Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
9 Июль 2021, 16:55

Итәғәтлелек, әҙәплелек, тәрбиәлелек - беренсе урында

Бөгөн редакцияла ҡунаҡта - Египетта төпләнгән яҡташтарыбыҙҙың улы Ибраһим Кәримов исемле егет. Ете йәшендә уның ата-әсәһе сит илгә йәшәргә күсеп китә. Тиҫтә йылдан һуң ул тыуған ҡалаһына, Мәләүезгә, өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан. Өс көн - ҡунаҡ, унан һуң - муйнаҡ, ти халыҡ мәҡәле. Эш яратмаған кеше йылдар буйы ла түшәмгә төкөрөп ятыусан. Ә Ибраһим каникул осоронда ҡаланың үҙәк майҙанында яҡтылыҡ үткәреүсе электриктар араһында, һөнәрселәр янында өйрәнсек булып эшләп йөрөй. “Атай-әсәйҙән аҡса һорап ятҡансы, үҙең тапҡаның күпкә артыҡ”, - тип иҫәпләй ул. (Беҙҙә иһә бик һирәктәрҙең 16-17 йәшлек балаһы үҙенең кәрәк-ярағы өсөн аҡса йүнләй, шулаймы?)

11 июль - Ерҙә йәшәүсе бөтә донъя халыҡтар көнө. Ер шары үҙенсәлекле планета. Унда үҙҙәренең, тышҡы ҡиәфәте, этник төркөмө, дине буйынса айырылған төрлө милләт йыйылған. Материктар биләмәләрҙе айыра, ләкин унда йәшәгән халыҡты түгел. Быуаттар буйына бергә-бергә йәшәгән кешеләр, бер-береһенән файҙалы ғилемдәр алып берләшкән мәҙәниәт мираҫы булдырып, бер биләмәлә тыныс тормошта йәшәй. Һәр халыҡ үҙенсә уникаль. Ул үҙ мәҙәниәтен һаҡлаусы булып тора. Быуындан-быуынға милли ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын тапшырып, кешелектең дөйөм мәҙәниәтенә үҙ өлөшөн индерә.
Бөгөн редакцияла ҡунаҡта - Египетта төпләнгән яҡташтарыбыҙҙың улы Ибраһим Кәримов исемле егет.
Ете йәшендә уның ата-әсәһе сит илгә йәшәргә күсеп китә. Тиҫтә йылдан һуң ул тыуған ҡалаһына, Мәләүезгә, өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан. Өс көн - ҡунаҡ, унан һуң - муйнаҡ, ти халыҡ мәҡәле. Эш яратмаған кеше йылдар буйы ла түшәмгә төкөрөп ятыусан. Ә Ибраһим каникул осоронда ҡаланың үҙәк майҙанында яҡтылыҡ үткәреүсе электриктар араһында, һөнәрселәр янында өйрәнсек булып эшләп йөрөй. “Атай-әсәйҙән аҡса һорап ятҡансы, үҙең тапҡаның күпкә артыҡ”, - тип иҫәпләй ул. (Беҙҙә иһә бик һирәктәрҙең 16-17 йәшлек балаһы үҙенең кәрәк-ярағы өсөн аҡса йүнләй, шулаймы?)
Үтеп кенә барышлай, үҫмерҙең ҡатын-ҡыҙға булған итәғәтле мөнәсәбәте менән үҙенә йәлеп итте ул мине. (Беҙҙә, мәҫәлән, йәмәғәт транспортында өлкәндәргә урын биреү бик һирәк осрай торған күренешкә әйләнеп бара). Египетта, Дубайҙа йәшәп алған егетте урындағы йәшәйеш тәҫьораттары менән уртаҡлашыуын, үҙе тураһында һөйләүен үтенәм.
Ибраһим ғаиләләге ун бала (!) араһында иң ҙуры. Ата-әсәһе Оксана менән Женя Кәримовтар шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөллләнә. 9-сы класты тамамлаған геройыбыҙ ғәрәп телендә яҡшы һөйләшә, урындағы халыҡтың диалект телен яҡшы белгәнлеге өсөн сауҙа эше буйынса һорауҙар тыуһа, атаһы улына мөрәжәғәт итә. Египетта дини ҡараш, тәрбиә көслө: Ибраһим изге Ҡөрьән китабын яртылаш өйрәнгән. Спорт менән шөғөлләнгән, музыка тыңларға яратҡан егет эштән һуң, ял көндәрендә тиҫтерҙәре менән аралаша, һыу инергә йөрөй. Урындағы йәштәрҙең тәмәке тартып, иҫерткес эсемлектәр эсеп боҙолғанын бер ҙә хупламай. Уларҙың ғаиләһе төпләнгән илдә өлкән быуын ҡатын-ҡыҙҙар яулыҡ ябынып, ғәүрәтен ҡаплап йөрөй, шулай дөрөҫ тип иҫәпләй ул. Илебеҙҙә мәсеттәр ҙә етерлек, әммә һәр ғаиләлә дини тәрбиә алып барылмай.
Үҙ аллы егет менән аралашҡас, уның күңел хәләтенә һоҡландым: йәш булыуына, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, унда яңғыҙлыҡ, ҡурҡыу тойғоһо юҡ, үҙен ирекле тоя. Киләһе йылда мәктәптә уҡыуҙы онлайн режимға күсерһәләр, Башҡортостанда төпләнеп ҡалыу мөмкинлеген дә күҙ уңынан ысҡындырмай ул. Ибраһим менән дуҫлашҡан йәштәр, бәлки, унан яҡшы өлгө алыр, үҙҙәрен итәғәтлерәк тоторҙар, тигән уй сатҡылары күңелемдә тоҡана.
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: