ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
8 Сентябрь 2020, 14:08

Яратҡан эш- күңел торошо ул

Сентябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләп үтте. «Мәләүезгаз» ойошмаһында бөтәһе 200-ҙән ашыу кеше эшләй. Халыҡҡа газ үткәреү менән бәйле барлыҡ хеҙмәттәр күрһәтелә.

Сентябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләп үтте. «Мәләүезгаз» ойошмаһында бөтәһе 200-ҙән ашыу кеше эшләй. Халыҡҡа газ үткәреү менән бәйле барлыҡ хеҙмәттәр күрһәтелә.
Ойошма начальнигының производство-техник хеҙмәтләндереү буйынса урынбаҫары Рәйлә Мортазина был өлкәлә 1984 йылдан алып эшләй. Хеҙмәт юлын слесарҙан башлап киткән ханым әлеге вазифаһына күтәрелгәнсе байтаҡ тәжрибә туплап өлгөрә.
Ул эшкә килгән йылдарҙа районға газ үткәреү йылдам бара, саҡрымдарға һуҙылған селтәрҙәрҙе хеҙмәтләндереү байтаҡ көс һәм тырышлыҡ талап итә. Ул йылдарҙа был тармаҡ буйынса эшләгән йәш хеҙмәткәрҙәргә ҡытлыҡ була, белемле, тырыш ҡыҙ үҙен эш оҫтаһы итеп таныта. Тәүге газ селтәре төҙөү, йорттарға зәңгәр яғыулыҡ биреү, шуның менән бергә уларға шатлыҡ өләшеү, рәхмәт һүҙҙәре ишетеү... Ул саҡтарҙы айырым бер йылылыҡ менән иҫкә ала бар ғүмерен яратҡан эшенә бағышлаған Рәйлә Лотфулла ҡыҙы. Күпселек ир-егеттәр эшләгән өлкәлә ҡатын-ҡыҙ булып ҡалыу, гүзәл затҡа ғына хас сифаттар һаҡлау ҙа мөһим. «Ҡул аҫтында эшләгәндәрҙең ҡайһыһына кешесә мөнәсәбәт күрһәтеү, уларҙы ишетеү һәм аңлау мөһим»,- ти Рәйлә Мортазина.
Уның тырышлығы менән райондың байтаҡ ауылдарына газ селтәре һуҙылған, халыҡҡа йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Яуаплы хеҙмәте Рәсәй кимәлендәге Маҡтау грамотаһы менән билдәләнгән.
Бөгөн хеҙмәт ветераны хаҡлы ялға китергә йыйына. «Йәштәргә лә урын бирергә кәрәк, улар ҙа был өлкәлә үҙ эшенең оҫтаһы булырға, тәжрибә тупларға тейеш»,- ти Рәйлә Лотфулла ҡыҙы. Бер үкенесһеҙ, тыныс күңел менән тормош китабының өр-яңы битен асырға йыйына. Һайлаған һөнәрендә бәхетле, кешеләр өсөн изгелек эшләгәндәрҙең күңелендә үкенес булмай тойғоһо булмайҙыр ул.
Читайте нас: