ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
29 Ғинуар 2021, 15:00

Изге йома көнө менән!

Бөгөн 29 ғинуар (һыуығай), йома, йомадиәл ахыр (جمادى الآخر) айының 16-сы көнө. Ҡояш 9 сәғәт 13 минутта ҡалҡты, 17 сәғәт 44 минутта байый. Көн оҙонлоғо – 08 сәғәт 31 минут. Был көн тарихта.❗Утлы Ерҙең иң көньяҡ сигендәге нөктә - Горн мороно асыла (1616)❗АҠШ гражданствоһы тураһында закон ҡабул ителә – бынан һуң тик был илдә биш йыл йәшәгәндән һуң ғына Америка гражданины булырға мөмкин була (1795)❗Харьков милли университеты асыла (1804)❗Рәсәйҙә тәүге аэроклуб асыла (Санкт-Петербург; 1908)❗Башҡорт йәштәре гәзите «Йәш юксыл» (хәҙер «Йәшлек») сыға башлай (1923)❗Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Краснодар крайы Хакимиәте араһында Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлә (1999) ????Тыуған көндәр. Рус яҙыусыһы һәм драматургы , белеме буйынса табип Чехов Антон Павлович (1860 – 15.07.1904), этнограф, антрополог, археолог, географ һәм гидролог, башҡорттарҙың этнографияһы һәм антропологияһы, хужалығы һәм ырыу-ҡәбилә ҡоролошо тураһындағы хеҙмәттәр авторы Руденко Сергей Иванович (1885—16.07.1969), ғалим-тарихсы Буканова Роза Ғафар ҡыҙы (1950), мәҙәниәт эшмәкәре Исмәғилев Рәйес Абдрахман улы (1953), журналист, шағир, прозаик Әхмәр Үтәбай (1960), шағир, драматург һәм журналист Салауат Әбүзәр (1967) һ.б. Байрамдар.

Бөгөн 29 ғинуар (һыуығай), йома, йомадиәл ахыр (جمادى الآخر) айының 16-сы көнө. Ҡояш 9 сәғәт 13 минутта ҡалҡты, 17 сәғәт 44 минутта байый. Көн оҙонлоғо – 08 сәғәт 31 минут.
Был көн тарихта.
❗Утлы Ерҙең иң көньяҡ сигендәге нөктә - Горн мороно асыла (1616)
❗АҠШ гражданствоһы тураһында закон ҡабул ителә – бынан һуң тик был илдә биш йыл йәшәгәндән һуң ғына Америка гражданины булырға мөмкин була (1795)
❗Харьков милли университеты асыла (1804)
❗Рәсәйҙә тәүге аэроклуб асыла (Санкт-Петербург; 1908)
❗Башҡорт йәштәре гәзите «Йәш юксыл» (хәҙер «Йәшлек») сыға башлай (1923)
❗Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Краснодар крайы Хакимиәте араһында Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлә (1999)
????Тыуған көндәр. Рус яҙыусыһы һәм драматургы , белеме буйынса табип Чехов Антон Павлович (1860 – 15.07.1904), этнограф, антрополог, археолог, географ һәм гидролог, башҡорттарҙың этнографияһы һәм антропологияһы, хужалығы һәм ырыу-ҡәбилә ҡоролошо тураһындағы хеҙмәттәр авторы Руденко Сергей Иванович (1885—16.07.1969), ғалим-тарихсы Буканова Роза Ғафар ҡыҙы (1950), мәҙәниәт эшмәкәре Исмәғилев Рәйес Абдрахман улы (1953), журналист, шағир, прозаик Әхмәр Үтәбай (1960), шағир, драматург һәм журналист Салауат Әбүзәр (1967) һ.б.
Байрамдар.
????Ядро һуғышына ҡаршы мобилизацияланыу көнө????
????Автомобильдең тыуған көнө ????????????????
????Пунш эсемлеге көнө ????
????Перәниктән эшләнгән өй көнө ????
????Иң яҡшы әхирәттәр көнө????
????Бурыстарҙы ҡайтарыу көнө ????
Бөгөн һыуыҡ булһа, йәй эҫе була тигән ырым бар.❄☀ Айҙың һуңғы йомаһында изге хәбәрҙәр генә ишетергә яҙһын, бар теләктәребеҙ ҙә тормошҡа ашһын!
Читайте нас: