ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
1 Октябрь 2020, 18:38

Парлы ғүмер - оло бәхет

-Беҙ йәрҙе ситтән эҙләмәнек инде,- тип йылмая алсаҡ Нурия апай. Айырым бер ихласлыҡ менән әйтелгән был һүҙҙәрҙән уның үҙ тормошо менән риза икәнлеген аңларға була...

Билдәле психолог Михаил Лабковский бер-береһенә тура килеп торған бәхетле парҙар тураһында: «Улар беренсе кластан бер парта артында ултырып уҡый, бер урамда уйнап-үҫә, өйләнешә һәм ғүмерҙәренең аҙаҡҡы көнөнә тиклем парлы булып йәшәү хаҡында хыяллана»,-тип яҙа.
Үрге Юлдаш ауылында йәшәгән Нурия һәм Айҙар Байсуриндарҙың ауылдаштар, класташтар икәнен белгәс тә, ошо һүҙҙәрҙе иҫемә төшөрҙөм.
-Беҙ йәрҙе ситтән эҙләмәнек инде,- тип йылмая алсаҡ Нурия апай. Айырым бер ихласлыҡ менән әйтелгән был һүҙҙәрҙән уның үҙ тормошо менән риза икәнлеген аңларға була. 1981 йылда өйләнешкән пар бына 39 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп, бер һуҡмаҡтан атлай. Уларҙың егерме йыл ғүмере Салауат ҡалаһында үтә. Ғаилә башлығы автобазала, хужабикә мебель етештереүсе фабрикала инженер-технолог булып эшләй. Заманалар үҙгәреп, фабрика ябылғас, 2000 йылда Байсуриндар Үрге Юлдашҡа ҡайтып төпләнә. Ҡайтыу менән ауыл тормошона башкөллө сума улар: кәртә тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр. Уларҙың ҙур йорто, етеш донъяһы хужаларының уңғанлығы, бөтмөрлөгө хаҡында һөйләй.
Ауыл еренең бөтмәҫ мәшәҡәте араһында йәмәғәт тормошонда, районда үҙған төрлө сараларҙа ҡатнашырға ла ваҡыт таба ғаилә. Нурия Әхмәтша ҡыҙы үҙ нәҫеле тураһында иҫтәлектәр тупланған китабын сығара, шәжәрәһен төҙөй. Аңлаған кешегә был эш артында күпме сабырлыҡ, егәрлелек ятыуын самалау ауыр түгел.
«Китапханала эшләгән осорҙа тыуҙы китап баҫтырыу уйы»,- ти Нурия апай, ең һыҙғанып ниәтен тормошҡа ашырырға тотонған йылдарын хәтерләп. «Башланған эш-бөткән эш», тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр, киләсәк быуындарға аманат итеп тапшырырлыҡ изге эшен еренә еткереп башҡарып сығыуға өлгәшә ул. Байтаҡ сығымдарын күтәрешергә ярҙам иткән туғандарына сикһеҙ рәхмәтен еткерә.
Йорт хужаһы Айҙар Миңлебай улы- ат «ене» ҡағылған кеше. Уның юртаҡтары йыл һайын һабантуйҙарҙа ҡатнаша. Ике йыл рәттән республикала уҙған «Терра Башҡортостан» конкурсында алдынғы урындар яулауға өлгәшкән. Айҙар ағайҙың аттарға булған һөйөүе бала сағынан килә. Үҙе тураһында әллә ни һүҙ ҡуйыртмаһа ла, аҡыллы хайуандар хаҡында сәғәттәр буйы һөйләй алыр ине ул.
Байсуриндарҙың татыу ғаиләһендә ике ул буй еткергән. Бөгөн Марсель менән Айнур икеһе лә ғаиләле, Салауат ҡалаһында йәшәйҙәр. Тыуған йорт ҡапҡаһы улар өсөн һәр ваҡыт асыҡ.
Ауылға йәм биреп ултырған күркәм йорттоң тирә-яғын матур гөл-сәскәләр йәмләй. Бөтмөр хужаларҙың баҡсаһында мул уңыш биреп, йәшелсә-емештәр өлгөргән.
Бер-береһенә тап килеп торған парҙар менән осрашып аралашыу күңелгә ял бирә, тормош мәғәнәһен тулыраҡ аңларға ярҙам итә.
Байсуриндар менән дә күңел бөтөнлөгө тойоп хушлаштым.
Донъяла һәр кемдең үҙенә генә тәғәйен кешеһе була, тиҙәр. Кемдер таба уны, ә бәғзеләр ғүмере буйы эҙләп тә, осрата алмай. Табып юғалтҡандар ҙа юҡ түгел.
Бер юлдан йөрөп, бер үк һыуҙы эсеп үҫкән Нурия һәм Айҙар Байсуриндар үҙ яҙмыштарын ҡайҙандыр ситтән эҙләмәгән, йәшлек таңында ҡабынған хистәрен сайпылдырмай, күҙ ҡараһылай һаҡлап, дүрт тиҫтәгә яҡын ғүмерҙе уртаҡлап, тормош юлынан парлап атлай.
Читайте нас: