Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
4 Февраль 2021, 14:15

Был көн тарихта

Хәйерле көн! Бөгөн 4 февраль (шаҡай), кесаҙна, 2021 йылдың 35-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 330 көн ҡала. Йомадиәл ахыр (جمادى الآخر) айының 22-се көнө. Ҡояш 08 сәғәт 58 минутта ҡалҡты, 18 сәғәт 01 минутта байый. Көн оҙонлоғо – 9 сәғәттән ашты! - 09 сәғәт 02 минут. Был көн тарихта.????Людовик IV Сабый Форххаймдағы йыйында көнсығыш франктар короле итеп иғлан ителә (900)????Тай-цзу Ҡытай императоры була, Сун династияһы хакимлығы башлана (960)????Пётр I Рәсәй империяһында халыҡ иҫәбен алыу тураһында указ сығара (1719)????Петр I «Рангтар тураһында табель» индерә (1722)????Мәскәү дәүләт университеты эш башлай (1755)????Һайлаусылар коллегияһы Джордж Вашингтонды АҠШ-тың тәүге президенты итеп һайлай (1789)????Бөйөк француз инҡилабы: Милли конвент Францияла һәм уның колонияларында ҡоллоҡто юҡҡа сығара (1794)????АҠШ-тағы граждандар һуғышы: Америка Конфедератив Штаттары ойошторола (1861)????Ырымбурҙа Башҡортостандың Ваҡытлы революцион комитеты төҙөлә (рәйесе — Бәхтигәрәй Шәфиев,1918)????Совнарком балаларҙы яҡлау тураһында декрет ҡабул итә (1919)????Курскиҙа СССР-ҙағы тәүге ел электростанцияһы эшләй башлай (1931)????Мәскәү метрополитенында тәүге һынау поезы ебәрелә (1935)????СССР, АҠШ, Бөйөк Британия хөкүмәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында Ялта конференцияһы эш башлай (1945)????«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте ойошторола (1993)????Facebook эшләй башлай (2004)???????????????????????????????????????????? ????Тыуған көндәр.

Бөгөн 4 февраль (шаҡай), кесаҙна, 2021 йылдың 35-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 330 көн ҡала. Йомадиәл ахыр (جمادى الآخر) айының 22-се көнө. Ҡояш 08 сәғәт 58 минутта ҡалҡты, 18 сәғәт 01 минутта байый. Көн оҙонлоғо – 9 сәғәттән ашты! - 09 сәғәт 02 минут.
Был көн тарихта.
????Людовик IV Сабый Форххаймдағы йыйында көнсығыш франктар короле итеп иғлан ителә (900)
????Тай-цзу Ҡытай императоры була, Сун династияһы хакимлығы башлана (960)
????Пётр I Рәсәй империяһында халыҡ иҫәбен алыу тураһында указ сығара (1719)
????Петр I «Рангтар тураһында табель» индерә (1722)
????Мәскәү дәүләт университеты эш башлай (1755)
????Һайлаусылар коллегияһы Джордж Вашингтонды АҠШ-тың тәүге президенты итеп һайлай (1789)
????Бөйөк француз инҡилабы: Милли конвент Францияла һәм уның колонияларында ҡоллоҡто юҡҡа сығара (1794)
????АҠШ-тағы граждандар һуғышы: Америка Конфедератив Штаттары ойошторола (1861)
????Ырымбурҙа Башҡортостандың Ваҡытлы революцион комитеты төҙөлә (рәйесе — Бәхтигәрәй Шәфиев,1918)
????Совнарком балаларҙы яҡлау тураһында декрет ҡабул итә (1919)
????Курскиҙа СССР-ҙағы тәүге ел электростанцияһы эшләй башлай (1931)
????Мәскәү метрополитенында тәүге һынау поезы ебәрелә (1935)
????СССР, АҠШ, Бөйөк Британия хөкүмәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында Ялта конференцияһы эш башлай (1945)
????«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте ойошторола (1993)
????Facebook эшләй башлай (2004)
????????????????????????????????????????????
????Тыуған көндәр. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, дәүләт эшмәкәре Муллайән Халиҡов (1894—23.08.1937), рәссам Әхмәт Лотфуллин Фәтҡулла улы (1928—10.07.2007) һ.б.
Байрамдар.
????Яман шеш — ракҡа ҡаршы көрәш көнө ????
????Халыҡ-ара калуш көнө????
????Яратҡан шиғырҙарҙы яратҡан кешеңә уҡыу көнө ????
????Уңышлы кешеләр көнө ????????????
Тышы ялтырап торған, ҡыҙыл эсле калуш бала саҡ илен, балитәкле өләсәйҙәрҙе хәтерләтһен!???????????? Уңышҡа көйләнәйек!???? Яратҡан шиғырҙарыбыҙҙы бөтәһенә лә уҡыйыҡ – сөнки беҙ бөтәһен дә яратабыҙ!????????????
Читайте нас: