Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
19 Ғинуар 2022, 16:21

Бәхеттәрҙән балҡыһын йөҙөң!

Абруйлы уҡытыусы, изге күңелле әсәй, туғандарының ышаныслы терәге, яратҡан һабаҡташыбыҙ Гөлфара Миңзаһир ҡыҙы Әлеева бөгөн 55 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.

Бәхеттәрҙән балҡыһын йөҙөң!
Бәхеттәрҙән балҡыһын йөҙөң!

Ғинуар - ғәжәйеп ай инде ул! Бер ҡараһаң, талғын ғына ябалаҡлап ҡар яуа. Икенсе ҡараһаң, бөтә донъяны күҙ асҡыһыҙ буран солғап ала. Ҡышҡы селлә мәле - иң көслө һыуыҡтар ҙа ошо айға тура килә. Сатнама һалҡында күҙҙең яуын алып, ҡояшҡа емелдәшеп ятҡан ҡар бөртөктәре, тәҙрәләргә төшөрөлгән нәфис биҙәктәр, бурандарҙан һуң әкиәт донъяһына әйләнгән урмандағы ап-аҡ бәҫкә төрөнгән ағастар, сафлыҡ-пак­лыҡ - ҡыштың барса матурлығын, көсөн, сихрилеген үҙенә туплаған ул һыуығай! Был мөғжизә барыһы ла ғинуарҙа ғына!

Көслө рухлы, хис-тойғоға бай, күңелендә сафлыҡ, изгелек йөрөткән аҫыл заттар, моғайын да, ғинуарҙа тыуалыр. Өҫтәүенә, ул урман-тауҙарға, киң далаларға, йылға-шишмәләргә бай хозур тәбиғәт ҡосағында донъяға килгән булһа... Тәүге ауаз һалған сабыйҙың холҡона гүйә миҙгелдең дә, тыуған төбәктең дә сифаттары күсә кеүек. Әхирәтебеҙ Гөлфара ла тап ошо айҙа йәмле тәбиғәтле Күгәрсен районының Яңауыл ауылында эшһөйәр, татыу биш балалы ғаиләлә донъяға килә. Ул иң кесеһе булып, ата-әсәһенең, апаһы һәм ағаларының һөйөүенә солғанып, иркәләнеп үҫә. Бала сағы бик бәхетле үтә. Кесе йәштән отҡорлоғо, сослоғо менән айы­рылған, белем алырға теләге көслө булған ҡыҙға уҡыу еңел бирелә. Буласаҡ тел уҡытыусыһына бигерәк тә өлкәндәрҙең боронғоларҙы һөйләгәне оҡшай, ҡыҙыҡ та, ғибрәтле лә ваҡиғаларҙы йотлоғоп тыңлай ул. Моға­йын, ошо йор һүҙле инәйҙәр иң тәү булып, ҡыҙсыҡ күңеленә туған телгә, илгә һөйөү орлоҡтары сәскәндер ҙә... Гөлфара тыуған ауылында 8 класты тамамлағас, күрше Исем мәктәбенә уҡырға бара. Ул булдыҡлы, маҡсатлы ҡыҙ булып үҫеп етә. Ҡыҙыҡһыныусан, зирәк, һәләтле уҡыусы мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, 1984 йылда юғары уҡыу йортона инә. Беҙҙе, һабаҡташтарҙы, Стәрлетамаҡ педагогия институты филология факультетының урыҫ-башҡорт бүлеге осраш­тырҙы. Уның ихласлығы, үткерлеге иң тәү иғтибарҙы йәлеп иткәндер. Гөлфара булған ерҙә һәр ваҡыт күңелле: уйын-көлкө, шаян һүҙ бер ҙә тынмай. Барыһы менән дә уртаҡ тел таба белгән, ойоштороу һәләтенә эйә ҡыҙ тәүҙә төркөмдөң комсоргы, аҙаҡ старостаһы итеп һайланды. Лекция, имтихандар, һәр төрлө ярыш-конкурстар менән 5 йыл үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Күпмелер ваҡыт бер-беребеҙҙе юғалтып торғандай ҙа булдыҡ. Сөнки барыбыҙ ҙа йәш белгестәр булып, яңы ғына эш башланыҡ, ғаилә ҡороп, бала-сағалар үҫтерҙек. Һәм бына 30 йылдан һуң, тағы ла күмәкләп осрашыу бәхетенә ирештек! Быға тиклем дә, әлбиттә, күрешеп, хәл белешеп йөрөй инек, тик барлыҡ һабаҡташтарҙы бергә йыйыу, ҡабаттан туплау тик Гөлфараның ғына ҡулынан килде. Хәҙер инде беҙ уның тырышлығы менән йыл да осрашып торабыҙ, ғаиләләребеҙ менән дуҫлаштыҡ һәм был аралашыуҙар беҙҙең тормошобоҙҙо тағы ла йәмләндереп ебәрҙе.
Бөгөн Гөлфара Миңзаһир ҡыҙы - үҙ эшенең оҫтаһы, юғары наградаларға эйә, абруйлы тел белгесе, Мәләүез ҡалаһының 1-се гимназияһында уҡыусыларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Башҡа милләт балалары ла башҡорт телен яратып, ихлас күңел менән өйрәнә икән, был - уҡытыусының тырышлығы, тынғыһыҙ хеҙмәте һөҙөмтәһе, уның абруйы, оҫталығы. Гөлфара Миңзаһир ҡыҙы бер ваҡытта ла дәрес биреү менән генә сикләнмәй. Йыш ҡына уҡыусылары менән урман-ҡыр­ҙарға сығалар, балаларҙың ата-әсәләре менән бергә ял итәләр, тыуған ерҙең гүзәллегенә һоҡланалар, тирә-йүндең тарихын өйрәнәләр. Тәбиғәткә ғашиҡ курсташыбыҙ өйөндә лә, мәктәптә лә иҫ китмәле матур сәскәләр үҫтерә. Уның төп маҡсаты - балаларҙың күңеленә матур­лыҡ, изгелек, шәфҡәтлелек тойғоһо һалыу. Тура һүҙле, ғәҙел, итәғәтле уҡытыусының уҡыусылары һәм хеҙмәттәштәре араһында ла абруйы ҙур. Улар Гөлфара Миңзаһир ҡыҙы менән кәңәшләшә, уның аҡыллы фекеренә таяналар, урынлы тәҡдимдәрен шатланып ҡабул итәләр. Бигерәк тә төрлө милләт балалары уҡыған гимназияла башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы тап беҙҙең һабаҡташыбыҙ һымаҡ булырға тейештер! Ысынлап та Гөлфараның өлгөрлөгөнә, уңғанлығына, тырышлығына һоҡланмау мөмкин түгел! Нимәгә генә тотонһа ла, барыһы ла уның ҡулынан килә, сөнки бар эшкә лә бөтә күңелен, оҫталығын һалып, бына тигән итеп, еренә еткереп эшләп тә ҡуя!
Һабаҡташыбыҙҙың тағы ла бер күркәм сифаты тура­һында яҙмау мөмкин түгел. Гөлфара шул тиклем туған йәнле, иғтибарлы, ярҙамсыл кеше. Эше ни тиклем мә­шәҡәтле, ваҡыты тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, ул һәр саҡ әсәһе Ғәзимә апайҙың, туғандарының хәлен белешергә форсат таба. Өлкәндәр менән ихтирамлы, ҡус­ты-һылыуҙары менән кеселекле булғанға яҡындары ла уның өсөн өҙөлөп тора. Кесе туғандарының, уҡыусыларының уңыштарына ул ихлас ҡыуана, мәшәҡәт килеп сыҡһа, шунда уҡ ярҙам ҡулы һуҙырға ынтыла, уларҙы һүҙе менән дә, эше менән дә күтәрә, рухландыра. Ә улы Данирға ҡәҙерле әсәй генә түгел, тоғро дуҫ та, ныҡлы таяныс та. Ғәзиз балаһының уңыштары уға йәшәү көсө бирә, шатлыҡ-ҡыуаныстары ҡанатландыра. Данир гимназияны алтын миҙалға тамамлап, бөгөн Өфө дәүләт нефть университетында тырышып уҡып йөрөй.
Һабаҡташыбыҙ һәр ваҡыт үҫеш юлында. Яңы ғына баҫылған китаптар, сәхнәгә сығарылған һәр спектакль-­тамашалар менән танышыу, мәҙәниәт донъяһы яңы­лыҡ­тары менән дә хәбәрҙар булыу телсе булараҡ ҡына түгел, ә илһөйәр, телһөйәр булараҡ та мотлаҡ, тип һанай ул. Һуңғы йылдарҙа Гөлфараның ислам дине тәғлимәтен өйрәнеүе, Ҡөрьән уҡыуы, дини китаптарҙан рухи аҙыҡ, күңел тыныслығы табыуы уның тормоштоң йәмен, йәшәүҙең асылын тәрәнерәк аңлауы тураһында һөйләй. 30 йылдан ашыу ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған абруйлы уҡытыусы, изге күңелле әсәй, туғандарының ышаныслы терәге, яратҡан һабаҡташыбыҙ Гөлфара Миңзаһир ҡыҙы Әлеева бөгөн 55 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Беҙ әхирәтебеҙҙе тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм тәбрикләү сәләмдәребеҙҙе еткерәбеҙ. Тормошоң ҡышҡы тәҙрәләрҙәге биҙәктәрҙәй матур, ябалаҡлап яуған ҡарҙар һымаҡ сағыу ваҡиғаларға мул, һаулығың ҡышҡы селләләрҙәй ныҡлы булһын!
Кәңәш һорап һиңә өндәшәбеҙ,
Һәммәһенә етә йылы һүҙең.
Изгелектәр ерҙә ятып ҡалмаҫ,
Бәхеттәрҙән балҡыһын йөҙөң!
Сәләмәтлек, оҙон ғүмер яҙһын,
Гел көләс һәм йәш бул хәҙергесә!
Күңелең һәр саҡ тыныс булһын,
Йәшә әле, дуҫҡай, йөҙгәсә!

Һине хөрмәт иткән, яратҡан һабаҡташтарың, 1984-1989 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтының урыҫ-башҡорт бүлегендә уҡыған студенттар.

Бәхеттәрҙән балҡыһын йөҙөң!
Бәхеттәрҙән балҡыһын йөҙөң!
Автор:Алия Амирова
Читайте нас: