Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
30 Декабрь 2020, 19:05

Алтын ҡуллы яҡташыбыҙ

Рәүф ҒАБДРАХМАНОВ улы тормошта билдәле мәҡәлгә таянып йәшәй: ағас ултыртыу, ул үҫтереү һәм йорт һалыу - ир-егеттең мөҡәддәс бурысы, ти ул.

Сираттағы сәфәребеҙ йәнә Ҡотош ауылында. Бөгөн беҙ яҡташыбыҙ, ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған абруйлы уҡытыусы, ҡул эштәре оҫтаһы Рәүф Ғабдрахмановта ҡунаҡта.
Егәрле, тырыш кешеләрҙең донъяһы ауылға йәм биреп, әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә тартып тора инде ул. Ундай йорттарҙың үҙенә генә хас нуры, ҡото була. Ғабдрахмановтарҙың ихатаһына аяҡ баҫыу менән унда уңған хужалар йәшәгәнен аңлайһың. Ғаилә башлығы Рәүф Зөфәр улы тормошта билдәле мәҡәлгә таянып йәшәй: ағас ултыртыу, ул үҫтереү һәм йорт һалыу - ир-егеттең мөҡәддәс бурысы, ти ул. Үҙ иңенә алған был бурыстарҙың барыһын да атҡарып сыҡҡан яҡташыбыҙ. Ағасын да ултыртҡан, бына тигән ҙур йорт та һалған, ҡатыны Гөлназ Миңлефәр ҡыҙы менән ҡорған ғаиләһендә бер түгел өс ул тәрбиәләгән.
Рәүф Зөфәр улының бар ғүмере белем биреү өлкәһе менән бәйле. Мәктәп тамамлағас, Салауат педагогия училищеһында белем ала, артабан уҡыуын Стәрлетамаҡ педагогия институтында дауам итә.
Башта Юлдаш, Ҡотош мәктәптәрендә эшләй, бөгөн иһә Троицк ауылында балаларға белем бирә.
- Ҡул эшенә ҡыҙыҡһыныу үҙемә йорт төҙөй башлағас тыуҙы, - ти оҫта.
Бар эште лә еренә еткереп башҡарырға күнеккән ул. Ихатала семәрләп яһалған беседкаға, шешлек һәм башҡа ризыҡтар бешереү өсөн сығарылған, һәр кирбесе тигеҙ генә итеп һалынған махсус мейескә, сәскәләр ултыртыу өсөн талдан үрелгән үҙенсәлекле кәрзиндәргә иғтибар итәм. Ул шулай уҡ ағастан һандыҡ, элгес, ултырғыс япмалары бәйләү өсөн станоктар ҙа эшләй.
Күңеле ятҡан шөғөлө хаҡында яратып һөйләгән Рәүф ағайҙы тыңлағанда, оҫта барҙа ҡулың тый, сәсән барҙа телең тый, тигән халыҡ мәҡәлен иҫкә төшөрҙөм, сөнки ябай ағастан күҙ яуын алырлыҡ матурлыҡ тыуҙырыу һәр кемдең ҡулынан килә торған эш түгел.
Заманса төҙөлөш материалдары ҡулланып һалынған йорттоң тышҡы яғы башҡаларҙыҡынан әллә ни айырылмағандай тойолһа ла, эстән ул бик зауыҡлы. Килеп инеү менән хужаның тәбиғилеккә өҫтөнлөк биреүе күренеп тора, унда күп нәмә ағастан эшләнгән.
Рәүф Зөфәр улының өлкән йәштәге әсәһе Фирҙәүес инәй ҙә улар менән бергә йәшәй. Балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә ғүмер кисергән ағинәй тормошонан ҡәнәғәт, әйләнгән һайын ғәзиз кешеләренә изгелектәр генә юрап, матур теләктәрен еткереп тора.
Әҙәм балаһы өсөн өй йәшәр урын ғына түгел, тәү сиратта, донъяның барлыҡ мәшәҡәттәренән арындырып, йәнеңә ял, тыныслыҡ бирә торған ер. Һәр кем өсөн йүгереп ҡайтыр урын, ҡаршы алып торған ғәзиз кеше кеүек яҡын да булырға тейештер, моғайын.
Читайте нас: