ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
2 Сентябрь 2020, 13:29

Бер яҙмышты уртаҡ иткәндәр

Бер-береһен ярты һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап йәшәгән матур парҙар була. Ғүмер көҙөнәсә йәшлек хистәрен сайпылдырмай, тормош юлын лайыҡлы үткән, үҫтергән балаларының ҡәҙер-хөрмәтен, иғтибарын тойоп йәшәгән Һыртлан ауылының шундай өлгөлө пары - Фирҙәүес һәм Вәлитдин Сәйфетдиновтар.

Бер-береһен ярты һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап йәшәгән матур парҙар була. Ғүмер көҙөнәсә йәшлек хистәрен сайпылдырмай, тормош юлын лайыҡлы үткән, үҫтергән балаларының ҡәҙер-хөрмәтен, иғтибарын тойоп йәшәгән Һыртлан ауылының шундай өлгөлө пары - Фирҙәүес һәм Вәлитдин Сәйфетдиновтар.
Йәш барған, олоғайған һайын әҙәм балаһы йышыраҡ үткән тормошона әйләнеп ҡайтыусан. Әңгәмә барышында инәй менән бабайҙың хәтирәләрен бер сылбырға теҙеп, ҡабат-ҡабат уларҙың үткәндәренә әйләнеп ҡайтабыҙ.
Вәлитдин Шәмсетдин улы сығышы менән Һыртлан ауылынан. Күп балалы ғаиләлә тыуған. Ауыл еренә хас бер эштән дә ҡурҡып тормаған ул, колхоз ҡушҡандың һәр ҡайһыһын лайыҡлы башҡарған.
Фирҙәүес инәй Түбәнге Бикҡужа ауылыныҡы. Эшкә уңған булып үҫә ҡыҙ, тырышып колхозда эшләй, фермала һыйыр һауа.
Йәштәр 1958 йылда өйләнешеп ғаилә ҡора, балалар үҫтерә. Бөгөн уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ аллы донъя көтә.
Сәйфетдиновтар ғүмер буйы күмәк мал, ҡош-ҡорт аҫрап йәшәй, үҙ көстәре менән ҙур йорт һалып инә.
63 йыл иңгә-иң терәшеп, бер яҙмышты уртаҡлап ғүмер кисергән Сәйфетдиновтарҙан ғаилә тормошоноң нескәлектәре хаҡында һорашам.
  • Бер-береңә ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы һәм сабыр булырға кәрәк,- ти улар. Килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡтарҙы ҙурға ебәрмәй, ваҡытында үткәреп ебәреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.
  • Йәр итеп Вәлитдинде һайлағаныма бер ҡасан да үкенгәнем булманы, - ти Фирҙәүес инәй. Әле лә ул хәләленән бик риза, уның хәстәрен тойоп йәшәй.
  • Оло йәштә булһалар ҙа, ҡул ҡаушырып ултырырға өйрәнмәгәндәр. Мал тоталар, ишек алды тултырып ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр. 83 йәшкә етеүенә ҡарамаҫтан, әле булһа ат тота Вәлитдин бабай.
    • Ғүмер тигәнең күҙ асып йомған кеүек тиҙ генә үтте лә китте,- тип хәтер йомғағын һүтә инәй. - Донъялыҡта саҡта саҡырған ергә барып, кешеләр менән аралашып, татыу йәшәргә кәрәк. Беҙ күпселек юҡлыҡ заманда йәшәнек, бөгөн иһә бөтәһе лә етерлек. Барҙың ҡәҙере генә булһын.
    • Үҙҙәрен ярҙамынан ҡалдырмаған балаларына сикһеҙ рәхмәтле Сәйфетдиновтар.
      Әҙәм балаһына олоғайған көнөндә артыҡ әллә ни кәрәк түгел шул: бары тик яратһындар, хәстәрләһендәр ҙә, барлығыңа һөйөнөп торһондар.
      Читайте нас: