ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
9 Март 2021, 16:00

Ҡумта эсе байлыҡ

Ҡатын-ҡыҙҙың һәр береһенең яратҡан ҡумтаһы бар. Кемдер унда биҙәнеү-төҙәнеү әйберҙәрен һаҡлай, ә Восточный ауылында йәшәгән башҡорт халыҡ костюмына биҙәүестәр эшләү, кейеҙ баҫыу оҫтаһы Алина Хантимерованың һандығында иһә төҫлө йөндән берет, ҡатын-ҡыҙҙар сумкаһы, быйма, тапочкалар урын алған. Мәрйен менән биҙәлгән, ҡояш нурында балҡыған нәзәкәтле йомшаҡ әйберҙәрҙең матурлығын әйтеп аңлатыу мөмкин түгел, уларҙы үҙ күҙең менән күрергә кәрәк. Кейеҙҙән үҙенсәлекле ҡул эштәрен өйрәнгегеҙ килһә, һылтанмаға инеп уҡығыҙ. https://kungak.rbsmi.ru/articles/razdel-1/umta-ese-bayli-708314/

Ҡатын-ҡыҙҙың һәр береһенең яратҡан ҡумтаһы бар. Кемдер унда биҙәнеү-төҙәнеү әйберҙәрен һаҡлай, ә Восточный ауылында йәшәгән башҡорт халыҡ костюмына биҙәүестәр эшләү, кейеҙ баҫыу оҫтаһы Алина Хантимерованың һандығында иһә төҫлө йөндән берет, ҡатын-ҡыҙҙар сумкаһы, быйма, тапочкалар урын алған. Мәрйен менән биҙәлгән, ҡояш нурында балҡыған нәзәкәтле йомшаҡ әйберҙәрҙең матурлығын әйтеп аңлатыу мөмкин түгел, уларҙы үҙ күҙең менән күрергә кәрәк.
“Аҡ йөнгә вискоза ебәк ҡушып эшләгән сумканы һеңлемә туйға бүләк иттем. Юбилей, тыуған көнөн байрам иткәндәргә иҫтәлеккә бирәм”, - ти Алина. Ул үҙенең эштәрен күрһәтә, йөндән әүәләп эш барышы менән аңлата бара. Күңел йылыһы менән һуғарылған ҡул эштәре ғәжәйеп матур. Тәбиғи ебәкте - Ҡаҙағстан, Павлодар яҡтарынан, фурнитураны интернет аша алдыртҡан. Баҡтиһәң, тапочка әүәләр өсөн Троицк фабрикаһында етештерелгән йоҡа йөн ҡулай. “Ауылдарҙа халыҡ һарыҡ йөнөн ҡайҙа ҡуйырға белмәй хәҙер, эшкәртеп тә тормай арзан хаҡҡа һата йә ташлай. Йәйге, яҙғы һарыҡ йөнө ойоҡбаш бәйләргә барһа, көҙгө йөн ултыра - уныһынан быйма баҫырға яраҡлы”, - тип Алинаның әсәһе Рәйсә апай һүҙгә ҡушыла. Киләсәктә үҙе теткән йөндө һатыуҙыҡына ҡушып әүәләргә иҫәптәре. Юҡһа, һатып алынған - һарымһаҡ, тиҙәр, йөндөң хаҡы “тешләшә”.
Алина ҡашмау һәм башҡа милли кейемде ижад итергә тотонор алдынан китаптарҙан уҡыған, Өфөләге милли музейҙағы күргәҙмәләргә барған, уның тарихы менән ныҡлап танышҡан. Оҫтабикә, марля һалып, жилет та эшләгән. Былтыр райондың ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаларына оҫталыҡ дәресе үткәргән, йөндән әүәләп һаҡал, сәскә эшләргә өйрәткән. Баҡтиһәң, йөн әүәләгәндә москит селтәре, ҡалтыратып тығыҙлау машинаһы ҡулайлы икән. Шулай ҙа күпме түҙемлек, тәртип, оҫталыҡ, иң мөһиме, теләк талап итә был сәнғәт. Алинаның һайлаған һөнәре үҙенең характер һыҙаттарына йоғонто яһағандыр: аграр университетында һыу менән тәьмин итеү, канализация системаһы буйынса диплом эшен яҡлай, Өфөлә проектлаусы булып эшкә урынлаша. Улы Асҡарҙы тәрбиәләп, декрет ялында булһа ла, ситтән тороп эшләүен дауам итә: һыу таҙартыу ҡоролмаларына проект һыҙа. Ауылда интернет та насар тота, бала ла үҙенә иғтибар талап итә, шуға ҡайһы берҙә төнөн тороп һыҙмаларға тотонғаны бар.
Яҡындарына нур өләшеп, һәр эшенән кинәнес тапҡан, матурлыҡ тыуҙырған Алина Хантимерованың эштәренә һоҡланып туйманым.
Тирә-яғыбыҙҙа талантлы кешеләр иҫ китмәле күп бит ул. Шуға күрә ҡыйыуыраҡ булығыҙ, “Көнгәк оҫталары” конкурсында үҙегеҙҙе күрһәтегеҙ. Һеҙҙең ижадығыҙ яҡындарығыҙҙы ғына түгел, башҡаларҙы ла һөйөндөрһөн.
Читайте нас: