ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
26 Ғинуар 2021, 14:05

Ләлә Мөслимова: “Туған халҡыңа хеҙмәт ит көсөң бар саҡта ҡулда”

Ләлә Марат ҡыҙын мәләүездәр бик яҡшы белә. Ул районыбыҙҙың Үрге Юлдаш ауылында күп балалы ғаиләлә өлкәне булып донъяға килә. Бәләкәстән тырыш, егәрле, яуаплы була, ата-әсәһенең ышаныслы терәге, кескәй туғандарының яратҡан апаһы, таянысы булып буй еткерә.

Булһа була икән дә бар яҡлап та уңған шәхестәр
Һүҙебеҙ хөрмәтле ауылдашыбыҙ, өлгөлө әсәй, яратҡан өләсәй, оло ихтирамға лайыҡ хаҡлы ялдағы уҡытыусы Ләлә Марат ҡыҙы Мөслимова тураһында булыр.
Ләлә Марат ҡыҙын мәләүездәр бик яҡшы белә. Ул районыбыҙҙың Үрге Юлдаш ауылында күп балалы ғаиләлә өлкәне булып донъяға килә. Бәләкәстән тырыш, егәрле, яуаплы була, ата-әсәһенең ышаныслы терәге, кескәй туғандарының яратҡан апаһы, таянысы булып буй еткерә.
Урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә, башҡорт, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Йәш белгес бар күңелен һалып тыуған мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен балаларға белем биреүгә, тел нескәлектәрен, әҙәбиәт донъяһының матурлығын күрергә өйрәтеүгә бағышлай. Ун йылға яҡын мәктәп директоры вазифаһын уңышлы башҡарып, белем биреү учреждениеһын районда алдынғылар рәтенә сығарҙы.
Ләлә Марат ҡыҙының уҡытыу алымдары, уҡытыусылыҡ, тәрбиәүи һәләттәре үҙе бер донъя. Бөйөк философ Сократ уҡытыусыны ямғыр тамсыһына оҡшатҡан. Был сағыштырыу Ләлә Мөслимованың уҡытыу-тәрбиә алымдарына бик тә тура килә. Ысынлап та, ямғыр тамсыһы бар тереклеккә йән өргән кеүек, Ләлә Марат ҡыҙы ла уҡыусыларына бар яҡлап та камил булып үҫергә ярҙам итте. Ул һәр баланың күңеленә һөйөү аша инеп, белем орлоҡтарын һалды, уның мөмкинлектәрен асырға ярҙам итте, тормошта дөрөҫ үҫеш юлдарын күрһәтеп, йүнәлеш бирҙе.
Балаларҙа тик матурлыҡ, изгелек, мәрхәмәтлелек орлоҡтарын сәсеп, һәләтле шәхес итеп тәрбиәләне. Бөгөн уның уҡыусылары - камил аҡыллы, рухлы, тыуған илен яратҡан һәләтле шәхестәр. Улар артабан да белем алып, лайыҡлы урынын табып, өлгөлө ғаиләләр ҡороп, рухлы балалар тәрбиәләп, гөрләтеп тормош көтә. Һаман да яратҡан уҡытыусылары янына килеп, хәлен белеп, аралашып, рухи аҙыҡ алып, илһамланып ҡайталар. Ә ул уҡыусыларының кескенә уңыштарына ла һөйөнөп, фатихаһын биреп, оҙатып ҡала.
Ләлә Марат ҡыҙы - ауылдаштары өсөн дә ярҙамсы һәм кәңәшсе. Уның йорт һәм күңел ҡапҡалары һәр ваҡыт асыҡ. Төплө фекере, алдынғы ҡарашы, ихлас, уңған, кешелекле, кеселекле булыуы менән ауылыбыҙҙа оло ихтирам яулаған һәм күптәргә үрнәк булып тора. Әлеге көндә ул үҙенең ҙур яңы йортонда матур итеп ғүмер итә. Ейәнсәрҙәренең яратҡан өләсәһе, ҡыҙы һәм кейәүенә терәк-таяныс ул. Буш ваҡытында дин дәрестәрен үҙләштерә.
Ошо көндәрҙә хөрмәтле ветеран уҡытыусыбыҙ үҙенең 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Ҡәҙерле хеҙмәттәшебеҙҙе тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ҡурай моңондай оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, йән тыныслығы, рухи күтәренкелек, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Ҡылған изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын. Йөҙөгөҙҙәге шатлыҡ нуры мәңге балҡыһын!
Ихтирам менән, Үрге Юлдаш мәктәбе уҡытыусылар коллективы.
Һүрәттә: Педагогия хеҙмәте ветераны ҡыҙы, кейәүе һәм ейәнсәрҙәре менән.
Читайте нас: