Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
5 Февраль 2021, 12:05

Йома көнө – иң хәйерле көндәрҙең береһе

Хәйерле иртә! Йома көнө – иң хәйерле көндәрҙең береһе - ул тик изге уйҙарға,матур эштәргә бағышланһын!???????????? Ап-аҡ ҡарҙар менән бергә аҡ бәхеттәр яуһын!❄⛄✨Бөгөн 5 февраль (шаҡай), йома, 2021 йылдың 36-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 329 көн ҡала. Йомадиәл ахыр (جمادى الآخر) айының 23-сө көнө. Ҡояш 08 сәғәт 56 минутта ҡалҡты, 18 сәғәт 03 минутта байый. Көн оҙонлоғо – 09 сәғәт 06 минут. Был көн тарихта.????Помпейҙа көслө ер тетрәү була (62)????Ла Скала театрында Джузеппе Вердиҙың «Отелло» операһының премьераһы була (1887)????РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы сиркәүҙең дәүләттән һәм мәктәптең сиркәүҙән айырылыуы тураһында декрет сығара (1918)????Би-би-си радиоһы һәр сәғәт һайын теүәл ваҡыт сигналдарын тапшыра башлай (1924)????Латвияла совет дипкурьерҙары Т. И. Нетте менән И. А. Махмасталгә ҡораллы һөжүм яһала. Ошо ваҡиға айҡанлы 5 февраль — хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә һәләк булған дипкурьерҙарҙы иҫкә алыу көнө (1926)????D витамины яһалма юл менән синтезлана (1928)????Ҡамауҙағы Ленинградты ил менән бәйләгән «Еңеү юлы» сафҡа инә (1943)????Нью-Йоркта йәйәүлеләр өсөн тәүге светофор ҡуйыла (1952)????КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советы Мәскәүҙә Халыҡтар дуҫлығы университетын асыу тураһында ҡарар ҡабул итә (1960)????Туймазы ҡала статусын ала (1960)????Аятолла Хөмәйни Иранды ислам дәүләте итеп иғлан итә (1979)????Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Фрунзе Бишкәк тип үҙгәртелә (1991) ????Тыуған көндәр. Башҡортостанда революцион хәрәкәттә ҡатнашыусы Бәхтегәрәй Шәфиев (1897—19.08.1918), опера йырсыһы Хәбир Ғәлимов (1905—20.02.1996), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт шағиры, тәржемәсе һәм журналист Төхфәт Морат (1906—24.12.1944), ғалим-нефтсе-геолог Тимерғазин Ҡадир Рәхим улы (1913—4.04.1963), Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми (1918—6.09.1999), Советтар Союзы Геройы (1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған ҡыҙылармеец Шакирйән Мөхәмәтйәнов (Александр Матросов; 1923—27.02.1943), ғалим-педагог, дәүләт эшмәкәре Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы Сөләймәнова (1940), башҡорт әҙәбиәте белгесе, тәнҡитсе Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәнов (1947—09.11.1980) һ.б. ????Иҫкә алайыҡ. Хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған дипломатик курьерҙарҙы иҫкә алыу көнө. Рәсми булмаған бөгөнгө байрамдар:

Хәйерле иртә! Йома көнө – иң хәйерле көндәрҙең береһе - ул тик изге уйҙарға,матур эштәргә бағышланһын!???????????? Ап-аҡ ҡарҙар менән бергә аҡ бәхеттәр яуһын!
❄⛄✨Бөгөн 5 февраль (шаҡай), йома, 2021 йылдың 36-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 329 көн ҡала. Йомадиәл ахыр (جمادى الآخر) айының 23-сө көнө. Ҡояш 08 сәғәт 56 минутта ҡалҡты, 18 сәғәт 03 минутта байый. Көн оҙонлоғо – 09 сәғәт 06 минут.
Был көн тарихта.
????Помпейҙа көслө ер тетрәү була (62)
????Ла Скала театрында Джузеппе Вердиҙың «Отелло» операһының премьераһы була (1887)
????РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы сиркәүҙең дәүләттән һәм мәктәптең сиркәүҙән айырылыуы тураһында декрет сығара (1918)
????Би-би-си радиоһы һәр сәғәт һайын теүәл ваҡыт сигналдарын тапшыра башлай (1924)
????Латвияла совет дипкурьерҙары Т. И. Нетте менән И. А. Махмасталгә ҡораллы һөжүм яһала. Ошо ваҡиға айҡанлы 5 февраль — хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә һәләк булған дипкурьерҙарҙы иҫкә алыу көнө (1926)
????D витамины яһалма юл менән синтезлана (1928)
????Ҡамауҙағы Ленинградты ил менән бәйләгән «Еңеү юлы» сафҡа инә (1943)
????Нью-Йоркта йәйәүлеләр өсөн тәүге светофор ҡуйыла (1952)
????КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советы Мәскәүҙә Халыҡтар дуҫлығы университетын асыу тураһында ҡарар ҡабул итә (1960)
????Туймазы ҡала статусын ала (1960)
????Аятолла Хөмәйни Иранды ислам дәүләте итеп иғлан итә (1979)
????Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Фрунзе Бишкәк тип үҙгәртелә (1991)
????Тыуған көндәр. Башҡортостанда революцион хәрәкәттә ҡатнашыусы Бәхтегәрәй Шәфиев (1897—19.08.1918), опера йырсыһы Хәбир Ғәлимов (1905—20.02.1996), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт шағиры, тәржемәсе һәм журналист Төхфәт Морат (1906—24.12.1944), ғалим-нефтсе-геолог Тимерғазин Ҡадир Рәхим улы (1913—4.04.1963), Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми (1918—6.09.1999), Советтар Союзы Геройы (1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған ҡыҙылармеец Шакирйән Мөхәмәтйәнов (Александр Матросов; 1923—27.02.1943), ғалим-педагог, дәүләт эшмәкәре Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы Сөләймәнова (1940), башҡорт әҙәбиәте белгесе, тәнҡитсе Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәнов (1947—09.11.1980) һ.б.
????Иҫкә алайыҡ. Хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған дипломатик курьерҙарҙы иҫкә алыу көнө.
Рәсми булмаған бөгөнгө байрамдар.
????Бөтә донъя «Нутелла» көнө ????
????Халыҡ-ара бойскауттар көнө ????
????Ҡар яуыу көнө ❄✨❄✨❄
????Эрудиттар көнө ????????
????Киләсәккә төҙөлгән пландарҙы төрлө төҫтәргә буяу көнө ????
????Ҡыҙыл кейем көнө ????????????
????Мөғжизәләргә ышаныу көнө ????????????????
Читайте нас: