Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
1 Август 2021, 08:15

Яҡты ҡояшыбыҙ һин

Арыҫлан ауылында йәшәгән әсәйебеҙ Сәриә Бәхтигәрәй ҡыҙы Кәбирова 90 йәшлек юбилейын билдәләй, ош оҙон ғүмере эсендә ҡайғыһын да, шатлығын да, ауырлыҡтарҙы ла күп кисергән. Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Бәләкәйҙән бөтмөр тырыш ҡыҙ ун йәшенән колхоз эшенә йәлеп ителә. Әле лә ауыр һуғыш йылдарын тетрәнеп, тулҡынланып иҫкә ала. Аслығын да, яланғаслығын да  кисерә ул. Ауыл халҡы фашизмды еңеү өсөн фронтҡа һуңғы ҡабым ризығын оҙата. Ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарт-ҡоро һәм уның йәшендәге балалар тырышлығы менән яулана күҙ йәштәренә мансылған Еңеү көнө.

19 йәштә ғүмер юлын ошо ауыл егете, гармунсы, балта оҫтаһы Сәмиғулла Кәбиров менән бәйләй. Ауылда иң күркәм парҙарҙан иҫәпләнә улар. Йәш саҡтарында һәр табындың күрке атайыбыҙ гармунда һыҙҙырып уйнаһа, әсәйебеҙ бик моңло итеп йырлар булған. Туғыҙ балаға - Вәсилә, Луиза, Шафиҡ, Муса, Ғайса, Гөлгөнә, Нәсимә, Зүлиә, Мәүсиләгә - ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош  юлына баҫтырҙылар. Һәр беребеҙ хәҙер үҙ ғаиләле, үҙебеҙ - олатай-өләсәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр юғалтыуҙар ҙа күрергә тура килә ҡәҙерлебеҙгә. Бәләкәй генә сағында игеҙәк улдарының береһе - Ғайсаны, үҫеп ир ҡорона еткәс - Мусаны, ҡаты ауырыуҙан һуң атайыбыҙҙы тәрбиәләп һуңғы юлға оҙата.

Тормош һынауҙарын лайыҡлы үтә әсәйебеҙ. Ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләһә лә,  һуғыш йылдарындағы хеҙмәт сынығыуы уны алға әйҙәй. Оҙон ҡышҡы кистәрҙә шәл, ойоҡбаш бәйләй, яҙ башынан колхоз эшенә сума, сөгөлдөр, һуған утай, ауыл халҡынан һөт йыйып заводҡа оҙата, бик күп йылдар механизаторҙарға аш бешереүсе булып эшләй ул. Ауыл, район советы депутаты булараҡ ҡатын-ҡыҙ, колхозсыларҙың хеҙмәтен, эш шарттарын еңеләйтеү буйынса ла бик күп эш башҡара. Алдынғы хеҙмәткәр, изге күңелле кеше булараҡ булараҡ ауылдаштары араһында абруй ҡаҙана. Тырыш хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл Байраҡ ордены, шулай уҡ бик күп ҡиммәтле бүләктәр, Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.

Беҙ әсәйебеҙҙе бик бәхетле тип һанайбыҙ, сөнки бөгөнгө көндө, 19 ейән-ейәнсәр, 33 бүлә-бүләсәһен күреү бәхетенә иреште, иҫән-һау. Ул көн дә изге доғаларын уҡып, һәммәбеҙгә  хәйерле ғүмер, иҫәнлек-һаулыҡ, уңыштар, бәхеттәр генә теләп ултыра. “Беҙ күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын”, - ти ул.

Әсәй, ер йөҙөндәге ҡояш кеүек һин дә беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртаһың һәм йылытаһың. Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп йәшә лә йәшә әле!

Яҡты ҡояшыбыҙ һин
Яҡты ҡояшыбыҙ һин
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: