Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
13 Сентябрь 2021, 14:22

Баҫҡан ерендә ут сәсрәтер етәксе

Әҙәм балаһын һөйләгән һүҙенә ҡарап түгел, ә башҡарған эшенә ҡарап баһаларға өйрәнә башланыҡ, ниһайәт. Күп, матур итеп вәғәҙәләр биреп, халыҡты алдаған етәкселәр етерлек. Мәҡәләбеҙҙең геройы, Мәләүез үҙәк баҙары дирекоры Марат Вәлиев әйткән һүҙен елгә осормаған, биргән вәғәҙәһенә тоғро ҡалған кеше. Юбилей уңайынан яҡындары Марат Шамил улын яҡындары, коллегалары күркәм юбилейы менән ҡотлай, һәр саҡ шулай тормоштан - йәм, тәм табып йәшәүен, сәләмәтлек, бәхет, мөхәббәт, уңыштар юлдаш булыуын теләй.

Баҫҡан ерендә ут сәсрәтер етәксе
Баҫҡан ерендә ут сәсрәтер етәксе

Әҙәм балаһын һөйләгән һүҙенә ҡарап түгел, ә башҡарған эшенә ҡарап баһаларға өйрәнә башланыҡ, ниһайәт. Күп, матур итеп вәғәҙәләр биреп, халыҡты алдаған етәкселәр етерлек. Мәҡәләбеҙҙең геройы, Мәләүез үҙәк баҙары дирекоры Марат Вәлиев әйткән һүҙен елгә осормаған, биргән вәғәҙәһенә тоғро ҡалған кеше.

Ғүмер байрамы - уҙғандарға баһа. Тормошҡа ниндәй мәғәнә һалынған булһа, юбилей дәрәжәһе лә шуға ҡарап билдәләнә. 60 йәшлек ғүмер байрамы алдынан Марат Шамил улының был йәһәттән күңеле тыныс, үткәненән ул бер һүҙһеҙ ҡәнәғәт, яҙмышына рәхмәтлелер, тип уйлайым.

Федоровка районының Иҫке Сытырман ауылынан Шамил Вәлиевтарҙың ғаиләһе. Улдары Маратҡа дүрт йәш тулғас, улар Первомай ауылына йәшәргә күсә.

Болон-яландарҙа ҡолондай уйнап, йылға-күлдәрҙә балыҡ кеүек йөҙөп үҫкән бала физик спорт йүнәлешендә һөнәр һайлай: Стәрлетамаҡ физик культура техникумына уҡырға инә. Ауыл балаһы барыбер ергә тартыла: Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтында агрономлыҡҡа белем алып сыға. Арыҫлан совхозында спорт буйынса инструктор-методист, шунда уҡ ВЛКСМ-дың методик үҙәге директоры, бетон блоктары етештереү цехы биргадиры булып эшләп алырға өлгөрә ул.

90-сы йылдарҙа илдә үҙгәрештәр башланғас, ғаиләһен аҫрау маҡсатында күптәр эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә эшкә тотона. «Реал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә коммерция директоры вазифаһын биләй. «Аҙыҡ-түлектән башлап метал прокаты һәм башҡа төрлө продукция менән сауҙа иттек», - ти Марат Шамил улы.

Әҙәм балаһына сауҙа итеү  һәләте ныҡ кәрәк. Мәҡәлә геройым  был яҡтан да килгән. Эшлекле, булдыҡлы ир ҡала етәкселеге күҙенән ситтә ҡалмай. 2007 йылда уны үҙәк баҙар унитар предприятиеһына директор итеп ҡуялар.

Мәҡәлә башында әйкән һүҙендә тора белгән етәксе тип әйтеп уҙғайным. Уның эшен  уңайлыҡтар тыуҙырылған үҙәк баҙар эсендә күрергә була, шуларҙың бер нисәһен генә әйтеп үтәйек. Тиртун, ҡалын төплө быймалар кейеп, ҡышҡы һалҡында - өшөп-туңып, яҙын - яуым-төшөм, йәйен эҫе ҡояшта бешеп сауҙа итмәһендәр өсөн 2007 йылда бар уңайлыҡтар тыуҙырылған “Үҙәк”(майҙаны 987 квадрат метр), 2012 йылда “Юбилей”(2031, квадрат метр), “Йылға буйы” (997,4 квадрат метр) сауҙа комплекстары эксплуатацияға тапшырыла. Он-лайн касса менән хеҙмәтләндерер өсөн баҙар биләмәһендә интернет үткәрелә, һатып алыусылар өсөн машиналар ҡуйыу урыны, видеокүҙәтеү өсөн 48 камера ҡуйыла. Сауҙа нөктәһе бар яҡтан яҡтылыҡ менән тәьмин ителгән. Хәйер, һәр нәмә сағыштырыуҙа күренә, яҡын-тирәләге ҡалаларҙа баҙарҙағы тәртипте, хеҙмәтләндереү мәҙәниәтен, төҙөлөш торошо йәһәтенән, бер нисә баҫҡысҡа юғарыла үҙебеҙҙең сауҙа нөктәһе!

Рәсәй Федерацияһы кимәлендә “Аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеү предприятеһы” конкурсында Мәләүез үҙәк баҙары беренсе урын яуларға ирешә һәм диплом менән бүләкләнә.

 Төрлө юғары наградалар менән эше баһаланған етәксе ҡаланың ижтимағи тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Район һәм ҡала кимәлендә уҙғарылған социаль йүнәлешле программаларҙан ситтә ҡалмай, матди ярҙам, хәйриә ярҙамы күрһәтә. Ошо көндәрҙә генә ҡала халҡы өсөн бай программалы бал йәрминкәһе ойошторолдо.

Һәр уңышлы етәксе янында тормош мәшәҡәттәрен бүлешеп, шатлыҡтарын уртаҡлашып йәшәгән тормош иптәше була. Марат Шамил улы Данил улы менән Карина ҡыҙын бүләк иткән ҡатыны Наташа Николаевнаға рәхмәтле. Шатлыҡтарҙы уртаҡлашыр кеше табыла , ә бына ауыр саҡта терәк булған яҡындар ныҡ кәрәк. Зәһәр уҡтары менән үҙенең ҡорбанын көҫәгән тажзәхмәт сирен дә ул яҡындарының һөйөүе арҡаһында ла еңеп сыҡҡандыр, тип уйлайым. Юбилей уңайынан яҡындары Марат Шамил улын яҡындары күркәм юбилейы менән ҡотлай, һәр саҡ шулай тормоштан - йәм, тәм табып йәшәүен, сәләмәтлек, бәхет, мөхәббәт, уңыштар юлдаш булыуын теләй.

Баҫҡан ерендә ут сәсрәтер етәксе
Баҫҡан ерендә ут сәсрәтер етәксе
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: