Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
18 Сентябрь 2020, 14:16

Сабырлығы менән көслө ул

Был яҙманы мин башҡасараҡ күҙ алдына килтергән инем. Ҡотош ауылында йәшәгән Хәлиҙә Хужәхмәтованы 36 йыл хеҙмәт стажы булған абруйлы уҡытыусы, гөрләтеп донъя көткән, гөл-сәскәләр үҫтерергә яратҡан уңған хужабикә булараҡ күрһәтергә теләнем. Һуңғы минутта иһә кире уйланым...

Был яҙманы мин башҡасараҡ күҙ алдына килтергән инем. Ҡотош ауылында йәшәгән Хәлиҙә Хужәхмәтованы 36 йыл хеҙмәт стажы булған абруйлы уҡытыусы, гөрләтеп донъя көткән, гөл-сәскәләр үҫтерергә яратҡан уңған хужабикә булараҡ күрһәтергә теләнем. Һуңғы минутта иһә кире уйланым. Мәңгелек ҡиммәттәр, яҙмыш, тәҡдир тигән төшөнсәләр бар бит әле тормошта. Хәлиҙә Зәки ҡыҙы менән аралашҡандан һуң әҙәм балаһын эсәр һыу, ейер ризыҡ йөрөтә, тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә тағы бер тапҡыр инанып ҡуйҙым. Шулай булмаһа, йүнәлтмә менән сит тарафҡа эшкә килеп, уның шарты буйынса өс йылын тултырып, ҡайтып китергә йыйынғас, буласаҡ ире менән танышып, яҙмышын бәйләр ҙә, тәҡдиренә яҙғанын күрер инеме ни?
Мәҡәләм геройы менән һөйләшкәндә һүҙ күберәк шул хаҡта барҙы.
Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында Гөлбаныу һәм Зәки Ишмөхәмәтовтарҙың һигеҙ балалы ғаиләһендә дүртенсеһе булып донъяға килә ул. Кескәй сағынан ауыр эшкә өйрәнеп, нығынып үҫә. Мәктәптән һуң Белорет педагогия училищеһында уҡый. Уны тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Мәләүезгә эшкә ебәрелә. Бында буласаҡ ирен - Юнысты осрата. Йәштәр өйләнешеп, ең һыҙғанып донъя көтә башлай. Тормоштарына йәм өҫтәп, ике ҡыҙҙары донъяға килә. Ҙур итеп йорт һалырға тотоналар. Хәлиҙә Зәки ҡыҙы уҡыуын ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтында дауам итә.
Һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, ауыр ҡайғы килә - ни бары 35 йәшендә ғаилә башлығы фажиғәле вафат була. Ике йәш бала менән яңғыҙ ҡалыуҙың ни икәнен үҙ башына төшкәндәр генә аңлайҙыр. Хәлиҙә Зәки ҡыҙы ла, ул көндәрен «әллә йәшәнем, әллә юҡ», тип иҫкә ала. Ауыр саҡтарында янында ҡәйнәһе, үҙенең һәм иренең туғандары була.
Үҙ көсөнә таянып, артабан йәшәп китер өсөн байтаҡ ваҡыт талап ителә. Ҡәйнәһе менән 18 йыл бергә йәшәй Хәлиҙә апай. Иренең вафатынан һуң да 8 йыл ғүмерҙе бергә кисерә улар.
«Аҡыллы, ғәҙел, кәрәк саҡта уҫал да була белде ул. Диндәге кеше ине»,- тип, бары тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә ала ҡәйнәһен. Ҡайнаға, ҡәйнештәренә, килендәштәренә лә рәхмәтле.
Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы бар, береһе һүнһә, икенсеһе тоҡана, тигән һүҙҙәр юҡҡа ғына әйтелмәгән. Донъяның бар ауырлығын яңғыҙ тартҡанында, нисә сырағы һүнеп, нисәһе тоҡанғанын ул үҙе генә белә торғандыр. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, гел алға бара, ире менән төҙөгән йорттоң нигеҙенә йәм, ҡот биреп, гөрләтеп донъя көтә. Ике ҡыҙын үҫтереп, уларға белем бирә, оло тормош юлына сығара. Ғәлиә Салауат педагогия колледжын, аҙаҡ Башҡорт дәүләт педагогия университетының сит телдәр факультетын тамамлай. Бөгөн ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Наилә һөнәре буйынса инженер-элемтәсе, ике юғары белемгә эйә. Ул да тормошта.
Хәлиҙә Зәки ҡыҙы матурлыҡҡа ғашиҡ кеше. Ул сәскәләр үҫтерергә ярата, ҡул эштәренә маһир, йыр-моңға битараф түгел, һыҙҙырып гармунда уйнай. Тимер атты йүгәнләүгә лә өлгәшкән ул, руль артына ултырғанына байтаҡ ваҡыт үтеп киткән.
Хәлиҙә Зәки ҡыҙының алсаҡлығынан, ихласлығынан күңелем йылынып, уның менән аралашыуҙан үҙем өсөн байтаҡ фәһем алып, юлға сыҡтым. Уйҙарым менән ҡабат-ҡабат уның үткән тормошон байҡаным. Янған һарайға инер, юртып барған айғырҙы туҡтатыр ҡатындар барлығын беләм, әммә мәҡәләм героиняһы миңә сабырлығы, түҙемлеге менән алдырған, өҙөлгән ерҙән ҡабат ялғанып киткән, һынмаған, һығылмаған гүзәл зат булараҡ асылды.
Читайте нас: