ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
1 Февраль 2021, 10:48

Ғорурланырлыҡ үткән йылдар, һыҙған юлдар

70 йәшен туйлаған Кинйәбаев Юнир Сәмиғулла улы үҙенең тормош юлына баҡҡанда ғорурлыҡ, ҡәнәғәтлек тойғоларын лайыҡлы кисерә ала. Уның өсөн иң мөһиме – үҙенә бер ваҡытта ла хыянат итмәй. Яҡшы менән яманды иртә айырырға өйрәнгән сәмле, маҡсатлы, ғәҙел Юнир Кинйәбаев ниндәй генә ҡатмарлы хәлдә лә үҙ йөҙөн юғалтмай. Ә ярамһаҡланыу, аҙашыу, төшөнкөлөккә бирелеү уға йәш саҡтан ситен.

Юнир Сәмиғулла улын гәзит биттәрендә проблемалы мәсьәләр күтәргән тәрән йөкмәткеле мәҡәләләре аша белһәм дә, яҡындан ”Көнгәк” гәзитенә эшкә килгәс таныштым. Ул талантлы журналист ҡына түгел, итәғәтле, ярҙамсыл, кешелекле, аҡыллы, һәр нәмәгә үҙ фекере булған белемле шәхес булараҡ та тәрән ихтирам уята ине. Тыуған халҡының яҙмышына битараф булмаған, илем, телем тип янған ысын башҡорт улы Мәләүез районында башҡорт телендә тәүге тапҡыр асылған үҙ аллы “Көнгәк” гәзите яҙмышына вайымһыҙ ҡала алмай. Тәүге аҙымдар яһағанда тәжрибәле журналист йәштәргә остаз була. Танылған исеме, йөрәккә үтерлек һүҙе, үткер ҡәләме уҡыусы аудиторияһын йәлеп итеүҙә ҙур роль уйнай. Оҙаҡ йылдар “Октябрь юлы”нда эшләгән ҡатыны Сәкинә Әсҡәт ҡыҙы менән йәш гәзитте оло юлға алып сығып, юғары үрҙәргә әйҙәй улар. Бөгөн дә даими уҡыусыбыҙ булараҡ кәңәштәренән, ярҙамынан ҡалдырмай, хеҙмәттәшлекте дауам итәләр.
70 йәшен туйлаған Юнир Сәмиғулла улы үҙенең тормош юлына баҡҡанда ғорурлыҡ, ҡәнәғәтлек тойғоларын лайыҡлы кисерә ала. Уның өсөн иң мөһиме – үҙенә бер ваҡытта ла хыянат итмәй. Яҡшы менән яманды иртә айырырға өйрәнгән сәмле, маҡсатлы, ғәҙел Юнир Кинйәбаев ниндәй генә ҡатмарлы хәлдә лә үҙ йөҙөн юғалтмай. Ә ярамһаҡланыу, аҙашыу, төшөнкөлөккә бирелеү уға йәш саҡтан ситен.
Кешенең яҙмышы үҙ ҡулында икәнлеген иртә аңлай үҫмер. Ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килһә лә, етди ҡарашлы, хәстәрлекле оло ағай ролен йөкмәй, башҡаларға өлгө була. Үҙе лә еңел-елпене өнәмәй, төптән фекер йөрөтөп, тәүәккәл аҙымдар менән алға тик алға ынтыла. Ана шул Хоҙай биргән йүнәлеш – башҡаларға ярҙам итеү, юл күрһәтеү, остаз булыу – уны башта педагогияға алып киләлер ҙә. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, уҡыу йылдарында уҡ мөхәббәт яҙмыштарын бәйләгән Сәкинә Әсҡәт ҡыҙы менән бергә Бөрйән яҡтарына белем сәсергә юллана. Бер йүнәлештә эшләгән, ярты һүҙҙән аңлашҡан ҡатыны менән дәртләнеп донъя көтә башлайҙар. Йәш булһа ла, белемле уҡытыусы, оҫта ойоштороусы, эшлекле ир азаматы урындағы халыҡтың хөрмәтен тиҙ яулай. Яғымлы, ипле, егәрле ҡатынын да ауылда яраталар.
1981 йылда Мәләүез, Федоровка, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ейәнсура райондары һәм Күмертау ҡалаһы ингән төбәктә республика гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләргә саҡыра. Әле үҫмер саҡта уҡ дөрөҫлөк даулағанда ҡәләм көсөн тойған, шунан бирле уға тоғролоҡ һаҡлап, даими ижад иткән Юнир Сәмиғулла улы журналист юлын һайлай. Юнир ағай Кинйәбаев тормошта үҙ урынын табып, заман һынауҙарына бирешмәй, ил хәстәрен йөкмәп, лайыҡлы хеҙмәт юлы үтә, танылыу яулай. Иң беренселәрҙән булып “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре” исеменә, районда Фәтҡулла Комиссаров премияһына лайыҡ була, һөнәри оҫталығы төрлө кимәлдәге бихисап Маҡтау грамоталары менән баһалана.
Бөгөн дә уҡытыусы, хәбәрсе, табип һөнәрҙәрен берләштереп, халыҡҡа хеҙмәт итеүен дауам итә ул. Әлбиттә, һәр башланғысында ла уң ҡанаты Сәкинә апай – беренсе ярҙамсыһы. Улар инде биш тиҫтә йыл самаһы бергә, бер-береһен ҡарашынан, тын алышынан аңлап торалар. “Яңынан юл башларға тура килһә лә, юлдаш итеп тик Юнир ағайығыҙҙы һайлар инем, - ти Сәкинә Әсҡәт ҡыҙы. – Уның кеүек ышаныслы, шатлыҡта ла, ҡайғыла ла ныҡлы таяныс булырҙай башҡа кешене белмәйем. Ысын ир-егет булараҡ, ул ҡатын-ҡыҙға илаһи зат итеп ҡарай, ауырлыҡтан ҡурсыу, ел-ямғыр тейҙермәй һаҡлау, хәстәрләүҙе үҙенең изге бурысы һанай”. Ғаилә башлығы - балаларына ла өлгөлө атай, улы Азат менән ҡыҙҙары Маргарита арҡа терәр кеше барлығын һәр саҡ тойоп йәшәй. Ейәнсәре Каринаны тәрбиәләүгә лә олатай-өләсәһе ҙур өлөш индерә. “Кеше донъяға килеп, уны таный башлағандан алып һуңғы һулышына тиклем күңел түрендә изгеләрҙән дә изге, иң оло өс тойғо йөрөтә торғандыр. Былар – Тыуған иленә, тәү тапҡыр тәпәй баҫҡан, быуынын нығытҡан тыуған еренә, уға ғүмер бүләк иткән ата-әсәһенә, яҡындарына бөтмәҫ һөйөү хисе”, - тип йәшәү мәғәнәһен Юнир ағай һәм ошо изге төшөнсәләрҙе быуындан быуынға тапшыра алған бәхетле кеше ул.
Читайте нас: