ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
14 Декабрь 2020, 17:17

Татыулыҡ - бәхеткә юл

Кеше ғүмере һәр саҡ һынауҙар менән уҙа. Һәр кемдең үҙ ихтыяры - кемдер яҙмышына буйһоноп йәшәй, кемдер үҙгәртергә тырыша. Яҙмышыңа буйһоноу, тимәк, үҙ эшеңде, үҙ юлыңды табып, теләгеңә ирешеүҙер ул.

Кеше ғүмере һәр саҡ һынауҙар менән уҙа. Һәр кемдең үҙ ихтыяры - кемдер яҙмышына буйһоноп йәшәй, кемдер үҙгәртергә тырыша. Яҙмышыңа буйһоноу, тимәк, үҙ эшеңде, үҙ юлыңды табып, теләгеңә ирешеүҙер ул.
Апас ауылында тыуып үҫкән Гөләмзә Шәрипова тормош ағымына эйәреп йәшәй. Ғүмерен дә тыуған ауылына бағышлай. Хеҙмәт юлын “Ағиҙел” колхозында һауынсы булып башлаһа, һуңынан ашханала ашнаҡсы бурысын үтәй. Бөгөн хаҡлы ялда ла тик ултырмай, почтальон эшен алып бара. Тырыш, уңған Гөләмзә Хантимер ҡыҙы ғүмерен тыуған ауылы егете менән бәйләй. Тормош иптәше Рифат Мәрхәметдин улы ла шул уҡ колхозда агроном, аҙаҡтан бригадир вазифаһын башҡара. Улар йәшәүҙең мәғәнәһен, тормоштоң ҡәҙерен белеп, тирә-йүндәгеләргә үрнәк булып ғүмер кисерә. Ғөмүмән, тормошта ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн ныҡлы ихтыяр көсө, тырышлыҡ кәрәк, ә Гөләмзә һәм Рифат Шәриповтарҙың икеһенә лә хас был сифаттар.
Ғаилә - йәмғиәттең нигеҙе, иң кәрәкле күҙәнәге. Уның төп бурысы, йәшлектәге һөйөүҙе ахырғаса һаҡлап, әсә һөтө менән балаларға яҡшы сифаттар һеңдереп, хеҙмәт, тыуған илен һөйгән белемле ул-ҡыҙҙар үҫтереү. Ике улдары Ришат һәм Илфатты тәрбиәләп оло юлға баҫтырғандар. Балалары үҙ ғаиләләрен ҡороп, бәхетле ғүмер кисерә.
Татыу ғаилә, әлбиттә, бәхеткә юл яра. Апас ауылында ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе тормош девизы итеп, бергә матур ғүмер кисергән Гөләмзә һәм Рифат Шәриповтарҙың тормош ҡороуҙарына ла 40 йыл тула.
Яңылышмаған улар бер-береһен һайлап, ҡыҫҡаһы, силәгенә күрә ҡапҡасы. Ғаиләлә бер-береһенә терәк, һөйөклө ир менән ҡатын, балаларына һәм уларҙың ғаиләһенә ҡайғыртыусан атай-әсәй, ейәндәренә ҡәҙерле өләсәй-олатай, күрше-күлән, туған-тыумасаға, дуҫ-иштәр, ауылдаштарына хөрмәт ҡаҙанған киң күңелле ысын кешеләр.
Һөйөклө әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Шәрипова Гөләмзә Хантимер ҡыҙын 60 йәшлек күркәм юбилейы һәм атайыбыҙ, олатайыбыҙ Рифат Мәрхәметдин улы менән 40 йыл бергә ғүмер кисереүҙәре айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ҡәҙерлеләребеҙгә алдағы көндәрендә йән тыныслығында, иҫәнлек-һаулыҡта, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәүҙәрен теләйбеҙ, балалары изгелеген тойоп, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерергә яҙһын!
Ҡотло булһын, әсәй, тыуған көнөң,
Ғүмерең үтһен шатлыҡта.
Атай менән һау-сәләмәтлектә,
Тигеҙ йәшәгеҙ ҡартлыҡта.
Ҡотлау менән улдары, килендәре, ейәндәре.
Читайте нас: