ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
12 Ноябрь 2020, 17:07

Тормош мәғәнәһе - татыулыҡта

Һәр кем бәхетте үҙенсә аңлай. Берәүҙәргә мул тормошта йәшәү булһа, икенселәр өсөн - ғаиләһе, балалары менән татыулыҡта, тормоштоң мәғәнәһен-тәмен татып ғүмер кисереү.

Һәр кем бәхетте үҙенсә аңлай. Берәүҙәргә мул тормошта йәшәү булһа, икенселәр өсөн - ғаиләһе, балалары менән татыулыҡта, тормоштоң мәғәнәһен-тәмен татып ғүмер кисереү.
Тәнзилә Заһиҙуллина Үрге Юлдаш ауылында Рәйсә һәм Ғабдулхаҡ Сәғитовтар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Буй еткергәс, йәш ҡыҙ Алтай крайына эшкә юллана. Дүрт йыл тирәһе сит ерҙәрҙә эшләп тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Ошо ауыл егете менән тормош ҡороп, бер ҡыҙ һәм улға ғүмер бүләк итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, парлы ғүмер бик ҡыҫҡа була, туғыҙ йыл йәшәгәс, тормош иптәшенең йөрәге ҡапыл туҡтай. Донъя көтөү, балаларын үҫтереү йәш әсә елкәһенә төшә. “Ниндәй эш бар, бөтәһе лә минеке булды: төҙөүсе, мәктәптә лаборант, китапханасы, колхозда 25 йыл һауынсы”, - тип иҫкә ала ул үҙенең хеҙмәт юлын. Үҙ тырышлығы, көсө менән Тәнзилә Ғабдулхаҡ ҡыҙы бөгөн яңы йорт һалып ингән. Илшат улы һәм Ғәлиә килене ҡарамағында татыу ғүмер кисерә, ә ҡыҙы Эльвира Салауат ҡалаһында йәшәй. Тормошоноң ҡыуанысы ике ейәне һәм ейәнсәре лә үҫеп килә. Әле лә тик ултырмай ағинәй, ҡашмау, түшелдерек яһау менән мәшғүл, Ҡөрьән уҡырға өйрәнә, мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.
- Тормоштан бер ҙә туйып булмайҙыр ул. Ошо йәшәү осоронда изгелек орлоҡтарын түкмәй-сәсмәй үҙеңдән һуңғы быуынға тапшырыу - һәр кемдең бурысылыр. Балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем өсөн йәшәйем, - ти Тәнзилә Заһиҙуллина.
Бына шулай үткәндәрен барлап, бөгөнгө тормошҡа һөйөнөп, шөкөр ҡылып йәшәй ул. Дини йолаларҙы, милли традицияларҙы һаҡлап, изге ниәт менән ейән-ейәнсәренә тәрбиә биреүсе ағинәйгә һоҡланмау мөмкин түгел.
Тәнзилә Заһиҙуллина:
- “Көнгәк” гәзитенең һәр бер һанын көтөп алабыҙ. Баҫмала райондағы хәл-ваҡиғалар, һорау-яуап, файҙалы кәңәштәр, райондаштарҙың ижад емештәрен яратып уҡыйбыҙ. Олоғайыу осорона еткәс, Ҡөръән дә өйрәнә башлағас, дини материалдар ҡыҙыҡһындыра. Киләсәктә лә “Көнгәк” дуҫымдан айырылмай алдырасаҡмын.
Читайте нас: