ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
16 Ноябрь 2020, 14:48

Донъяға - объектив аша

Иң шәп фотолар кеше үҙе һиҙмәгәндә төшөрөлә. Шул саҡта ғына улар ысын, ихлас була. Фотограф Вадим Саматовтың эш алымы ла ана шул ихласлыҡҡа ҡоролған.

Иң шәп фотолар кеше үҙе һиҙмәгәндә төшөрөлә. Шул саҡта ғына улар ысын, ихлас була. Фотограф Вадим Саматовтың эш алымы ла ана шул ихласлыҡҡа ҡоролған.

Фото төшөрөүҙе бер кәсепкә әйләндереп алып, уны аҡса эшләү өсөн генә файҙаланғандар, минән китһә, эйәһенә етһә, тип кенә, илке-һалҡы йөрөгәндәр ҙә юҡ түгел фотографтар араһында. Вадим иһә үҙ эшен бөтә күңелен һалып башҡара. Кеше тормошонда бер тапҡыр ғына була торған туй, тыуған көн, юбилейҙарҙы «мәңгеләштереү»ҙән генә ғибәрәт түгел уның эше, тәү сиратта ундағы хис-тойғоларҙы фотоларға күсереүҙе мөһимерәк тип һанай.

Вадим Дәүләкән районының Мәкәш ауылында Әлфирә һәм Тәминдәр Саматовтар ғаиләһендә тыуған. Мәләүездә химия заводы төҙөлгәс, ғаилә бында йәшәргә күсә. Ул башта ҡаланың 4-се мәктәбендә, һуңынан 9-сы гимназияла уҡый. Мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ педагогия колледжында рәсем уҡытыусыһы, дизайнер һөнәрҙәрен үҙләштерә, Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика бүлеген тамамлай.

Фото менән мауығыуы армияла саҡта башланы уның. Донъяның матурлығын башҡаларға күрһәтеү өсөн, интернет селтәре барлыҡҡа килгәс, эштәрен шунда һалып бара.

Әрменән ҡайтҡас, химия заводына эшкә урынлаша. Күңеле һәр саҡ башҡа тарафҡа тартылып торған ижад кешеһе өсөнмө инде ундай эш? Вадим быны аңлағас та, заводтан китә.

«2010 йылда фотоаппарат һатып алып, ҡала урамдарын, эскәмйәлә ултырған әбейҙәрҙе, эттәрҙе, ҡыҫҡаһы, күҙемә салынған бар күренеште төшөрә башланым», - тип иҫкә ала ижадҡа ныҡлап тотонған ул йылдарын Вадим.

Бөгөн иһә ул мәжлес-байрамдарҙың уртаһында ҡайнаған алыштырғыһыҙ кешегә әйләнгән. «Барыһынан да нығыраҡ туйҙарҙы төшөрөргә яратам. Бигерәк тә ауылдарҙа үткән башҡорт туйҙарын», - ти әңгәмәсем. Ул ундағы ябайлыҡты, иркенлекте үҙ итә. Ысынлап та, ни генә тиһәң дә, ҡалала барыбер күберәк яһалмалыҡ хөкөм һөрә, ә ауылдар ысын тормош менән йәшәй, шуға ундағы ихласлыҡ фотоларға ла күсә...

Ғаиләһе менән сит илдәргә сәйәхәт итергә ярата Вадим. Уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнә, мәҙәниәте менән таныша, үҙебеҙҙеке менән сағыштыра. Донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә булмаһын, яратҡан шөғөлөнән айырылмай ул, фотоаппартын һәр саҡ үҙе менән йөрөтә. Ҡатыны Ләйсән дә үҙе кеүек фотограф, визажист. Бер-береһен ижадҡа, яңы үрҙәргә дәртләндереп йәшәгән Саматовтар ғаиләһе ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй.

Кешеләрҙең мөһим миҙгелдәрен «тарихта ҡалдырған» фотографтың эше еңел түгеллеген ул үҙе генә аңлайҙыр. Хистәр тулышып киткән мәлдәрҙә килеп тыуған сетерекле хәлдәрҙе, туйҙағы психологик кәртәләрҙе еңергә, кәләш менән кейәүҙең кәңәшсеһенә әйләнергә лә тура килә уға. Иң ауыры - ҡунаҡтар менән уртаҡ тел табыу, уларҙы ыңғай тулҡынға көйләү. Тағы бер сер бар: объектив аша донъя бөтөнләй башҡаса күренә ул. Кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте, ғаиләләге хәл-торош... Фотограф барыһын да күреп, тойоп йөрөй.

Ә байрам дауам итә! Иң шәп кадрҙы боҙоп, кемдер үтеп китә, конфетти һибелә, биткә яҡтылыҡ төшә... Ундай осраҡтарҙа бына тигән фото ла килеп сыҡмай ҡала.

Өй мөйөшөндә, башҡаларға күрһәтмәй генә ҡыҙын кейәүгә биргән әсәй илап тора, үҙ бүлмәһендә йәш кәләш тулҡынланып кейәүен көтә, атай кеше ҡапҡанан күҙен алмай... Һәр өйҙә ана шундай тарих, фотоларҙа ғына һаҡланып ҡаласаҡ нескә миҙгелдәр була. Уларға бер нисек тә ҡоро объектив аша ғына ҡарап булмай, һәр ҡайһыһын йөрәгең менән һиҙеү, тойоү һәм күңелең аша үткәрә белеү кәрәк...

Читайте нас: