ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
1 Март 2021, 13:20

Ғаилә - башҡорттоң төп йәшәү асылы

Мәләүез ҡалаһында йәшәгән милләттәштәребеҙ Гөлназ һәм Ирек Баязитовтарҙың күркәм ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға: яңыраҡ улар Аяз улдарына иптәшкә бәпес алып ҡайтты.

Календарҙа яҙҙың тәүге көнө шулай билдәләнгән һәм хәҙер беҙҙә милли, ижтимағи-сәйәси даирәләрҙә шулай тип йөрөтөлә.
Ғаилә - ил тотҡаһы, беҙҙең өсөн ул ил терәге генә түгел, тел, йола, мәҙәнилекте лә һаҡлаусы донъя. Ғаилә-ҡәлғәбеҙҙе гел яҙ ҡояшы яҡтыртһын, йылытһын һәм ул ситтән иҫкән яуыз ел-бурандарға бирешмәһен ине. Ҡатын ирҙе, ир ҡатынды, бала ата-әсәйҙе, өләсәй-олатайҙы, башҡа туғандарҙы хөрмәт итһен, яратһын.
Ҡайһы ғына йоланы алып, ниндәй генә тарихты байҡама, ғаилә ҡиммәттәре башҡорттоң төп йәшәү асылы, тормош байлығы булған. Һәр төрлө халәттә лә ғаиләләрен һаҡлап ҡалырға, балаларын атайлы-әсәйле үҫтерергә тырышҡан улар. Яҙҙың тәүге көнө - терелеккә яңы һулыш, яңы тормош бөрккән үҙе бер башланғыс, уяныу миҙгеле. Тап ошо көндә билдәләнгән милли байрамыбыҙ ҙа башҡорт ғаиләләренә тере һыу һипкәндәй, бәхетебеҙ артыуҙың, асылыбыҙға ҡайтыуҙың башы булһын! Йылдың һәр көнөндә лә иң күркәм ғаилә, иң өлгөлө халыҡ булып, һоҡландырып йәшәргә яҙһын! Мәләүез ҡалаһында йәшәгән милләттәштәребеҙ Гөлназ һәм Ирек Баязитовтарҙың күркәм ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға: яңыраҡ улар Аяз улдарына иптәшкә бәпес алып ҡайтты. Ауырлығы 3 килограмм 8 грамм, буйы 49 сантиметр булып был донъяға килгән ҡыҙҙарына бәхетле ата-әсәй Йәсминә исемен ҡушҡан.
Мәләүез районы һәм ҡалаһының ЗАГС бүлеге начальнигы Лилиә Менчикова 100-сө тыуған сабыйҙы теркәгәндән һуң, таныҡлыҡты атай ҡулына тотторҙо, уларға бәхет, иҫәнлек теләне.
Читайте нас: