ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
22 Ғинуар 2021, 19:35

Хеҙмәт итһәң хөрмәт күрерһең

Әйткән һүҙендә тора белгән етәксе ул. Башҡаларҙан да шундай сифатты ярата, ике йөҙлөлөктө үҙ итмәй. Донъяла Мәләүез районынан да матурыраҡ ер юҡ, тип һанай. Һәр нәмәгә үҙ фекере, үҙ ҡарашы бар. Был сифаттар барыһы ла Аптраҡ ауыл хакимиәте биләмәһе башлығы Зөфәр Ғималетдиновҡа ҡағыла. Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә тамамлаған егет Өфөлә юғары уҡыу йортонда агроном һөнәрен үҙләштерә, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү университетында уҡып сыға, әле Рәсәй президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһында белем ала.Эшкә теләк булһа, беләк сыҙар тиҙәр.

Әйткән һүҙендә тора белгән етәксе ул. Башҡаларҙан да шундай сифатты ярата, ике йөҙлөлөктө үҙ итмәй. Донъяла Мәләүез районынан да матурыраҡ ер юҡ, тип һанай. Һәр нәмәгә үҙ фекере, үҙ ҡарашы бар. Был сифаттар барыһы ла Аптраҡ ауыл хакимиәте биләмәһе башлығы Зөфәр Ғималетдиновҡа ҡағыла. Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә тамамлаған егет Өфөлә юғары уҡыу йортонда агроном һөнәрен үҙләштерә, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү университетында уҡып сыға, әле Рәсәй президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһында белем ала.
Эшкә теләк булһа, беләк сыҙар тиҙәр. Ҡылған эштәре уның булдыҡлылығын дәлилләй. Әлеге вазифаға билдәләнгән осорҙан (алты йылдан ашыу) Аптраҡ ауыл биләмәһендә байтаҡ эштәр башҡарылған. Улар йыл да урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнаша: Хәсәндә, Муллағолда балалар өсөн майҙансыҡтар, Апаста Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн һәйкәл төҙөлгән, урамдарҙы таҙартыу өсөн трактор һатып алғандар. Район, республика программаларына ярашлы, биләмәлә юлдарға асфальт түшәлгән, урамдарҙа яҡтыртылыу эштәре алып барыла. Юғары күрһәткестәр буйынса 2019 йылда Аптраҡ ауыл хакимиәте “Иң яҡшы ауыл биләмәһе” титулына лайыҡ, тип табылған.
Ауылдарҙа һаулыҡты һаҡлау, эскелекте иҫкәртеү, сәләмәт тормошто алып барыуға арналған күп саралар үткәрелгән. Йәшереп спиртлы эсемлектәр һатҡандарҙың кәсебе туҡтатылған. Шуның һөҙөмтәһе булып Муллағол ауылы “Айыҡ ауыл - 2020” конкурсының төбәк этабында еңеүсе тип табыла, хәҙер улар республика кимәлендә ҡатнашасаҡ.
Йәш кенә булһа ла, яҡташтары, милләттәштәре өсөн башҡарған эштәре өсөн хөрмәткә лайыҡ Зөфәр Фәнил улы. Ул “Көнгәк батыры” конкурсының лайыҡлы кандидаты.
Читайте нас: