Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
11 Ноябрь 2021, 15:10

Һоҡланғыс һабаҡташыбыҙ

Тормошта үҙе ярған юлдан атлаусы, ауыр саҡтарында ла ситкә тайпылмай, башҡаларға аһ-зарын һөйләп зарланмай, йылмая-көлә алға ынтылырға тырышҡан кешеләр һәр ваҡыт һоҡланыу уята. Шундайҙарҙың береһе Фәрзәнә Әғзәм ҡыҙы Сәлихова (Айҙарбәкова) тураһында булыр һүҙебеҙ.

Һоҡланғыс һабаҡташыбыҙ
Һоҡланғыс һабаҡташыбыҙ

Фәрзәнә – 5 йыл институтта бергә уҡыған һабаҡташтарыбыҙҙың береһе ул. 1984 йылдың көҙөндә Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инеү шатлығы кисереп, шау-гөр килгән студенттар араһында Күгәрсен районы ҡыҙы Фәрзәнә Айҙарбәкова ла бар ине. Башҡортостандың һәр төбәгенән йыйылған, холҡо-фиғеле менән дә төрлө булған студенттар араһында Фәрзәнәбеҙ алсаҡлығы, мөләйемлеге, ипле холҡо, ярҙамсыллығы менән айырылып торҙо, һәр беребеҙ менән уртаҡ тел таба белде. Һүҙен үлсәп һөйләшә, кеше күңелен аңлай белеүе өсөн Фәрзәнәбеҙҙе барыбыҙ ҙа үҙ иттек. Юғары уҡыу йортон тамамлауға инде 32 йыл үтһә лә, һабаҡташтар осрашыуын Фәрзәнәбеҙ бер ҡасан да ҡалдырмай, элеккесә алсаҡлығы менән күңелдәрҙе күтәрә.

Йәмле Ағиҙел буйында урынлашҡан Үрге Бикҡужа ауылында фронтовик Әғзәм Мөхәммәтвафа менән Мәрхәбә Бүләкбай ҡыҙы ғаиләһендә етенсе бала булып донъяға килгән Фәрзәнә биш ағаһы, бер апаһы араһында һөйөүгә ҡойоноп үҫә. Әғзәм Айҙарбәков йәшләй генә Бөйөк Ватан һуғышына китә. 1943 йылда ҡаты яраланып госпиталгә эләгә, хәле бик ауыр була, хатта ғаиләһенә уның “ҡара ҡағыҙы” ла килә. Тормошҡа сат йәбешкән көслө рухлы егет үлемде еңеп сыға, һул ҡулын юғалтып, тыуған ауылына ҡайтып төшә. 1948 йылда ғаилә ҡороп, ҡатыны менән бик матур донъя көтә, икәүләп “Сорғояҙ” колхозында тырышып эшләйҙәр. “Атайым менән әсәйем үҙ-ара бик татыу булдылар. Атайым әсәйемә йылы ҡараш менән ҡарап, йылмая-көлә хәбәр һөйләр, беҙҙе тупылдатып яратыр ҙа, әсәйемде лә һөйөп ҡуйыр ине. Тыныс, матур тормошта изгелеккә һөйөү тәрбиәһе алғанғалыр инде, ғүмер буйы кешеләргә лә ыңғай ҡарашта булдым, яманлыҡты урап үтергә тырыштым”, - ти Фәрзәнә.

Үрге Бикҡужа һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Йомағужала урта мәктәптә уҡый. Тырыш фронтовик ҡыҙы шунда уҡыған ваҡытта йөк машинаһы йөрөтөүсе танытмаһы алырға ла өлгәшә. “Бөтә ҡыҙҙар араһынан уҡытыусы-инструктор ауылдаш-әхирәтем Фәзилә менән икебеҙҙе генә һайлап алды,” - тип хәтерләй ул. Мәктәп йылдарында уҡ ир-егеттәреңә биргеһеҙ ныҡлы холҡо урта мәктәпте уңышлы тамамлап, имтихандарҙы еңел тапшырып, студент булып китергә ярҙам итә уға.

Институтта уҡыған йылдарында уҡ Фәр­зәнәбеҙ ғаилә ҡорҙо. Йәштән йәрәшкән йәре - Һыртлан ауылы егете Шамил Сәлиховҡа кейәүгә сыҡты, тәүге ҡыҙына әсәй булды. Ҡулында сабыйы булыуына ҡарамаҫтан, институтты уңышлы тамамлап, диплом алды.

Урыҫ теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дипломы алһа ла, Фәрзәнәбеҙгә һәр ваҡыт башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләргә тура килде, сөнки килен булып төшкән ауылы Һыртланда 4 йыллыҡ мәктәп ине. Күмәк балалы өлгөлө ғаиләлә бер эштән дә ҡурҡмаҫҡа өйрәнеп үҫкән, һыр биреп торорға ярамай тигән тәрбиә алған Фәрзәнә педагогиканың был өлкәһендә лә ең һыҙғанып эшләп, ҙур тәжрибә туплай. Фәрзәнә апаларынан тәүге һабаҡты алған тиҫтәләгән уҡыу­сылары райондың Һарыш урта мәктәбендә, башҡа белем усаҡтарында, ҡалабыҙҙың Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында уҡыу­ҙарын дауам итеп, иң яҡшы уҡыусылар булып китәләр. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә булған һөйөүен, тәрән белемен кескәй уҡыусыларының күңеленә һалып, уларҙың артабан да был өлкәлә ҙур уңыштарға өлгәшеүенә ихлас ҡыуана ул. “Башланғыс класс уҡытыусыһы булып китеүем яҙмыш ҡушыуы булғандыр инде, бер ҙә үкенмә­йем. Бар тырышлығымды һалып, яратып башҡарам эшемде. Уҡыусыларым башҡа мәктәпкә киткәс тә, уларҙың уҡыуы, тормошо менән ҡыҙыҡһынып торам. Бигерәк тә туған тел һәм әҙәбиәт өлкәһендәге уңыштары ҡыуандыра мине”, - тип ихлас йылмая уҡытыусы әхирәтебеҙ.

Тормош юлдары һикәлтәһеҙ булмайҙыр инде ул. Фәрзәнәбеҙгә лә ғүмер юлында юғалтыуҙар кисерергә лә тура килде. Бала ҡайғыһын да күтәрҙе, ауыр сиргә дусар булған хәләл ефетен зарланмай-һыҡранмай тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙатты. Балаларына хәстәрлекле әсәй, ышаныслы таяныс булып, ейәндәрен һөйөү бәхете кисереп, Шамилы менән һалып сыҡҡан ҙур, йәмле йортоноң ҡотон һаҡлап, матур донъя көтә ул. Һуңғы йылдарҙа ислам дине нигеҙҙәрен өйрәнеп, Ҡөрьән уҡып, динебеҙ ҡушҡанды үтәп йәшәүҙе хуп күрә.

Килен булып төшөп, яҙмышын ошо ергә бәйләгән Фәрзәнәбеҙ әле лә яратҡан һөнәрен ташламай, бар күңелен биреп балаларға тәрбиә һәм белем бирә. Ауылдың ижтимағи тормошонда ҡайнап йәшәй, һәр бер сарала ойоштороусылар рәтендә була. Күгәрсен районы ҡыҙы Мәләүез еренә ерегеп, был төбәктең бәрәкәтен арттырып, ауылдаштары, ата-әсәләр, уҡыусылары ихтирамын тойоп янып йәшәй.

Ошо көндәрҙә ул 55 йәшлек матур ғүмер байрамы айҡанлы ҡотлауҙар ҡабул итә. Беҙ ҙә Фәрзәнәбеҙҙе ихлас күңелдән тәбрик итеп, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан ҡотлауҙарыбыҙҙы, изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,

Ҡылған эшең – бары изгелек.

Шатлыҡ менән үтһен һинең көндәр,

Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.

Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,

Беҙҙән һиңә изге теләктәр.

Балҡып торған йөҙҙәреңде күреп,

Нурланһындар беҙҙең йөрәктәр!

 

Һине яратыусы, ихтирам итеүсе һабаҡташтарың, СДПИ-ны 1989 йылда тамамлаған «а» һәм «б» урыҫ-башҡорт төркөмдәренең элекке студенттары.

Һоҡланғыс һабаҡташыбыҙ
Һоҡланғыс һабаҡташыбыҙ
Автор:Алия Амирова
Читайте нас: