ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
26 Февраль 2021, 19:10

“Көнгәк оҫталары", һеҙ ҡайҙа?

Ҡорамалар тегеү, балаҫ һуғыу серҙәренә төшөнгөгөҙ килһә, фотолағы гүзәл ханым Нурия Бураҡанова тураһындағы мәҡәлә менән аҫтағы һылтанмаға инеп таныша алаһығыҙ.

Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Сираттағы конкурсыбыҙҙы башлап ебәрәбеҙ, уны “Көнгәк оҫталары” тип атарға булдыҡ. Ҡул эшенә маһир гүзәл заттарыбыҙ тураһында мәғлүмәтте һәм уларҙың фотоларын [email protected] адресына ебәреүегеҙҙе көтөп ҡалабыҙ.
Тәүге конкурсантыбыҙ - сығышы менән Бөрйән районы Ҡурғашлы ауылы ҡыҙы Нурия Бураҡанова - бер нисә тиҫтә йыл элек бәрәкәтле Мәләүез еренә килен булып төшә. Әсә йылыһы күрмәгән 17 йәшлек Нурияны иренең өләсәһе, 78 йәшлек Гөлсөм Әхмәтйән ҡыҙы үҙ ҡыҙылай ҡабул итә, ҡул эшенә өйрәтә. Бер-бер артлы тыуған балаларына кейемдәр бәйләй, өләсәһенә лә күлдәк тегеп кейҙерә Нурия. Наилә, Нурзилә, Луиза ҡыҙы, Алмаз улы үҫеп, осар ҡоштар кеүек үҙ тормошон ҡора. Ире, эшлекле фермер Салауат Насир улы, был донъянан бик иртә китә. Ауырлыҡтар сыныҡтыра, тиҙәр, Нурия бар күңелен ҡул эшенә һала. Арыҫлан мәҙәниәт йортонда этнограф булып эшләгән ханым уҡыусыларға ҡорама тегеү, туҡыма станогында эшләү серҙәрен өйрәтә. “Һәр кемдең үҙ почергы бар, мин сәскәле туҡымаларҙан мозаика яратам. Элек-электән ҡораманы матурлыҡ һәм туҡыма әрәм булмаһын өсөн дә теккәндәр. Өләсәй баҡыйлыҡҡа күсер алдынан үҙенең күлдәктәрен әрәм итмәй түшәк эшләргә васыят итеп әйтеп ҡалдырҙы. Уйлап ҡараһаң, борон иҫке сепрәкте лә ташламағандар.
Силәбе ҡалаһынан башҡорт ҡусҡары орнаментлы туҡыма алдыртып ҡушьяулыҡтар, ҡурсаҡҡа милли кейем тектем”, - ти ҡул оҫтаһы.
Халыҡ байрамдары, башланғыстары һәм традицияларына ихтирамлы мөнәсәбәтте, халыҡ кәсептәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән республика проектында еңеү яулап, Арыҫлан мәҙәниәт йортона туҡыу станоктары алына. Ә Нурия ханым Ғафури районы Сәйетбаба ауылындағы даны тирә-яҡҡа таралған оҫта Рабиға Йәрмәеваға барып туҡыу серҙәренә өйрәнеп ҡайта. Бөгөн иһә оҫтабикә ангорка кәзәһенең йөнө (мохер), тағы бәйләү өсөн заманса ептәрҙән шарф, палантин, буй балаҫтар туҡый, был шөғөлгә мәктәп уҡыусыларын да өйрәтә.
Читайте нас: