ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
20 Октябрь 2020, 12:45

Хыялдар тормоҡа ашҡан саҡта

Кеше ғүмере һәр ваҡыт үҙгәреүсәнлеге, төрлө миҙгеле, болотло-ҡояшлы, һалҡын-эҫе мәлдәре менән тәбиғәттең үҙенә оҡшаш. Сылтырап аҡҡан шишмә төҫлө башланып китә лә мул һыулы инешкә әүерелә, һуңынан йәйелеп аҡҡан диңгеҙгә барып тоташа. Күҙҙәренән ялҡын сәсеп торған, күңеленән ниндәйҙер йылылыҡ, ихласлыҡ бөркөлгән Людмила Баязитова ғүмеренең даръялай иркен сағын кисерә.

Кеше ғүмере һәр ваҡыт үҙгәреүсәнлеге, төрлө миҙгеле, болотло-ҡояшлы, һалҡын-эҫе мәлдәре менән тәбиғәттең үҙенә оҡшаш. Сылтырап аҡҡан шишмә төҫлө башланып китә лә мул һыулы инешкә әүерелә, һуңынан йәйелеп аҡҡан диңгеҙгә барып тоташа. Күҙҙәренән ялҡын сәсеп торған, күңеленән ниндәйҙер йылылыҡ, ихласлыҡ бөркөлгән Людмила Баязитова ғүмеренең даръялай иркен сағын кисерә.
Салауат ҡалаһында тыуып үҫкән Людмила Васильевнаның тормош девизы: “Бөтә эште лә намыҫлы башҡар, әгәр ҙә нимәлер килеп сыҡмаһа, ғәйеплене эҙләмә”. Мәктәпте уңышлы тамамлаған ҡыҙ Өфө авиация институтына уҡырға инә. Тәбиғәттә һәр йән эйәһе парлап яратылған кеүек, әҙәм балаһының да бәхете - үҙ ишен табыуҙа. Бергә үҫкән Александр менән мәктәп йылдарынан дуҫлашып, өсөнсө курста уҡығанда яҙмыштарын бергә бәйләй йәштәр. Дипломдарын ҡулға алғанда беренсе улдары донъяға килә. Тормош иптәше лә Башҡорт дәүләт университетының физика факультетын тамамлап, 90-сы йылдарға тиклем Салауат ҡалаһы мәктәбендә физиканан белем бирә. Заман талабы буйынса электрик һөнәрен үҙләштерә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, төньяҡ тарафтарҙа ла хеҙмәт итергә тура килә уға. Мөхәббәт емештәре уҡытып, оло юлға баҫтырғандар: оло улы Максим янғын һағы бүлеге начальнигы булып эшләй, кесеһе Евгений - нефть һәм газ йыйыу буйынса оператор. Ғаиләлә ике малай үҫһә, атай-әсәһенә сәскәләй 4 ейәнсәр бүләк иткәндәр.
Ныҡышмалы, үҙ-үҙенә һәм башҡаларға ҡарата талапсан юғары белемле белгес Людмила Баязитова тыуған ҡалаһындағы оборона заводында 23 йыл ең һыҙғанып хеҙмәт итә, ә артабан ете йыл “Салауат быяла” йәмғиәтендә. Тынғыһыҙ йөрәге гел эш менән үтә уның. Төрлө өлкәлә етәксе вазифаһында техник, тауар, маркетинг, иҡтисади бәйләнеш бүлектәрендә тәжрибә туплай ул. Хеҙмәтенең аҙаҡы йылдарында реклама бүлеген етәкләй, шулай уҡ урындағы завод гәзитенең баш мөхәррире була. Ошондай киң тәжрибә менән хаҡлы ялға ла ваҡыт етә. Янып торған ханым ҡапыл “Ни эшләргә инде хәҙер?” тигән һорау алдында ҡала. Бына шул саҡта күптәнге хыялдарын тормошҡа ашырып, тәбиғәткә, йылғаға яҡын Иштуған ауылында үҙ йорттарын хәстәрләйҙәр. Уларҙы бындағы матурлыҡ, кешеләре һәм төрлө мауыҡтырғыс эштәр барлығы ҡыҙыҡһындыра.
- Ауыр ваҡыттар ҙа булманы түгел булды, ышаныс, мөхәббәт еңеп сығырға ярҙам итте. Бик күп һынауҙар аша үтергә тура килһә лә, иң мөһиме төшөнкөлөккә бирелмәҫкә кәрәк. Бөгөн мин хаҡлы ялда икәнлегемде тоймайым. Каникул ваҡытында ейәнсәрҙәрем килә. Ғаилә менән сәйәхәт итергә яратабыҙ, төрлө илдәрҙе күрҙек, тик республикабыҙҙҙың гүзәл тәбиғәтен бер нимәгә алмаштырып булмай. Ауыл ҡатындары менән “Ҡатын-ҡыҙ сере” клубы ойошторҙоҡ, бында төрлө саралар, осрашыуҙар уҙғарабыҙ, гимнастика, скандинавия йөрөүе менән шөғөлләнәбеҙ. Быйылғы пандемияла ла туҡтап ҡалманыҡ бер-беребеҙ менән бәйләнештә онлайн конкурстар ойошторҙоҡ, байрам, тыуған көндәр менән ҡотлауҙар ҡабул иттек. Яңыраҡ мине мәҙәни ойоштороусы итеп ауыл мәҙәниәт йортона эшкә алдылар. Ғүмер буйы йыйған тәжрибәм ошо ауылда кәрәклегенә ҡыуанып бөтә алмайым. Тимәк, минең ҡаҙаныштарым барыһы ла бушҡа түгел, - ти Людмила Баязитова.
Гәзит эшен төптән аңлаған Людмила Васильевна “Көнгәк” гәзитенең дә тоғро дуҫы. Бына шулай, милләт айырмалылығы юҡ бит ул, кешенең кеше булып ҡалыуы мөһим. Бөтәһенә лә бер күҙлектән ҡараған үткер, кешелекле, тәжрибәле ханым бөгөн оло юбилейын билдәләй. Уға киләсәктә һәр саҡ яңы офоҡтар асылыуын, башланғыстарының уңышлы тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!
Фото архивтан.
Ҡотлайбыҙ
Һөйөклө ҡатыным, ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ! Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек һин беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ! Киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп, ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, балаларың ҡәҙерендә, дуҫтар-туғандар ихтирамында, иҫән-имен оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Тормош иптәшең, балаларың, ейәнсәрҙәрең.
Читайте нас: