ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
3 Март 2021, 16:45

Башҡаса йәшәй белмәйем

Восточный ауылында йәшәгән Зәйлә Әлмөхәмәтовала йыр-моңға һөйөү ҡандан килә һәм ғүмере буйы оҙата бараҺыртлан ауылында башланғыс класты тамамлағандан һуң, әсәһенең бер туған апаһы, Башҡортостандың танылған радиохәбәрсеһе, режиссеры Фәниә Хәлитова уны Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге интернат-мәктәпкә урынлаштыра. Пианинола, гитарала оҫта уйнаған, моңло итеп йырлаған ҡыҙ сәнғәт юлынан китһә, бөгөн, бәлки, ҙур тамаша залы йыйған республикала арҙаҡлы артист булыр ине.

Восточный ауылында йәшәгән Зәйлә Әлмөхәмәтовала йыр-моңға һөйөү ҡандан килә һәм ғүмере буйы оҙата бара
Һыртлан ауылында башланғыс класты тамамлағандан һуң, әсәһенең бер туған апаһы, Башҡортостандың танылған радиохәбәрсеһе, режиссеры Фәниә Хәлитова уны Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге интернат-мәктәпкә урынлаштыра. Пианинола, гитарала оҫта уйнаған, моңло итеп йырлаған ҡыҙ сәнғәт юлынан китһә, бөгөн, бәлки, ҙур тамаша залы йыйған республикала арҙаҡлы артист булыр ине. Зәйлә иһә 10-сы кластан һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит ил телдәре факультетына уҡырға инә. Биш йылдан йәш белгес тыуған яғына ҡайтып, Первомай мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Ауылдың уңған егете, тракторсы Илбәк Мик улы менән ғаилә ҡора, өс балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына баҫтыралар. Донъя бер аҙ яйланғас, күңелгә тыныслыҡ бирмәгән йыр-моңға һыуһау тойғоһо тау шишмәһеләй урғый: үҙе янына таланттарҙы туплап, ижад эшен йәйелдерә.
Бына дүрт йыл инде Мәләүез районының Восточный ауылында “Илһам” ансамбле эшләп килә. Бында яҡын-тирәләге Һыртлан, Һарыш, Мотай, шулай уҡ Күгәрсен районы Йомағужа ауылдарынан сәнғәткә мөкиббән киткән ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша.
Нисек башланып китте икән был изге эш? “Һәр кемдең дә йәшерен хыялы була. Үҙ-үҙемдең мөмкинлегемде раҫлау, тормоштоң йәмен бөтөнләй икенсе яҡтан асыу теләге миндә һәр саҡ янар ҡуҙ кеүек йөрәгемде йылытты”, - ти ансамбль етәксеһе Зәйлә Әлмөхәмәтова.
Гәзитебеҙҙең бөгөнгө геройы Восточный урта мәктәбендә 35 йыл балаларға инглиз һәм немец телдәрен өйрәтә. Районда билдәле, юғары категорияға эйә педагог Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Ике тиҫтәнән ашыу уҡыусыһы уның эҙе буйлап китеп, инглиз теле уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Юғары уҡыу йортона ингән уҡыусылары, мәктәптә яҡшы әҙерлек алғас, һис ауырлыҡһыҙ сит телдәрҙе үҙләштерә.
Студент йылдарында һәм эш дәүерендә районда төрлө кимәлдә үткән сараларҙа бик әүҙем ҡатнаша Зәйлә Рафиҡ ҡыҙы.
“Ҡасан ғына хаҡлы ялға сығаһың инде? Вокаль ансамбль ойошторор инең”, - тигән үтенестәр яңғырай башлай ауылдаштары, әхирәттәренән. Зәйлә Рафиҡ ҡыҙының ансамбль ойоштороу теләге электән күңелендә йөрөй, әммә аккомпаниатор, йырҙың минусовкаһын табыуы ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Башта мәктәптә балаларҙы музыкаға өйрәтеү түңәрәген ойоштора. Уҡыусыларының район кимәлендәге конкурстарҙа еңеүе уға дәрт өҫтәй. “Ни эшләп әле хаҡлы ялға сыҡҡанды көтөргә, аҙнаһына бер-ике сәғәт буш ваҡыт табырға була ла инде, тип уйланым да телефон һандарын барлай башланым. Йырлай белеү-белмәүен дә иғтибарламаным, минең өсөн төркөмдәге ҡатын-ҡыҙҙың кешелек сифаттары беренсе урында булды”, - ти Зәйлә апай. 2016 йылда тәүге репетицияға йыйылып, ансамблгә исем һайлайҙар. “Фәниә Хәлитова-Сөләймәнованың “Илһам” исеме менән сыҡҡан тапшырыуы бар ине. “Ҡыҙым, минең тапшырыуымдың исемен ал, эшемде дауам иткән кеүек булыр”, - тигәйне. Ҡыҙҙар ҙа был тәҡдимде ҡыуанып хупланы”, - ти етәксе. Шулай итеп, “Илһам” ансамбле үҙенең ижад юлын башлап ебәрә. Репетицияға эшкә йөрөгән кеүек көн ҡалдырмай йөрөйҙәр, онотолоп китеп өсәр сәғәт шөғөлләнгән ваҡыттары ла булғылай. Ауылдағы сараларҙа сығыштарын халыҡ алҡышлап ҡаршылағас, “илһам”дарға дәрт өҫтәлә. “Беҙҙең репертуарҙа халыҡ йырҙары өҫтөнлөк итә. Халыҡ ҡомартҡыларын тергеҙеү һәм тамашасыға еткереү - үҙе бер ҡыуаныс. “Ете ҡыҙ”, “Гөлнәзирә”, “Ҡыҙыл юрға”, “Йыйҙым еләк”, “Йыуаса” тигән йырҙарҙы кинәнеп башҡарабыҙ. Инглиз, немец теленә тәржемә ителгәндәре лә бар. “Ҡаҙ ҡанаты” һәм “Шәл бәйләнем” көйҙәренә бейеү һалдыҡ. Икеһенә лә шәл кәрәк булып сыҡты. Ғүмерҙә ырғаҡ тотмаған ҡатындарҙы шәл, косынка бәйләргә өйрәттем. Хәҙер үҙҙәренә бер шөғөл арттырҙылар: туғандарына бәйләмдәрен бүләк итеп ҡыуаналар”, - ти Зәйлә Рафиҡ ҡыҙы.
2017 йылда район сараһының береһендә “Илһам” ансамбленең уңышлы сығышынан һуң уларҙың эргәһенә “Бай баҡса” телеконкурсында еңгән мөләйем йөҙлө апай килеп, гөлгә күмелгән баҡсаһында тапшырыуҙа ҡатнашыуҙарын үтенә. Шулай итеп, ансамбль ағзалары “Йыйҙым еләк” йырын башҡарып, матур видео төшөрә һәм “Ҡурай” каналына ебәрә. Башҡортостандың билдәле режиссеры Франгиза Илбәкова уларҙың колоритлы сағыу сығышын күреп, “Илһам” ансамбле башҡарған “Ҡыҙыл юрға” йырына клип төшөрә. Унда төп ролде донъя күләмендә танылған ҡурайсы Ишморат Илбәков башҡара, ҙур булмаған сюжет йөрәктәрҙе тетрәндерә. Талант эйәләренең уларға иғтибары тағы ла дәрт, илһам өҫтәй. Яҡын-тирә ауылдарға, күрше райондарға сығып концерттар ойоштора, шулай уҡ республика күләмендәге сараларҙа сығыш яһайҙар.
Ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер етәксе. Райондың йәш таланты Самир Латиповҡа ярҙам итһенме, яҡташыбыҙ Ғәлим Дәүләдигә арнап шиғыр яҙһынмы - уның ҡулынан бары ла килә. 2018 йылда ике фажиғәле хәл уларҙы тетрәндерә. Восточный мәктәбенең сығарылыш уҡыусыһы аварияға осрай, дауаланыу өсөн аҡса талап ителә. Икенсе сығарылыш класс уҡыусыһы, өйләнеп донъя ҡорғас, ҡыҙы Аделияға ла ярҙам кәрәк була. Зәйлә Рафиҡ ҡыҙы етәкләгән “Илһам” ансамбле хәйриә концерттары ойоштора, ҡулынан килгәнсә уларға ярҙам итә. “Аллаға шөкөр, икеһе лә иҫән, тәүгеһе аяҡҡа баҫып эшләп йөрөй, икенсеһе Израилдә дауаланып ҡайтып, әле реабилитация курсы үтә”, - ти, башҡаларҙың шатлығын үҙенекеләй ҡабул иткән ханым.
Ансамблдең исеме есеменә тап килеп тора. Талантлы ҡыҙҙар бар эшкә маһир. “Гөлнәзирә” Һәм “Ураҡсы ҡыҙ” йырҙарына клип әҙерләгәндәр. Үҙҙәре үк башҡорт халыҡ кейемдәрен тегә, биҙәүестәрен етештерә, кейеҙ баҫырға өйрәнгәндәр. “Уҡыусым Алина Хантимерова - кейеҙ баҫыу оҫтаһы. Үҙенә һәм туғандарына кейеҙҙән тапочкалар, быйма, эшләпә, сумкалар эшләп бүләк итә. Ул һөнәргә беҙҙе лә өйрәтте. Кейеҙ һаҡалдарыбыҙ ҙа бар хәҙер.Ҡашмау эшләргә ниәтләйбеҙ”, - ти Зәйлә Рафиҡ ҡыҙы. Тик пандемия арҡаһында ғына күп башланғыстары туҡталып торған. Сир таралмаҫтан алда район ағинәйҙәрен саҡырып, ҙур сара уҙғарғандар: кейеҙ баҫыу серҙәре менән уртаҡлашҡандар, бай йөкмәткеле концерт менән сығыш яһағандар.
Ауылдағы апай-инәйҙәрҙе күтәреп, туплап, йәшәү дәрте, илһам өҫтәгән, үҙ тамашасыһын тапҡан “Илһам” ансамбле етәксеһе Зәйлә Рафиҡ ҡыҙына ҡарап тик һоҡланырға ғына ҡала. Бөгөн 60 йәшлек юбилейы айҡанлы ҡотлау һүҙебеҙҙе шиғыр юлдары менән тамамлағы килә:
Ҡайнар сәләм беҙҙән ҡыуаныслы
Алтмыш йәшең тулған көнөңдә.
Ныҡлы һаулыҡ һиңә күп йылдарға
Бәхет нуры янһын йөҙөндә.
Тыуған көнөң менән бөгөн һине
Тәбрикләйбеҙ ысын күңелдән.
Бер ҡасан да һүрелмәһен ине
Йылмайыуың нурлы йөҙөңдән.
Зәйлә Әлмөхәмәтова:
“Илһам” ансамбле күрше тирә-яҡ ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын да үҙенә йәлеп итә: коллективтағы 15 ҡатын-ҡыҙҙың һәр береһен йөҙөк ҡашылай күрәм. Һыртлан ауылынан Миңлегөл Буранғолова, Мотайҙан Фирүзә Ғиниәтуллина, Һарыш ауылынан Венера Ғабдуллина, өсөһө лә клуб мөдире. Иң өлкәне - Миңьямал Мәхмүтова, репетицияға Һыртландан елдереп килеп етә. Өс балаға әсәй, 9 ейән-ейәнсәргә өләсәй, тәмле бәлештәре менән беҙҙе һыйларға ярата. Үрнәк алырлыҡ позитив апай. Гүзәл менән Зилиә Кинйәбулатовалар икеһе лә һөнәре менән ашнаҡсы. Дәртле, бар эште урынына еткереп башҡарған килендәштәр бейеү номерҙарын оҫта ҡуя. Гүзәл - өс балаға әсәй, ике ейәнсәре бар. Зилиә тормош иптәше менән ике бала үҫтерҙе. Урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Хәсәнова йырлап ҡына ҡалмай, оҫта алып барыусы ла.
Әнгизә Ҡәйүмова иһә алты балаға ғүмер бүләк иткән әсә, тәүге Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың ҡулын ҡыҫҡан кеше. Балалары ла тәртипле, уҡыуға маһирҙар.
Нәзирә күршем ауылда дин буйынса белем алыуҙы ойошторған, йыр-моңға ла ғашиҡ кеше. Бер репетицияны ла ҡалдырмай. Апалы-һеңлеле Миңзилә Заһитова менән Әминә Мөҙәрисова - минең бала саҡ дуҫтарым. Беренсеһе Күгәрсен районында, Йомағужа ауылында йәшәһә, икенсеһе Һарыш ауылынан. Икеһе лә өләсәй. Әминәбеҙ өс баланы тәрбиәгә алып, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙы. Тағы берәйһен ҡарарға алайым, тип опека бүлегенә барғас: ”Әминә Миңлевәли ҡыҙы, һеҙ бит оҫта тәрбиәсе, әллә тағы дүртәүҙе алаһығыҙмы? Улар бит бер туғандар, айырырға ярамай”, - тигәс ризалашҡан. Башҡа милләттән булһалар ҙа, һыу эскәндәй татарса һөйләшеп йөрөй балалары.
Көслө, моңло тауышы менән айырылып торған Венера Ғәйнетдинова, мәғлүмәти технологиялар менән “дуҫ” Зөлхизә Фәттәхова ансамблгә яңы ҡушылды.
Алда пландарыбыҙ ҙур. Репертуарҙы байытыу, башҡарыу кимәлен, сифатын яҡшыртырға, ике тауышҡа йырлай башларға ниәтләйбеҙ.
Республика буйынса уҙғарылған таҡмаҡтар конкурсында ҡатнашып, призлы урын яулауға өмөт итәбеҙ.
Булат Биков :
  • Алға үҫеш тенденцияһы менән барған “Илһам” ансамленең үҙҙәренә генә хас башҡарыу алымдары, үҙенең ижади йөҙө бар. Зәйлә Әлмөхәмәтованың үҙенең маҡсатына тоғро булыуына, уға ирешә барыуына, яҡшы ойоштороусы булараҡ ихтирам итәм. Юлға яғыулыҡ юҡ, тип аптырап тормай, ауылдар буйлап концерттар ҙа ойоштора. “Урын кешене биҙәмәй, кеше урынды биҙәй”, тиҙәр. Шул турала уйлаған һайын, коллектив туплап, кешеләрҙе ижади эшләргә көйләгән Зәйлә Рафиҡ ҡыҙы тормошта үҙ юлын тапҡан, шуға ла уға хөрмәтем ҙур.
  • Читайте нас: