ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
18 Февраль 2021, 16:50

"Көнгәк" батыры билдәләнде

Ниһайәт, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған “Көнгәк” батыры конкурсы йомғаҡланды. Алты йәштән алтмыш йәшкә тиклем ир-егеттәребеҙ был титулға дәғүә итә ала тиһәк тә, сараның һиммәте арта: быйыл унда ир ҡорона ингән, юғары белемле, тормошта үҙ урынын тапҡан, районыбыҙҙа билдәле, булдыҡлы, аҡыллы шәхестәр ҡатнашты. Социаль селтәрҙәрҙә уларҙың эшмәкәрлегенә ҡарата күп яҡшы теләктәр, яҡшы һүҙҙәр яңғыраны.

Конкурсҡа йомғаҡ яһау ниәтенән беҙ ҡатнашыусыларҙы ҡотларға редакцияға саҡырҙыҡ. Баш мөхәррир Әлиә Әмирова сараның социаль селтәрҙә барыуы, ҡағиҙә буйынса мәҡәләнең күпме ҡаралыуы, лайк йыйыуы, комментарийҙар яҙылыуы менән билдәләп, еңеүселәргә Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Айыҡ тормошто пропагандалауҙа ҙур өлөш индергән Аптраҡ ауылы хакимиәте биләмәһе башлығы Зөфәр Ғималетдинов - “Тырышлыҡ”, башҡорт ауылдарын тергеҙеүгә, халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен үҫтереүгә, данлы үткәндәргә һөйөү тәрбиәләүгә һалған хеҙмәте өсөн Мотай ауылының старостаһы, һәүәҫкәр яҙыусы, шағир, беҙҙең әүҙем уҡыусыбыҙ Мират Рыҫҡолов - “Ғәҙеллек” һәм ауыл хужалығындағы уңыштары, халҡыбыҙҙың төп шөғөлдәренең береһе булған йылҡысылыҡ йүнәлешендә эшләгән хеҙмәте өсөн фермер Таһир Ханнанов “Тоғролоҡ” номинацияһында билдәләнде. Интернет селтәрендә иң әүҙем тауыштар, уҡыусыларыбыҙҙан иң күп хуплау һүҙҙәре менән комментарийҙар йыйған, “Көнгәк” батыры титулына лайыҡ Таһир Юнир улы уның эшен күрә белгән, халыҡҡа танытҡан өсөн редакция хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен еткерҙе. Афарин, еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ, уларға һәм ғаиләләренә бәхет, шатлыҡ,уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: