылған бал ҡуйы, хуш еҫле һәм саҡ ҡына әскелт булырға тейеш. Былар уның тамам өлгөргәнлеге хаҡында һөйләй, - ти умартасы. - Республикала тәбиғәт шарттары төрлө ерҙә төрлөсә, шуға ла балдың тәме, сифаты уның ҡайҙа йыйылғанына ла ҡарай.
Салауат киләсәктә ҡорт күстәрен ишәйтеп, умартасылыҡ кәсебен киңәйтергә уйлай. Уның иң ҙур хыялы иһә солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеү.
Бер күрәҙәсе: «Бал ҡорто бөтһә, кешелек тә бөтә», - тигән һүҙҙәр әйтеп ҡалдырған. Салауат кеүек тырыш егеттәр барҙа, ҡорттар ҙа бөтмәҫ, кешелек тә йәшәр әле.
Читайте нас: