Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
23 Февраль 2022, 09:00

Изге һөнәрҙе - быуындан-быуынға

Янғынға ҡаршы көрәшеүсе - иң ауыр һәм яуаплы һөнәрҙәрҙең береһе. Улар үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ут эсенә инә, кешеләрҙе ҡотҡара, мал-мөлкәтен һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшә. Районыбыҙҙа нәҡ ошо һөнәргә тоғро Ҡунаҡбаевтар династияһынан өсөнсө быуын вәкиле,  11-се янғын ҡотҡарыу отряды  начальнигы урынбаҫары, подполковник Рәмил Рәфис улы Ҡунаҡбаев менән әңгәмә ҡорҙоҡ

Изге һөнәрҙе - быуындан-быуынға
Изге һөнәрҙе - быуындан-быуынға

 

Янғынға ҡаршы көрәшеүсе - иң ауыр һәм яуаплы һөнәрҙәрҙең береһе. Улар үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ут эсенә инә, кешеләрҙе ҡотҡара, мал-мөлкәтен һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшә. Районыбыҙҙа нәҡ ошо һөнәргә тоғро Ҡунаҡбаевтар династияһынан өсөнсө быуын вәкиле,  11-се янғын ҡотҡарыу отряды  начальнигы урынбаҫары, подполковник Рәмил Рәфис улы Ҡунаҡбаев менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

“Хеҙмәт тәрбиәһенең роле ҙур”

  • Рәмил Рәфис улы, нисек янғын һүндереүсе һөнәрен һайларға булдығыҙ?
  • Атай-олатайымдың һөнәрен һайлау үҙемдең теләктән тыш ине, тиһәң дә була. Ҡала малайымын, 4-се мәктәптә уҡыным, шул уҡ ваҡытта музыка мәктәбендә Тәлғәт Мөхәррәм улы Нуриев етәкселегендә ҡурайҙа уйнау серҙәренә төшөндөм.

Йәйге каникулға олатайымдарға Үрге Таш ауылына ҡайта торғайныҡ. Уйнап-һикерәңләп, йылға буйында ҡомда ҡыҙынып ятырға тура килмәне беҙгә. 13 йәштән бесән сабырға өйрәтте ҡартатай. Икешәр аҙналап ҡыуыш ҡороп бесәнлектә йәшәнек. Бакуйға алдан беҙҙе, малайҙарҙы, төшөрөп ебәрә лә, үҙе үксәгә баҫа яҙып арттан ҡыуалай, салғыһы шыжлап ҡына тора. Кипкән бесәнде ағас тырма менән тырматып күбәләр өйөү, аҙаҡ уларҙы тарттырғас, ағас күкрәк, ос һәнәктәре менән кәбәндәр ҡоя торғайныҡ. Хеҙмәткә йәштән ылыҡтырып үҫтерҙе олатай, шуға ла бөгөнгө көндә уны ныҡ хөрмәтләйбеҙ.

Мәктәпкәсә йәштә атайым Рәфис Абдрафиҡ улының эш урынына йыш йөрөнөк. Кирза итек кейгән, формалағы өлкән ағайҙарға ҡарап һоҡлана инек. Ул замандар бик күңелле булып иҫтә ҡалған, сөнки Ҡыш бабай булып кейенеп янғын һүндереүселәр Яңы йыл байрамдарын уҙғарыуҙа, ғөмүмән, ижтимағи тормошта, концерттар ойоштороуҙа, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша ине. Өлкәндәр беҙҙең характер формалашыуын ҡарап йөрөгәндер инде, йәш ваҡыт, адреналин ҡайнап тора, атайым ошо һөнәрҙе һайлауға күндерҙе. (Йылдар үткәс мин уға рәхмәтемде йыш белдерәм). 1994 йылда Екатеринбург ҡалаһындағы хәрби училищеға тиң уҡыу йортона - янғын һүндереү техник училищеһына   уҡырға индем. Аҙаҡтан ситтән тороп Мәскәүҙәге Янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәте академияһын тамамланым, янғын хәүефһеҙлеге буйынса инженер һөнәрен үҙләштерҙем, белемемде камиллаштырҙым.

  • Уҡыуы еңел бирелдеме?
  • Бер генә һан килтерәм: уҡырға ингән 220 курсанттың 150-һенә генә диплом алырға яҙҙы. Дисциплина тәртибен боҙған, ауырлыҡтарға түҙмәгән, белем буйынса өлгәшмәгәндәр уҡыуҙы ташланы. Ә бына ҡурайҙа уйнай белеүем миңә хеҙмәттә ярҙам итте. Уҡыу йортоноң оркестрында тынлы инструментта уйнауҙы тиҙ үҙләштерҙем, ҡаланың төрлө мәҙәни сараларында йыш сығыш яһай торғайныҡ.

 

“Беҙгә хеҙмәткә килгәндең бик һирәге эшкә яраҡлы тип табыла”

  • Һеҙҙең һөнәрҙе геройлыҡ менән бәйләп ҡарау бар.
  • Янғын һүндереүсе үҙенең тормошон был һөнәр менән бәйләгән икән, тимәк, ул намыҫ ҡушыуы буйынса эшләгән. Беҙгә эшкә килгәндәрҙең тик яҡшы сифаттарға эйәләре генә тороп ҡала, кире холоҡло, алама ғәҙәтлеләре китә. Ҡулға шырау ҡаҙалһа, урыны эренләп, тире шырауҙы организмдан ситкә этәрә бит, шуның һымаҡ. Эшебеҙ физик яҡтан да, психологик яҡтан да ауыр. Сөнки кеше ғүмере өсөн көрәшәбеҙ. Янғында бер-беребеҙгә иңгә-иң ҡуйып ярҙам итәбеҙ, кемделер тартып сығарабыҙ. Көндәлек тормошта ла беҙ берҙәм, ғаиләләребеҙ менән йөрөшәбеҙ, дуҫ йәшәйбеҙ, проблемаларҙы ла уртаҡ хәл итәбеҙ, байрамдарҙа ла бергә күмәкләп күңел асабыҙ. Тағы ла шуны әйтеп үтер инем: тик беҙҙең структурала эшләгәндәр араһында ысын дуҫлыҡ, туғанлыҡ тойғоһо көслө. Рәсәйҙең ниндәй генә төбәгендә ҡотҡарыусы үҙе ярҙамға мохтаж булһа, хеҙмәттәштәре уны урамда ҡалдырмаясаҡ, ярҙам ҡулы һуҙасаҡ. Минең яуаплылыҡҡа Мәләүез, Күмертау ҡалаһындағы, Ермолаево, Мораҡ, Федоровка ауылдарындағы, Көйөргәҙе районындағы Маяҡ ҡасабаһындағы, Күмертау авиация етештереүсе предприятиеһындағы янғын һүндереү часы һәм ике айырым пост инә. Тәүлегенә 60 кеше хеҙмәткә баҫа.

“Яңышлыҡтарҙы ғәфү итмәй был һөнәр”

  • Эш ваҡытында һеҙҙә ҡурҡыу хисе бармы? Әллә уның тураһында уйлап тороға ваҡытығыҙ ҡалмаймы?
  • Ҡурҡыу хисе кешене бер ҡасан да ташламай. Сөнки ул тәбиғи хис. Йылдар уҙған һайын уның төрө генә үҙгәрә. Стресҡа ҡарата иммунитет барлыҡҡа килә. Һалҡын ҡанлылыҡ арта. Кеше был һөнәрҙе һайлаған ваҡытта уҡ хәүеф һәм фажиғәләр эсендә ҡайнаясағын аңларға тейеш. Эшләй башлаған ваҡытта һин дөрләп янған уттан ҡурҡаһың, юғары ҡатҡа баҫҡыс менән менеү ҙә уйын эш түгел икәнен аңлайһың. Хәҙер мин, иң беренсе сиратта, командам өсөн ҡурҡам. Уларҙың һәр береһенең өйҙәренә ғаиләләренә имен ҡайтыуы өсөн яуаплымын.
  • Янғындар йылдың ҡайһы миҙгелендә күберәк сыға? Эш тәжрибәгеҙ байтаҡ, ни эшләптер элегерәк янғындар әҙерәк сыҡҡан һымаҡ тойола, миңә ҡалһа.
  • Күбеһенсә “ҡыҙыл әтәс” яҙ һәм һәм йәй көнө әүҙемләшә. Быға баҡсала йәшәгәндәрҙең сүп-сар яндырыуы, ҡороған үләндәргә ут төртөү осраҡтары йоғонто яһай. Элегерәк тә янғындар йыш булды, ул осорҙа кәрәҙле кеҫә телефоны юҡлығы арҡаһында киң мәғлүмәт саралары ул тиклем яҡтыртмағандыр. Климат та йылы яҡҡа үҙгәрә. Миҫалға, былтыр Ҡара диңгеҙ яғына ял итергә барҙым - унда   - 20 градус , ә Башҡортостанда термометр 40-ҡа яҡынлашҡан.

 

  • Зат-ырыуығыҙҙа өсөнсө быуын янғын һүндереү эшенә бағышлаған, тип әйтеп киткәйнегеҙ, Улар тураһында һөйләп үтһәгеҙсе. Ғүмерегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып эшләйһегеҙ. Быны яҡындарығыҙ нисек ҡабул итә?
  • Ҡартатайым Абдрафиҡ Әбүбәкер улы бер нисә тиҫтә йыл ғүмерен ошо эшкә бағышлаған, оптимист рухлы , ошо көндәрҙә уға 94 йәш тула. Минән тыш тағы бер нисә ейәне уның һөнәренә тоғро. Миҫалға, өлкән лейтенант Юлай Ғарифуллин - Күмертау ҡалаһының 46-сы янғын һүндереү часында ҡарауыл начальнигы, лейтенант Динис Ғарифуллин - Мәләүез ҡалаһының 50-се янғын һүндереү часында - ҡарауыл начальнигы, ике туғаныбыҙ  майор Марат Динисламов  Салауат ҡалаһында янғын һүндереү часында янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлеге начальнигы урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Атайым Рәфис Абдрафиҡ улы (әйткәндәй, ул майор дәрәжәһендә хаҡлы ялға китте) менән икебеҙҙең был системала эшләүгә 56 йыл. Ҡайным Әмир Ҡаҙбәков та ғүмер буйы янғын һүндереү часында эшләне. Ҡатыным Мәҙинә менән танышыуым да атай-олатайҙарҙың дуҫлығы арҡаһында килеп сыҡты. Беҙҙең эштең нескәлеге тураһында ул яҡындан белә, эштәге проблемаларҙы беҙ өйгә алып ҡайтмайбыҙ.
  • Һеҙҙең һөнәр эйәләренә ҡыйыулыҡ, дуҫлыҡ, батырлыҡ, тоғролоҡ, берҙәмлек кеүек характер һыҙаттары хас. Тәүәккәл, үҙ эшенең оҫталары булған янғын һүндереүселәргә тәрән хөрмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Бер уңайҙан һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ. Байрам көнөндә үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға сәләмәтлек, имен тормош теләйбеҙ!

Рәхмәт. Әҡлимә ИМАМОВА яҙып алды.

Һүрәттә: подполковник Рәмил Ҡунаҡбаев эш урынында.

Өс быуын Ҡунаҡбаевтар.

Автор фотоһы.

Изге һөнәрҙе - быуындан-быуынға
Изге һөнәрҙе - быуындан-быуынға
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: