ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
26 Февраль 2021, 14:00

Тормош шау сәскәлә булһын өсөн

Тормошоғоҙҙо шау сәскәгә күмергә теләһәгеҙ, «ДАЧА УДАЧА»ға ашығығыҙ. Уның адресы: Шәкәрселәр ҡасабаһы, Комаров урамы, 23. Телефон: 8-9373378835Интернет селтәрендә «ДАЧА УДАЧА» төркөмөнә һылтанма: https://vk.com/club145581647.

Икең бер яҡҡа ҡарап йәшәгәндә, донъя йөгөн тигеҙ тартҡанда ғына бәхет бөтөн булалыр ул. Уйҙар, ниәттәр һәм хыялдар уртаҡ булғанда. Башҡарған эшеңдән ҡәнәғәтлек табыр өсөн ете ҡат тир сығарып тырышыуға ҡарағанда, күңелең ятҡан шөғөлөң менән булыу ҙа етәлер, моғайын.
- Был бизнес түгел, бары тик күңелебеҙгә ятҡан шөғөл генә,- тип ҡаршы алды мине «ДАЧА УДАЧА» ның хужалары Светлана Ғәләүетдинова һәм Ринат Хәлиулин. Бығаса эшмәкәрлектәрен башҡа юҫыҡта алып барған ғаилә ҡапыл ғына ер эшенә тотоноп китә. Хәйер, ҡапыл тип әйтеү дөрөҫ тә түгелдер, үҙемде белгәндән алып һәр ваҡыт тәбиғәткә тартылдым, ти ғаилә башлығы. Светлана Ғилметдин ҡыҙы ла һөнәре буйынса инженер булһа ла, матурлыҡҡа ғашиҡ кеше. Был пар бөгөн район һәм ҡалала төрлө емеш-еләк, ағас һәм сәскә үҫтереүсе эшҡыуарҙар булараҡ билдәле.
Улар менән аралашҡан ике-өс сәғәт эсендә баҡсасылыҡ буйынса тулы бер курс белем алдым үҙем. Үҫентеләр өсөн ниндәй тупраҡ яҡшы икәнен, уларҙың ҡайһыһы ҡояшты үҙ итә, ниндәй сәскәләр күләгәлә һәйбәтерәк үҫкәнен, ерҙе нисек дөрөҫ эшкәртергә, ниндәй ашламалар индерергә кәрәклеген дә аңлаттылар.
Матурлыҡҡа битараф булмаған, сәскәләр яратҡан кеше булараҡ, эшҡыуарҙарҙың теплицаһында үҫкән һәр гөлдөң исемен отоп ҡалырға күпме генә тырышһам да, уларҙың күптәрен сығыу менән оноттом, ә хужалар уларҙы күптән ятлап бөткән. Хатта сит тарафтан килгән үҫентеләрҙең ҡатмарлы атамаларын да төндә уятып һораһаң, һис ауырлыҡһыҙ әйтеп бирә торғандарҙыр.
Баҡса һәм ихата йәме булған күп йыллыҡ клематис, лилиә, пион ирис, хоста, уларҙан башҡа бругмансия, остеоспермум, аргирантемум һәм башҡа бик күп сәскәләр үҫтерә уңған хужалар. Бүлмә гөлдәренән гибискус, кроссандра, бугенвиллия, бальзамин, эписция, пеперомия, гинура, әсәй-өләсәйҙәребеҙ яратып үҫтергән яран, тамсы, миләүшә гөлдәренең әллә нисәмә төрөн табырға мөмкин. Шар формаһын алып үҫкән каллизия гөлө, мәҫәлән, йәйен тупһа, солан тирәһен биҙәү өсөн бик матур, ул асыҡ һауаны ла үҙ итә. Уларҙан башҡа ла бик күп төрлө сәскә үҫентеләре һатып алып була.
«ДАЧА УДАЧА»ла күп йыллыҡ сәскәләрҙең генә лә 100-ҙән артыҡ төрө үҫтерелә. Ҡар яуғансы баҡсаны йәмләп, шау сәскәгә күмелеп ултырған хризантемаларҙы кем генә яратмай икән? Бында уларҙың ниндәйе генә юҡ! Хужалыҡта ҡарағаттың бөтәһе 19, ҡурай еләгенең 12 сорты булһа, 20 төрлө ер еләгенең хатта аҡ төҫтәгеһе лә бар бында, аллергия сире менән ауырығандар иһә «Анабланка» тигәненә өҫтөнлөк бирә. Һары ҡурай еләген, мәҫәлән, балалар бик яратып ашай. Крыжовник, ҡара бөрлөгән, ежемалина, актинидия үҫентеләрен һатып алырға мөмкин хужалыҡтан. Инжир менән анар ҙа үҙ иткән уларҙың теплицаһын.
«ДАЧА УДАЧА»ла емеш ағастары ғына түгел, ылыҫлылар һәм матурлыҡ өсөн үҫтерелгәндәр ҙә байтаҡ. Шау сәскә атып ултырған спиреяны күргәнегеҙ бармы? Уны һеҙ үҙ баҡсағыҙҙа үҫтерә алаһығыҙ. Хужалар декоратив ағастарға ла өҫтөнлөк бирә, ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, улар унан сәскә, ағас үҫентеләре алып ҡайта.
- Бөгөн баҙарҙа үҫентеләрҙең ниндәй генә төрө юҡ, әммә сифатлы һәм беҙҙең һауа шарттарына яраҡлаштырылғандарын табыу еңел түгел, - ти Ринат Миңлеғәзим улы. Улар үҙҙәре тауарҙы йылдар буйына һыналған, ышаныслы кешеләрҙән генә алырға күнеккән. Магазин кәштәләрендә тупраҡтың да ниндәйе генә юҡ бөгөн, ә эшҡыуарҙар барлыҡ үҫентеләрен тик үҙебеҙҙең тупраҡта ғына үҫтерә, уны махсус урман һәм яландан алып ҡайталар. Ашламаны һәм башҡа кәрәк- яраҡты ла ышаныслы етештереүселәрҙән һатып алалар.
Бөтмөр йүнселдәрҙә һары мәтрүшкә, боланут һәм башҡа һаулыҡ өсөн файҙалы үләндәрҙе лә табырға мөмкин. Уларҙы йыйыу өсөн ҡайҙалыр ҡырға сығып йөрөргә кәрәкмәйәсәк, үҙеңдә лә үҫтереп була. Әйткәндәй, сит илдәрҙә фәҡәт шундай тәбиғи баҡсаларға өҫтөнлөк бирелә.
Аҡса эшләүҙе, шөғөлдәренән табыш алыуҙы тәүмаҡсат итеп ҡуймаған «ДАЧА УДАЧА» хужалары үҙҙәренә төбәп килгән һәр кемгә асыҡ, улар башҡаларға баҡсасылыҡ буйынса кәңәштәр бирергә, белгәндәрен өйрәтергә әҙер.
Һеҙҙә бөтә нәмә бар, тип килеп инә беҙгә кешеләр, - тип көлә Ринат Миңлеғәзим улы һәм ысынлап та, һәр һатып алыусы уларҙа үҙенә кәрәк үҫентене табып ҡыуана.
Бөгөн күп мәғлүмәт интернет селтәрендә булғанлыҡтан, эшмәкәрлеген күберәк социаль селтәр аша алып бара эшҡыуарҙар. Хужабикә үҙенә мөрәжәғәт иткәндәрҙең береһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмай, һәр һорауға яуап бирергә тырыша.
Яҙ етеп, ер ҡарҙан әрселә башлау менән кешеләр баҡса мәшәҡәттәренә күмеләсәк. Тормошоғоҙҙо шау сәскәгә күмергә теләһәгеҙ, «ДАЧА УДАЧА»ға ашығығыҙ. Уның адресы: Шәкәрселәр ҡасабаһы, Комаров урамы, 23. Телефон: 8-9373378835
Интернет селтәрендә «ДАЧА УДАЧА» төркөмөнә һылтанма: https://vk.com/club145581647.
Читайте нас: