ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
29 Ғинуар 2021, 14:05

Ғүмерен йыр иткән шағирә

Яҡташыбыҙ ғүмере буйы Мәләүез еренә тоғролоҡ һаҡлап, шиғырҙары, йырҙары аша уны данлап йәшәй.

Кеше ғүмере - оҙон бер юл кеүек. Кемдекелер ул туп-тура булһа, икенсе берәүҙеке - бормалы-бормалы. Шул юлды үткән саҡта ниҙәр генә кисермәй әҙәм балаһы: бәхеттең татын да, хәсрәттең әсеһен дә тәмләй ул, юғалтыу-табыштар ҙа сиратлап килеүсән.
Ергән ҡасабаһында йәшәгән талантлы яҡташыбыҙ, шағирә Нәзирә Ишҡолованың тормош юлына байҡау яһағанда, күңелемә ошондай уйҙар килде. Апай сығып киткәс тә, әңгәмә ваҡытында тыуған кисерештәрем әленән-әле әйләнеп ҡайтты, уның шиғырҙары яҙылған китаптарҙы ҡулыма бер алдым, бер ҡуйҙым.
Яҙмыштарҙы уйып,
Балан ҡағы ҡойҙом,
Һағыш әселәрен кем тәмләр?
Был юлдарҙы уҡығас, Нәзирә апайҙы шиғыр һәм йырҙар авторы булараҡ ҡына асырға тигән уйым тотошлайы менән юҡҡа сыҡты. Тәү сиратта, ул - кеше, биш балаға ғүмер биргән әсә һәм башҡаларҙан һәләте менән генә түгел, ябай булмаған яҙмышы менән дә айырылып торған ҡатын-ҡыҙ бит әле, тип уйланым һәм уны төрлө яҡлап асырға тырыштым.
1951 йылдың 1 февралендә Стәрлебаш районының Һарайҫа ауылында тыуған Нәзирә Ишбулды ҡыҙы Йоматау ауыл хужалығы техникумын, ситтән тороп Өфө ауыл хужалығы институтының хоҡуҡ-иҡтисад бүлеген тамамлай. Оҙаҡ йылдар баш бухгалтер булып, теүәл һандар менән эш итһә лә, уның күңеле һәр ваҡыт ижадҡа тартыла. «Йән әрнеткән һағышым», «Шишмә моңо», «Зәңгәр тамсылар», «Ғүмеремде йыр иттем» исемле йыйынтыҡтарына уның шиғырҙары һәм хикәйәләре тупланған.
- Шиғырҙарҙы ни эшләп көйләп яҙам икән тип аптырай торғайным, - ти ул, ижад хаҡында һүҙ сыҡҡас. Бөгөн улар йырға әйләнеп, билдәле йырсылар башҡарыуында сәхнәләрҙән, телевизор, радио аша яңғырай, автор үҙе күптән композитор исемен яулаған.
Нәзирә апай үҙен ижадтан башҡа күҙ алдына ла килтермәй. Шиғырҙарым ҡыуаныслы саҡтарҙа түгел, күберәк тормошомдоң сетерекле мәлдәрендә яҙылды, ти ул. Ошо урында мин Мостай Кәримдең шиғырындағы юлдарҙы иҫкә төшөрҙөм:
Әммә мине шағир яһанылар
Юғалтыуҙар менән һағыштар...
Эйе, юғалтыу-һағыштарҙы ла күп кисерә Нәзирә апай. Йәшләй генә тол ҡалырға, бала ҡайғылары күрергә лә тура килә уға. Ул саҡтағы кисерештәрен, моғайын, уның үҙенән башҡа берәү ҙә белмәйҙер. Ҡайғы-хәсрәтен шиғырҙарына һала, бөгөлөп төшкән ерҙән ҡабат ҡалҡынып, йәшәп китер өсөн көстө лә тап ижадтан ала ул.
Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, шиғриәтте тоғро юлдашы итә. Салауат ҡалаһында 2010 йылда «Сатҡылар» әҙәби берекмәһенең эш башлауына ла уның тырышлығы һалынған.
Яҡташыбыҙ үҙе ғүмере буйы Мәләүез еренә тоғролоҡ һаҡлап, шиғырҙары, йырҙары аша уны данлап йәшәй.
Әңгәмәсем менән һөйләшеү барышында төрлө кисерештәр солғанышында булдым мин. Нескә күңелле, шул уҡ ваҡытта сая, көслө рухлы апайға ҡарап, һоҡландым, уның шиғырҙарын уҡып, йырҙарын тыңлап, илһамландым, тетрәндем...
Ҡатмарлы ла, һоҡланғыс та ғүмер юлы үткән Нәзирә апай Ишҡолова бөгөн үҙенең мәртәбәле байрамын - 70 йәшен билдәләй. Шағирәнең тормош юлы күптәргә өлгө булырлыҡ. Яҡындарына терәк-таяныс булып, дәртһеҙҙәргә - дәрт, көсһөҙҙәргә - көс биреп, күңел ҡуҙы һүнеп барғандарға ялҡын өҫтәп йәшәй ул.
Ғүмеремде йыр иттем, тип яҙа Нәзирә апай. Алдағы йылдары ла матур, моңло йыр кеүек булһын яҡташыбыҙҙың.
Читайте нас: