Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
30 Декабрь 2020, 18:53

Бәхет сере - донъяны яратыуҙа

Башҡаларға ҡарата алсаҡ, киң күңелле, ярҙамсыл Фәнис БИКТАШЕВ бәхетте донъяны яратыуҙа, кешеләргә кәрәкле булыуҙа күрә. Был тормошта һәр йәһәттән юғары камиллыҡҡа өлгәшеүҙең сере лә тап шундалыр ул.

Фәнис Бикташевты район һәм ҡалала белмәгән кеше һирәктер. Яҡташыбыҙ һөнәре буйынса слесарь-сантехник, әүҙем йәмәғәтсе, барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнап йөрөгән күп балалы ғаилә башлығы, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн яратҡан олатай... Был исемлекте артабан да дауам итергә мөмкин, сөнки Фәнис Әлимғол улының уңыштары һәм яулаған үрҙәре лә байтаҡ.
Былтыр ул районыбыҙҙа беренселәрҙән булып «Атай ҡаһарманлығы» наградаһына лайыҡ булды. Республикала тәүге тапҡыр булдырылған был награда сәләмәт тормош алып барған, балаларын лайыҡлы тәрбиәләгән һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан ир-аттарға тапшырылды.
Фәнис Әлимғол улы ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығында 1982 йылдан алып эшләй. Төп эшенән тыш ул танк ғәскәре һәм Варшава килешеүе ветерандары ойошмаһы рәйесе, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә, район һәм ҡала мәктәптәрендә уҡыусылар менән осрашыуҙар ойоштора, улар күңеленә илһөйәрлек тойғоһо һалыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Урындағы башҡорттар Ҡоролтайының сәләмәт тормош алып барған ир-егеттәр төркөмөн дә етәкләй.
Фәнис ағайҙы мин күп ҡырлы аҫылташҡа оҡшатам, булһа була бит ул төрлө яҡлап та килгән кешеләр. Ул да шундайҙар иҫәбендә, ниндәй генә эшкә тотонһа ла, уны еренә еткереп башҡара, өҙҙөрөп гармунда ла уйнай, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, тарихына битараф түгел. Республика кимәлендә уҙған гармунсылар бәйгеһендә Гран-при яулай, төбәк-ара ойошторолған конкурста ла еңеп сыға. Асҡын районында үткән «Шәжәрә - 2020» байрамында Бикташевтар нәҫеленең шәжәрәһен төҙөп, 3-сө Дәрәжә дипломына эйә була. Башҡортостан Республикаһы профсоюздар Федерацияһының гимнын булдырыуҙа ҡатнашҡаны өсөн диплом менән бүләкләнә.
Рәсәй кимәлендә уҙған «Мастер Сан» конкурсында ул урындағы эшҡыуар Илдар Сәйфуллин менән республика данын яҡлай. Онлайн тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса уларҙың командаһы икенсе этапта 3-сө урын алыуға ирешә.
Былар - ул яулаған уңыштарҙың бер өлөшө генә.
Тыуған ауылы Әбеттең тарихын өйрәнеүҙе һәм уны киләсәк быуындарға тапшырыуҙы ла үҙенең бурысы итеп күрә яҡташыбыҙ.
Ҡатыны Әнисә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы менән ҡорған матур ғаиләлә өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, бөгөн алты ейән-ейәнсәрҙәренә олатай һәм өләсәй генә түгел, ныҡлы терәк, кәңәшсе лә улар. «Атай ҡаһарманлығы» наградаһын үҙенең генә түгел, яҡындарының да ҡаҙанышы тип һанай әңгәмәсем. Уның менән һөйләшкәндә, ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын, тигән һүҙҙәргә ни тиклем дөрөҫлөк һыйғанын аңлайһың, сөнки көслө заттың янында дәртләндереп, хуплап, уға ышанып торған яҡыны булғанда ғына, ул Фәнис Әлимғол улы кеүек, ҙур эштәр башҡарырға һәләтле.
Алдына әллә ниндәй ҙур маҡсаттар ҡуйып, күтәрелә алмаҫлыҡ бейеклектәргә ынтылмай яҡташыбыҙ, бары тик күңел ҡушыуы буйынса йәшәй.
Башҡаларға ҡарата алсаҡ, киң күңелле, ярҙамсыл Фәнис ағай бәхетте донъяны яратыуҙа, кешеләргә кәрәкле булыуҙа күрә. Был тормошта һәр йәһәттән юғары камиллыҡҡа өлгәшеүҙең сере лә тап шундалыр ул.
Читайте нас: