ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
26 Февраль 2021, 12:20

Был көн тарихта

Өфөлә музыка тәрбиәләнеүселәре интернат-мәктәбе (хәҙер Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты) асыла (1943)

Бөгөн 26 февраль (шаҡай), йома, йылдың 57-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 308 көн ҡала. Рәжәб (رجـب) айының 14 – се көнө. Ҡояш 08 сәғәт 10 минутта ҡалҡа, 18 сәғәт 46 минутта байый. Көн оҙонлоғо –10 сәғәт 35 минут.
Был көн тарихта.
Ихтилал барышында бөтә башҡорт йыйынында батша Пётр I-гә мөрәжәғәтнамә төҙөлә, уны Мәскәүгә алып барыу өсөн Дөмәй Ишкәев етәкселегендә 8 кешенән торған илселәр делегацияһы һайлана (1706)
Рәсәй империяһында Петр I ҡарары менән Тула ҡорал заводы нигеҙләнә (1712)
Петр I гвардия полктарында рядовой булып хеҙмәт итмәгән дворяндарға офицер чины биреүҙе тыйған ҡарар сығара (1714)
Эльбаға һөргөнгә ебәрелгән Наполеон Бонапарт утрауҙан ҡаса (1815)
Польша Рәсәй империяһы составына инә, сеймын һәм үҙ армияһын юғалта (1832)
Францияла дворян титулдары бөтөрөлә (1848)
Француз телсеһе Эмиль Литтре ғалим Шарль Эммануэль Седийо үтенесе буйынса микроб терминын уйлап сығара (1878)
Горловкала Рәсәй империяһында тәүге терегөмөш етештерелә (1886)
Петроградта сыуалыш. Дәүләт Думаһы таратыла. Көндөҙгө 12-нән яңы митингылар башлана, улар ҡорал көсө менән туҙҙырыла. Ҡалала баррикадалар барлыҡҡа килә. Дөйөм стачка һәм армияның инҡилапсылар яғына сығыуы башлана (1917)
Өфөлә музыка тәрбиәләнеүселәре интернат-мәктәбе (хәҙер Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты) асыла (1943)
Михаил Сергеевич Горбачёв «Тиҙләнеш» курсын иғлан итә (1986)
Чехословакия территорияһынан совет ғәскәрҙәре сығарыла башлай (1990)
Өфөлә VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары асыла (2013)
Тыуған көндәр. Сәйәси эшмәкәр, педагог Крупская Надежда Константиновна (1869—27.02.1939), башҡорт театр актёры, драматург Йомағолов Илшат Хәлил улы (1932—3.11.2007), опера йырсыһы Ғәзизова Зәйтүнә Сабир ҡыҙы (1937), ғалим-хирург, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы Бәкеров Әнүәр Әкрәм улы (1964), театр һәм кино актёры, шағир һәм йырсы Ғарипов Тимур Мөхәммәт улы (1975) һ.б.
Һөнәри байрамдар:
Слесарь көнө
Тәҙрә йыуыусылар көнө
Бөтә донъяла: Ашыҡмау көнө
Рәсми булмаған байрамдар:
Йәй йәшәгән өңдө эҙләү көнө
Яңы диета һайлау көнө
Яңы үтә заманса сәс киҫтереү көнө
Февралдең һуңғы йомаһы менән, дуҫтар! Күңелдәр шат, эштәр уң, донъялар имен булһын!
Читайте нас: