Конгэк
-20 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
26 Ноябрь 2020, 18:32
Гәзитебеҙҙең дуҫы ине
Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Ғәлиулла Хәлилов бай күңелле, рухлы, ижади кеше ине...
Яҡташыбыҙ, үҙешмәкәр артист, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Хәлилов Ғәлиулла Ғариф улының 27 ноябрҙә баҡыйлыҡҡа күсеүенә - 40 көн.
1941 йылдың 25 майында Ишембай районы Сайран ауылында тыуа ул. Үҙен йәштән һәр эштә тырыш, һәләтле, яуаплы итеп таныта. Армия сафынан ҡайтып, тыуған ауылында мәктәптә эш башлай. Музыка, рәсем һәм хеҙмәт дәрестәрен алып бара. 1975 йылдан Мәләүез ерендә ерегеп, һуңғы һулышына тиклем иленә хеҙмәт итә, халҡына рухи ризыҡ өләшә. Кешегә тулы тормош менән йәшәү өсөн матди байлыҡ ҡына етмәй, ә йыр-моң дәрт уята, илһамландыра, ҡанатландыра. Ғәлиулла Ғариф улы ғүмер буйы ижадтан айырылмай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, Минераль ашламалар заводында эшләгәндә лә үҙешмәкәр сәнғәт коллективында әүҙем ҡатнаша.
Сәхнәлә сығышы, йөрәктәргә үтеп инерлек йыр-моңо тамашасыны әсир итте. Районда, республика конкурстарында ҡатнашып та, еңеүҙәр яуланы. Һуңғы көндәренә тиклем район мәҙәниәт йортоноң башҡорт хоры, ҡала мәҙәниәт һарайының татар халыҡ йыр коллективы «Райхан»дың йөҙөк ҡашы булып торҙо. Һәр саҡ шаян, итәғәтле Ғәлиулла ағай иптәштәре, сәхнәләш дуҫтары араһында абруйлы, тәрән хөрмәткә эйә, оло йөрәкле шәхес ине.
Ғәлиулла Ғариф улы беҙҙең күңелдә һәр ваҡыт алсаҡ, ярҙамсыл, ихлас кеше булып һаҡланыр. Дуҫыбыҙҙың ғаиләһе, яҡындарының юғалтыу ҡайғыһы ауыр - инде сабырлыҡ, ныҡлыҡ бирһен.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит