Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
17 Июнь 2021, 14:46

Бәхет сере - күңел сафлығында

Бер-береһен хөрмәтләп, ҡәҙерләп йәшәгәнгә күрәлер уларҙа көс тә, дарман да һүнмәгән, һүрелмәгән.

Йәмғиәтебеҙҙе йәмләп, ысын мәғәнәһендә, һоҡланыу тойғоһо уятып йәшәгән яҡташтарыбыҙ бар. Улар менән бер ултырып һөйләшеү – үҙе бәхет. Миңә лә иҫ киткес сифаттарға эйә матур пар менән аралашыу мөмкинлеге тыуҙы. Улар - район-ҡалабыҙҙа билдәле Зәбиҙә һәм Ғәйфулла Маликовтар.
... Сәскәгә күмелгән ихата буйлап, таҙа ғына баҡсаға күҙ һалып, йортҡа уҙам. Тәмле бәлеш еҫтәре аңҡыған аш бүлмәһенән йылмайып хужабикә ҡаршы ала, үҙе ихлас, үҙе мөләйем. Артынса килеп сыҡҡан ғаилә башлығы ла, яҡын туғанын күргәндәй ҡыуанып, хөрмәт күрһәтеп, түр башына саҡыра. Эстән генә халҡыбыҙҙың ни тиклем ябай, ҡунаҡсыл булыуына тағы бер инанып, ҡыуанып ултырам.
Йор һүҙле, зирәк аҡыллы, ипле һәм итәғәтле апай, ағай менән улар үткән тормош юлы хәтирәләренә сумабыҙ.
Ғәйфулла ағай Федоровка районының Юлдаш ауылында тыуһа ла, тамырҙары Бәләкәй Моҡасҡа барып тоташа. Хәйер, бала сағы шунда уҙа ла уның.
- Туғыҙ балалы ғаиләлә мин - беренсеһе, - ти ул. – Атайым Фәтҡулла әсе яҙмыш кисергән кеше, апаһы Ғәзизә менән бик иртә үкһеҙ йәтим ҡала. Аслыҡ, юҡлыҡ заманында 5 һәм 7 йәшлек балалар мөғ­жизә менән иҫән ҡала. Буй еткергәс, Кө­йөргәҙе районы һылыуы әсәйем Ғәзизә менән тормошон бәйләй. Икеһе лә колхозда бил бөгә. 3-сө төркөм инвалиды атайым ат ҡарай, әсәйем ферма һыйырын һауа.
Ғәйфулла ағайға ла апаруҡ өлөш төшә. Кем әйтмешләй, әҙәм балаһының эштән бәхете бар инде ул. Бәләкәйҙән ҡул араһына инеп, өлкәндәр менән бер рәттән колхоз үҫешенә үҙ өлөшөн ин­дерә. Маячный ҡасабаһында механизаторлыҡҡа уҡып сыҡҡас, комсомол йүнәлтмәһен алып Ҡаҙағстан далаларына сиҙәм аҡтарырға юл тота. Ике йылға һуҙылған бурысын ул намыҫ менән башҡара. Яңауыл районынан килгән Зәбиҙә исемле ҡыҙ менән дә ул нәҡ Ҡаҙағстанда таныша. Яҙмыш әҙерләгән бүләктәр иҫ китмәле бит ул. Бер осраҡлы мәл кешеләрҙең тотош ғүмерен үҙгәртеү көсөнә эйә. Зәбиҙә менән Ғәйфулла ла шул осрашыуҙан ҡабат айырылмай. Оҙон тормош юлын бергә үтеп, 80 йәшкә лә еткәндәр. Етеҙ баҫып йөрөгән теремек Маликовтарға ҡараһаң, уларҙың йәшен билдәләү мөмкин дә түгел. Икеһе лә йәш сырайлы, мөләйем. Бының сере уларҙың эске торошонда, күңел матурлығындалыр тип уйлайым. Уй-фекере тик яҡшылыҡта, ғәмәлдәре изгелектә уларҙың. Зәбиҙә Әхмәтхужа ҡыҙы ла, Ғәйфулла Фәтҡулла улы ла иманын юлдаш иткән, Аллаһ ҡушҡанын теүәл үтәп, тыйғанынан тыйылып көн күргән кешеләр. Икеһе лә баш ҡалабыҙҙағы “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә белем ала, Ғәйфулла ағай – имам, тиҫтә йылдан ашыу Ҡотош мәсете имам-хатибы булһа, Зәбиҙә ханым 17 йыл дауамында Мәләүез мәҙрәсәһендә ғәрәп телен уҡыта. Әйткәндәй, улар биргән төплө белем күптәргә ярҙам бирә. Бөгөн дә уҡыусылары сикһеҙ рәхмәтен еткереп, изге теләген белдерә, аралашып, хәл белешеп торалар. Хеҙмәт емешеңдең ошонан да татлыһы бармы? Изге эшеңә изге һүҙ ишетеү иң юғары баһалыр.
Хажға барыу ғәмәлен дүрт тапҡыр үтәгән Ғәйфулла имам, хаҡ мосолман булараҡ, быуаттар буйы һаҡланған ислам динебеҙҙең таҙалығын, дөрөҫлөгөн күтәрә, уға тап төшөрмәй, тупланған белеме ме­нән уртаҡлаша. 2014 йылда уңышлы эше өсөн ул Башҡортостан Рес­публикаһы Диниә назараты тарафынан мөхтәсибәттең иң яҡшы имамы исемен ала.
Уңған, егәрле, тырыш ирле-ҡатынлы Маликовтар ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен тыуған ил үҫешенә бағышлаған. Ҡайҙа эшләһәләр ҙә, маҡтауға лайыҡ була хеҙмәт ветерандары.
Бөхтә, йылы, йәмле өй эсендә күңелгә ниндәйҙер рәхәтлек, һиллек килә. Аҙан тауышы, изге аят-сүрәләр, доғалар, теләктәр тынмаған йорт иман нурына тулған. Стеналарҙа мәсеттә эшләгән дәүер баннеры эленгән. Балаларының һүрәттәре, йәшлек йылдары фотолары ла үҙ урынын алған.
Мөхәббәткә сорналған дуҫ, татыу ғаиләлә өс ул үҫеп буй еткергән. Бөтәһе лә - офицер. Өлкәндәре Ринат ҡатыны Әлфиҙә менән Күгәрсен районы Йомағужа ҡасабаһында донъя көтә. Йәштән Маликовтар нәҫеленә тап төшөрмәгән егет армия хеҙмәтен бүлексә командиры булып үтә. Ринаттың эше газ менән бәйле, хәләл ефете - уҡытыусы. Уртансылары Марат афған һуғышын үткән, әле адвокат, юрист булып эшләй, килендәре Лариса торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында кадрҙар начальнигы йөгөн тарта. Кинйә улдары Альберт уҡытыу үҙәгендә начальник урынбаҫары, полковник, ҡатыны - Әлфиә район суды судьяһы. Бәхетле олатай, өләсәй ейәнсәрҙәре Эльвира, Ләйсән, Наилә, Юлиә, Лилиәнең уңыштарына һөйөнөп йәшәй. Баланың балаһы балдан татлы, тиҙәр. Маликовтарҙың иң “татлы”ҡайҙары бүлә-бүләсәрҙәре лә тормош йәме, ғәзиз бүләге. Алмаз, Рамазан, Аделина көтөп алған ҡәҙерле ҡунаҡтары, тиҙҙән уларҙың йорто тағы ла бер сабый тауышына күмеләсәк тип көтөлә, бирһен Хоҙай.
... Һәр ғаилә тормошо үҙе бер тарих. Кемдер уны матур, оҫта итеп яҙа, кемдер ҡатмарлаштырып сыймаҡлай. Маликовтарҙың тарихы фәһемле, һоҡланғыс, ҡабатланмаҫ. Йәш саҡта ҡабынған һөйөү уты уларҙың күҙ ҡарашында йылылыҡ булып бөркөлә. Бер-береһен хөрмәтләп, ҡәҙерләп йәшәгәнгә күрәлер уларҙа көс тә, дарман да һүнмәгән, һүрелмәгән. Тормош юлының тигеҙлеге, шымалығы, туралығы фәҡәт ана шул үҙ-ара матур мөнәсәбәткә бәйлелер. Афарин, тип әйткем килә уларға. Бына бит ул – тормош өлгөһө, татыулыҡ һәм дуҫлыҡ күрһәткесе, һөйөү көсө.
Аллаһтың рәхмәтендә, ҡурсыуында шатлыҡҡа, бәхеткә, уңышҡа төрөнөп, бәрәкәтле оҙон ғүмер кисерегеҙ, Зәбиҙә апай һәм Ғәйфулла ағай!
Әлиә ӘМИРОВА.
Автор фотоһы.
Ҡәҙерле ирем, атайыбыҙ Ғәйфулла Фәтҡулла улы Маликовты 80 йәше тулыу айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һин беҙҙең тормош йәме, терәгебеҙ, таянысыбыҙ. Өлгөлө, хәстәрсел ғаилә башлығы булғаның өсөн сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Әсәйебеҙ менән оҙаҡ йылдар бергә-бергә ҡыуаныстарға тулы бәхетле оҙон ғүмер йәшәргә яҙһын. Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, хәйерле киләсәк, бәхетле ҡартлыҡ, балалар игелеге теләйбеҙ.
Ҡояш кеүек йылы һибәһең,
Йондоҙ булып нурҙар сәсәһең.
Тормош юлыбыҙҙа маяҡ булып
Изге кәңәштәрең бирәһең.
Йөрәктәрҙә йөрөгән наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр.
Оҙон ғүмер, шатлыҡ, аҡ бәхеттәр –
Беҙҙең һеҙгә әйтер теләктәр.
Ҡатының, улдарың, килендәрең, ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.
Читайте нас: