Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
30 Декабрь 2020, 18:57

Ҡулдарынан уның гөл тама

Альбина ФАЗЛӘХМӘТОВА кеүек оҫта ҡуллы гүзәл заттарыбыҙ барында ҡул эшенә маһирҙар рәте тулыланыр, был шөғөл киләсәк быуындарға мираҫ булып тапшырылыр.

Оҫта ҡулдар ябай ғына әйберҙәрҙән дә күҙҙең яуын алырлыҡ матурлыҡ булдырырға һәләтле.
Ҡотош ауылында йәшәгән Альбина Фазләхмәтова ғәҙәти туҡыманан, тәңкә һәм сәйләндән ысын мөғжизә тыуҙыра. Ҡул эшенең бар төрөн дә үҙләштергән уңған ханым. Энә, ырғаҡ менән бәйләү, тегеү, сигеү булһынмы - барыһы ла ҡулынан килә уның. Оҫтабикә милли кейемдәр, кескәйҙәр өсөн костюмдар, уйынсыҡтар тегә, биҙәүестәр ҙә яһай.
Әсәнән күргән - тун бескән, тигәндәй, ҡыҙ бәйләргә әсәһенән өйрәнә. Тора-бара башҡа ҡул эштәренә лә ҡыҙыҡһыныуы арта. Заманса алымдар менән башҡарылғандарын ул башта журналдарҙан ҡарап, һуңынан интернеттан күреп өйрәнә.
Үҙе белгән шөғөлө менән ул бүтәндәр менән дә ихлас бүлешә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыйып, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.
Һуңғы арала халҡыбыҙҙың үҙ асылына әйләнеп ҡайтып, милли кейемдәрҙе, биҙәүестәрҙе тергеҙеү кеүек изге эш башҡарыуы күҙәтелә. Тик һаҡал, ҡашмауҙарҙы һәр кем үҙенсә, замансараҡ итеп тегергә тырыша. Альбина Юлай ҡыҙы бындай алым ҡулланғандарҙы өнәп етмәй, шуға ла уларҙы дөрөҫ эшләргә өйрәнеү маҡсатында, Өфөгә барып, билдәле ҡул эше оҫталарынан дәрестәр алған. Милли кейемдәр етештереүгә ул бик етди ҡарай, уларға тегелгән тәңкә, ҡортбаш кеүек биҙәүестәрҙең, биҙәктәрҙең билдәле бер тәртиптә урынлашырға тейешлеген һәм һәр ҡайһыһына ниндәйҙер мәғәнә һалынғанын аңлап эш итә ул.
  • Яратҡан шөғөлөм йән тыныслығы бирә, уйҙарҙы тәртипкә һалырға ярҙам итә. Тик кенә ултырып телевизор ҙа ҡарай алмайым, ырғаҡ, энәләрем - һәр ваҡыт ҡул осонда,- ти әңгәмәсем.
  • Башлаған эшенең тиҙерәк осона сығырға тырышып, йоҡо менән иҫәпләшмәгән саҡтары ла йыш була икән уның.
    Бөгөн ҡул эштәре һатып, килем алғандар артҡандан-арта бара, Альбина үҙенә бындай маҡсат ҡуймай ҡуйыуын, уның әйберҙәрен күреп ҡалып, заказ биргәндәр юҡ түгел. Төрлө таштар, тәңкә һәм сәйләндәр менән биҙәлгән, күҙҙең яуын алып торған һаҡалдарҙы күреп, уларҙы етештереү байтаҡ сығымдар талап иткәнен аңлап торам. Балалар баҡсалары өсөн теккән сағыу төҫтәге уйынсыҡ, костюмдары ла әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итә.
    Уңғандың ҡулы унау, тигән һүҙҙәр ҙә тап минең әңгәмәсем хаҡында әйтелгән кеүек. Ул - йортонда ла өлгөр, егәрле хужабикә. Ире Салауат менән ике бала тәрбиәләйҙәр, баҡсаларынан мул уңыш алалар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар.
    Үҙенең ҡул эштәре менән төрлө конкурстарҙа, район-ҡала кимәлендә уҙған сараларҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша оҫтабикә.
    Күҙ нурҙары түгеп, һөйөү менән башҡарылған эштәр матурлыҡҡа әйҙәй, күңел күтәренкелеге бирә. Альбина Фазләхмәтова кеүек оҫта ҡуллы гүзәл заттарыбыҙ барында ҡул эшенә маһирҙар рәте тулыланыр, был шөғөл киләсәк быуындарға мираҫ булып тапшырылыр.
    Читайте нас: