Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
8 Декабрь 2021, 12:00

Ихтыяр көсөгөҙ бармы? Улайһа беҙгә эйәрегеҙ!

Скандинав таяғы менән бөгөн ер шарында 20 миллиондан артыҡ кеше йөрөй. Мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Яҡупова әйтеүенсә, Ерек ауылында йәшәгән апайҙар ҙа был хәрәкәткә ҡушылған. Башта хаҡлы ялдағы Шура Оморҙаҡова, унан Мәрйәм Кинйәбаева, Дилара Шәрипова, Нажия Мөлөкова скандинав таяғы менән йөрөй башлаған. Көҙөн ямғыр яуып торһа ла, ҡышын - һыуыҡ, керпектәр бәҫләнә, тип тормай - улар урамда. “Көнөнә ике сәғәт йөрөйбөҙ. Беренсе тапҡыр күргәндәй, ауылыбыҙҙың матурлығын күрәбеҙ. Кемдер ниҙер төҙөгән, кемдер ишек алдын үҙгәрткән... Тәбиғәттең матурлығына һоҡланабыҙ. Бөтөн тирә-яҡ яҡты, бағана баштарында ут яна, юлдар һәйбәт. Урам тултырып беҙ үҙебеҙ генә йөрөйбөҙ шулай. Йәштәр ауылда күп ҡалмай. Булғаны ла интернетта ултыра”, - ти улар һәм райондаштарҙы ошо хәрәкәткә ҡушылырға саҡыра. Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙең дә фотоларығыҙҙы көтөп ҡалабыҙ!

Ихтыяр көсөгөҙ бармы? Улайһа беҙгә эйәрегеҙ!
Ихтыяр көсөгөҙ бармы? Улайһа беҙгә эйәрегеҙ!

 

Скандинав таяғы менән йөрөү баштараҡ ҡалала ғына түгел, ауыл ерендә ситтән ҡарағанда мәҙәк кеүек тойолһа ла, был ыңғай күренеш һуңғы арала киң ҡолас ала. Үҙем дә күршемә: “Әйҙә, кистәрен саф һауала йөрөп киләйек”, - тип әйткеләгәнем булды. Ауыл ерендә  бер эшһеҙ урамда йөрөү күрелгән хәл түгел, шуға ҡараңғы төшкәс сыҡҡыланыҡ. Ҡаршыбыҙға таяҡлы кешеләр ҙә осрай башланы һуңғараҡ. Ә хәҙер сыҡҡы килеп кенә тора. Әйткәндәй, ыңғай яҡтарын үҙебеҙҙә тойҙоҡ: былтыр ҡышын беребеҙгә лә һалҡын теймәне, быуындар ҙа һыҙламай. Ә йоҡлауы нисек рәхәт!

Скандинав таяғы менән бөгөн ер шарында 20 миллиондан артыҡ кеше йөрөй.

Мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Яҡупова әйтеүенсә, Ерек ауылында йәшәгән апайҙар ҙа был хәрәкәткә ҡушылған. Башта хаҡлы ялдағы Шура Оморҙаҡова, унан Мәрйәм Кинйәбаева, Дилара Шәрипова, Нажия Мөлөкова скандинав таяғы менән йөрөй башлаған. Көҙөн ямғыр яуып торһа ла, ҡышын - һыуыҡ, керпектәр бәҫләнә, тип тормай  - улар урамда. “Көнөнә ике сәғәт йөрөйбөҙ. Беренсе тапҡыр күргәндәй, ауылыбыҙҙың матурлығын күрәбеҙ. Кемдер ниҙер төҙөгән, кемдер ишек алдын үҙгәрткән...

Тәбиғәттең матурлығына һоҡланабыҙ. Бөтөн тирә-яҡ яҡты, бағана баштарында ут яна, юлдар һәйбәт. Урам тултырып беҙ үҙебеҙ генә йөрөйбөҙ шулай. Йәштәр ауылда күп ҡалмай. Булғаны ла интернетта ултыра”, - ти улар һәм райондаштарҙы ошо хәрәкәткә ҡушылырға саҡыра.

Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙең дә фотоларығыҙҙы көтөп ҡалабыҙ!

 

Ихтыяр көсөгөҙ бармы? Улайһа беҙгә эйәрегеҙ!
Ихтыяр көсөгөҙ бармы? Улайһа беҙгә эйәрегеҙ!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: