Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
21 Декабрь 2021, 14:45

Ауыл күрке - йәш ғаилә

Ауылдар ҡартая, йәштәр ҡалмай тип һөйләргә оҫтарып киттек һуңғы арала. Юҡ икән, атай-әсәй нигеҙен һаҡлап йәшәгән йәш ғаиләләр бар әле. Улар бынамын итеп йәшәп ята, эшләйҙәр ҙә, балаларын да үҫтерә. Һүҙем - Яңауыл ауылында ғүмер иткән Динара менән Айрат Әлимғужиндар тураһында. Бигерәк матур урында урынлашҡан уларҙың ауылы. Ошо көндәрҙә шул яҡҡа юлыбыҙ төштө. Уң яҡта ҡарға сумған Моҡас тауҙары һуҙыла, һул яҡта Ағиҙел йылғаһы ялтырай. Боҙ өҫтөндә ҡармаҡлаған балыҡсыларҙы ҡарап күп тә барманыҡ, Яңауыл өйҙәре күренде. Ауыл ерендә лә хәҙер заманса зауыҡ менән төҙөлгән йорттар күп, шуныһы ҡыуандыра. Балауыҙҙай һап-һары бүрәнәләрҙән һалынғаны янына туҡтау менән һоҡланыуым йөҙөмә сыға. Ишек алдында йәшел ҡупшыҡай шыршы Яңы йыл байрамында түрҙән урын алырға йондоҙло сәғәтен көтә.

Ауыл күрке - йәш ғаилә
Ауыл күрке - йәш ғаилә

Ауылдар ҡартая, йәштәр ҡалмай тип һөйләргә оҫтарып киттек һуңғы арала. Юҡ икән, атай-әсәй нигеҙен һаҡлап йәшәгән йәш ғаиләләр бар әле. Улар бынамын итеп йәшәп ята, эшләйҙәр ҙә, балаларын да үҫтерә. Һүҙем - Яңауыл ауылында ғүмер иткән Динара менән Айрат Әлимғужиндар тураһында.

Бигерәк матур урында урынлашҡан уларҙың ауылы. Ошо көндәрҙә шул яҡҡа юлыбыҙ төштө. Уң яҡта ҡарға сумған Моҡас тауҙары һуҙыла, һул яҡта Ағиҙел йылғаһы ялтырай. Боҙ өҫтөндә ҡармаҡлаған балыҡсыларҙы ҡарап күп тә барманыҡ, Яңауыл өйҙәре күренде.

Ауыл ерендә лә хәҙер заманса зауыҡ менән төҙөлгән йорттар күп, шуныһы ҡыуандыра. Балауыҙҙай һап-һары бүрәнәләрҙән һалынғаны янына туҡтау менән һоҡланыуым йөҙөмә сыға.  Ишек алдында йәшел ҡупшыҡай шыршы Яңы йыл байрамында  түрҙән урын алырға йондоҙло сәғәтен көтә.

“Мин Мәләүез ҡалаһында тыуып үҫкәнмен. Ашнаҡсы һөнәренә уҡып сыҡтым. Өләсәйемә Яҡтыкүл ауылына ҡунаҡҡа килгәндә Айрат менән клубта таныштыҡ”. - Кухня яғында бөтөрөлгән алсаҡ хужабикә үҙҙәре тураһында бәйән итә. Ул ваҡытта фермала эшләп йөрөгән Яңауыл егетенең иғтибарлылығы, асыҡ күңелле, тыныс булыуы ҡыҙға  оҡшай. Ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә лә 15 йыл булып киткән. Йәштәр ныҡлы, татыу ғаиләне бары бер-береңә ышаныс булғанда ғына ҡороп була, тип һанай. Мөхәббәт емештәре  улдары Азаматҡа 11, Ринатҡа биш йәш. “Их, бынау Динара ҡалай уңышлы кейәүгә сыҡты, тип көнләшеүселәр юҡмы?”- тип һорауыма хужабикә матур ғына яуап ҡайтарҙы. “Беренсенән, ирҙең дә, ҡатындың да уңғанлығы, тормош йөгөн икәүләп тигеҙ тартыуы  кәрәк. Берәүең тырыш, икенсеһе һәлкәү булһа, тапҡан-таянғанын уңлы-һуллы аҡса туҙҙырырға яратһа, тормош, әлбиттә, алға бармай.

Өй һалғанда әтейебеҙ Салауат Ишбулат улы проектына нигеҙләндек. Күсенеп сығыуыбыҙға дүрт йыл ғына. Әсәйем Орҡоя Мәсғүт ҡыҙы мунса бүләк итте.

Ауылда йәштәр бар ул, тик эшкә юҡтар. Быҙау ҡараусы булып эшкә барырға теләк белдереүсе юҡ, ирем малсылыҡта  , үҙем дә был эште үҙ иттем”, - ти Динара. Ағалы энеле Руслан менән Айратттың бер төптән крәҫтиән-фермер хужалығын алып бара. Ҡышын, һыйырҙар быҙаулай башлағас, ветеринар һөнәренә эйә Айрат күпселек ваҡытын фермала үткәрә, тиһәң дә хата булмаҫ.

Һаулыҡтың  ҙур байлыҡ икәнен Әлимғужиндар ысын мәғәнәһендә аңлай. Динара менән Айрат - хәстәрлекле атай-әсәй. Өй аша ғына йәшәгән олатаһы менән өләсәһе һөйөүенә лә сорналып үҫә уларҙың улдары. Ана, ишек алдында хатта Ҡар бабайҙы ла улар бергәләп әүәләгән.

“Күркәм ғаилә ниндәй була?” - тип һораһалар, бар яҡтан да уңған Әлимғужиндар кеүек тип яуап бирер инем һәм уларға киләсәктә бар тормош ауырлыҡтарын еңеп сығырға насип итһен.

Ауыл күрке - йәш ғаилә
Ауыл күрке - йәш ғаилә
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: