ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
11 Ғинуар 2021, 11:45

Килегеҙ, һыйланығыҙ, дуҫтар!

Миңә дүрт йәш булғанда тәүге тағараҡты беҙ олатайым менән яһаныҡ. Йорт янындағы ағасҡа элеп, унда көнбағыш һәм ярма һалдыҡ.Әле мин Кинйә Арыҫланов исемендәге гимназияла беренсе класта белем алам. Технология дәресендә уҡытыусы Әлфиә Мәҡсүтова беҙҙе ҡоштарға тәмлекәстәр яһарға өйрәтте.

Миңә дүрт йәш булғанда тәүге тағараҡты беҙ олатайым менән яһаныҡ. Йорт янындағы ағасҡа элеп, унда көнбағыш һәм ярма һалдыҡ.
Әле мин Кинйә Арыҫланов исемендәге гимназияла беренсе класта белем алам. Технология дәресендә уҡытыусы Әлфиә Мәҡсүтова беҙҙе ҡоштарға тәмлекәстәр яһарға өйрәтте. Көнбағыш, ярма, кипкән еләк һәм өрөктө онға һалып һыу менән болғатып, төрлө формала печеньелар әүәләнек. Уларҙы киптергәс, класс уҡыусылары менән берлектә ағастарға элеп сыҡтыҡ. Һыйланһындар, ҡоштар, ҡышын уларға ризыҡ табыуы ҡыйын.
Әмир ИМАНҒОЛОВ, беренсе класс уҡыусыһы.
Читайте нас: