ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
7 Август 2020, 12:36

Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре

Фәим Ғайсин тормошонда үҙ йүнәлешен тапҡан. Ҡурайҙа уйнай, каратэнан көрән поясҡа лайыҡ булған, кикбоксинг буйынса спорт мастерына кандидат.

Тормошта һәр кешенең үҙ тәғәйенләнеше бар, тиҙәр. Берәүҙәр тәмле икмәк бешерә, икенселәр кеше ҡоткара, ә кемдер ғүмерен бейеүгә арнай. Уларҙың барыһын да нимә берләштерә, тиһәгеҙ, яуап әҙер: ундайҙар өсөн һөнәр - тотош кинәнес. Мәҡәләбеҙ геройы Фәим Ғайсин да тормошонда үҙ йүнәлешен тапҡан. Баҡтиһәң, ул бер һөнәр менән генә сикләнмәй. Ҡурайҙа уйнай, каратэнан көрән поясҡа лайыҡ булған, кикбоксинг буйынса спорт мастерына кандидат.
Фәим ижади ғаиләлә үҫә. Колхозда механизатор булып эшләгән атаһы Салауат ағай буш ваҡытында гармунда уйнарға ярата. Ә әсәһе Рәсимә башланғыс кластарҙы уҡытыуҙан тыш шиғырҙар, хикәйәләр яҙа. Улар балаларында ла йыр-моңға, спортҡа һөйөү, шулай уҡ уңышҡа ирешеү өсөн маҡсатлылыҡ, ныҡышмалылыҡ тәрбиәләй.
Тормошонда геройыбыҙ төрлө уҡыу йорттарында белем алып өлгөрә. Иң башта тыуған ауылы Апаста өс класс тамамлай. Артабан уҡыуы Аптраҡ ауылында дауам итә. Тап шунда ул спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Йүгереүҙә, турникта күтәрелеүҙә беренселәр араһында була.
Туғыҙынсы класты тамамлағас, Фәим ағай Мәләүез ҡалаһының 42-се һөнәрселек лицейында белем ала. Уҡыуҙан тыш, ул каратэ һәм ҡурайға бик күп ваҡыт бүлә. Ғүмерен спорт менән бәйләргә теләп, Күмертау педагогия училищеһының физкультура бүлегенә уҡырға инә. Бында каратэнан башҡа кикбоксингыны ла үҙ итә.
Хеҙмәт карьераһын Фәим Салауат улы Иштуған ауылында башлай. Ике йыл физкультура уҡытыусыһы булып эшләй һәм ҡурай түңәрәген алып бара. Балаларҙы уҡытыуҙа, үҫмер быуын менән тәжрибәһе, белеме менән бүлешеүҙә үҙ бәхетен таба ағайыбыҙ.
Камиллашыуға ынтылышы Салауат музыкаль колледжының ҡурай класын алып килә. Уны тамамлағас, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында ситтән тороп уҡый.
Фәим Ғайсин - юғары категориялы уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының физик культура һәм спорт буйынса иң яҡшы хеҙмәткәре.
Әле Б. М. Ғайсин исемендәге балалар музыка мәктәбендә уҡыта. Ҡурайсы, каратист һәм кикбокс тренеры, “Дуҫлыҡ” ҡурайсылар ансамбле һәм “Самурай” каратистар клубы етәксеһе. Ҡурайҙа уйнарға 15 бала йөрөй. Ә каратэны хатта 4 төркөмгә бүлергә тура килә, сөнки шөғөлләнергә теләгәндәр бик күп. Уҡыусылар араһында ҡыҙҙар ҙа, егеттәр ҙә, балалар баҡсаһына йөрөгәндәр ҙә бар.
“Үткән йыл уҡыусыларымдың ата-әсәләре ярҙамында күнегеүҙәр өсөн махсус мат һатып алдыҡ. Йәй көнө шуларҙы ергә түшәйбеҙ ҙә, саф һауала рәхәтләнеп әҙерләнәбеҙ”, - тип шатлана Фәим ағай.
Бар күңелен биреп, балаларҙы ла үҙ һөнәрҙәренә өйрәтә ул. Йәш музыканттар еңеүҙәре менән ҡыуандыра: ҡурайсылары Салауат ҡалаһындағы “Ҡышҡы хыялдар”, Октябрьский ҡалаһындағы Ғата Сөләймәнов исемендәге, Ишмулла Дилмөхәмәтов призына республика халыҡ инструменнтары һәм башҡа конкурстарҙа призлы урындарға лайыҡ булды. Ә спортсылары араһында каратэ буйынса республиканан беренсе Рәсәй чемпионы, спорт мастерына өс кандидат бар.
Әлеге ваҡытта Фәим Салауат улы Талбазы ауылында йәшәй. Ҡатыны Айгөл менән ун йәшлек Батырхан һәм ике йәшлек Нәркәс исемле ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Балаларына сабый саҡтан уҡ үрнәк булып тора.
Берәй һөнәр менән шөғөлләнгәндә өлгәшкән уңышыңда теләгең, тырышлығың менән бергә уҡытыусыңдың да өлөшө ҙур. Фәим ағай кеүек үҙ һөнәрен, уҡыусыларын яратҡан уҡытыусының тәрбиәләнеүселәре тормошта бәхетле һәм ысын кеше булыуҙарында шик юҡ.
Алмаз БУРАҠАНОВ.
Фотолар архивтан.
Читайте нас: