Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
12 Май 2022, 10:55

Йөрәге йәш уның

Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортос­тан Республикаһы Аҙыҡ индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре, район-ҡаланың Маҡтаулы гражданы Николай Михайлович Свинолупов ошо көндәрҙә 75 йәшлек юбилейын туйланы. Николай Михайлович, юбилейығыҙ менән һеҙҙе! Һүрелмәҫ көс, дәрт, именлек теләйбеҙ һеҙгә!

Йөрәге йәш уның
Йөрәге йәш уның

Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортос­тан Республикаһы Аҙыҡ индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре, район-ҡаланың Маҡтаулы гражданы Николай Михайлович Свинолупов ошо көндәрҙә 75 йәшлек юбилейын туйланы. Дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре уның бөтә көсөн, белемен, һүнмәҫ дәртен Мәләүезгә арнауын билдәләй.

Һәр кемгә Мәләүез – үҙенеке... Николай Свинолупов уны ҡомло урамлы ҡасаба, төҙөлөп ятҡан кирбес, металл конструкциялар заводтар заманынан хәтерләй. 9-сы клас­ты тамамлағандан һуң тырыш, үткер үҫмер “Сельхозтехника” ойошмаһына токарь булып бара. Өйрәнсек булып йөрөй, ә эштән һуң уны киске мәктәп көтә, армияға алынғансы шунда эшләй.

Балтика флотында үткән 4 йылын һаман һағынып иҫкә ала: икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙҙе гиҙгән карабын, хеҙмәттәштәрен... Ватан ал­дындағы бурысын намыҫ менән үтәп ҡайта. Хеҙмәттән һуң Мәләүез һөт-консерва комбинатына эшкә урынлаша. Ябай токарь предприятиеның партком секретарына тик­лем юл үтә.

Бөгөн Николай Свинолуповтың исеме күптәргә таныш, уны оҫта етәксе булараҡ, Мәләүездә генә түгел, республиканан ситтә лә яҡшы беләләр һәм хөрмәт итәләр. Ике ҙур предприятиены етәкләгән заманды бөгөн үҙгәрештәр дәүере тибеҙ.

1982 йылда тура һүҙле, әүҙем парторгты хужа ҡулы күрмәгән комбинатҡа директор  вазифаһына тәғәйенләйҙәр.

- Мин кабинетҡа инеп ултырманым, беренсе көндән үк станокта гайка һәм болттарҙы йүнәтә башланым, комбинатта токарь ҙа, иретеп йәбештереүсе лә, слесарь ҙа юҡ. - Былай ярамай, бер генә юл – тырышып эшләргә кәрәк, тип коллективҡа мөрәжәғәт иттем,  - тип хәтерләй Николай Михайлович.

Эшселәр директорҙы тыңлай һәм 2-3 йылдан комбинатта эш гөрләй, яңы                                      цех­­­тар, ҡаҙанлыҡ, ашхана барлыҡҡа килә. Предприятие Башпотребсоюздың күсмә  Ҡы­­ҙыл байрағы менән бүләкләнә. Артабан башҡа төрлө продукция – кондитер, макарон изделиелары, минераль һыу, һыра етештереүгә күсәләр, әйткәндәй, һуңғыһы Рәсәй һәм Халыҡ-ара майҙансыҡтарҙа юғары наг­радалар яулай. Предприятие Мәләүез алкоголһеҙ һыра заводына әйләнә. 

- Мин килгәндә бында 84 кенә кеше эш­ләй ине, ә 2003 йыл­да киткәндә - 700-ҙән күберәк. 20 йылдан ашыу директор дилбегәһен тартҡанды бер генә мәҡәләгә һыйҙырып булмай, - ти Николай Свинолупов.

2003 йылда яңы бейеклек көтә уны – “Башкиравтодор” предприятиеһына етәкселеккә тәғәйенләнә. Бында ла иң баштан башларға тура килә. Ҡыҫҡа ғына осорҙа хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс ҡаплатыла, юл техникаһы барлыҡҡа килә, эшселәрҙең эш шарттары яҡшыртыла. Артта ҡалған предприятие ныҡлы уртансылар иҫәбенә сыға. 

- Мин аныҡлыҡты, тотороҡлолоҡто, ғәҙеллекте яратам. Шуның өсөн дә эшселәремә генә түгел, иң тәүге сиратта, үҙемә талапсанмын. Иң мөһиме – һәр эште төптән аңлап, төшөнөп башҡарыу.

Һәр кеше өсөн ғаилә - иң төп ҡиммәт. Айы­рыуса бер-береңде тыңлап, хәстәрләп, ышанып йәшәгәндә. Николай Михайлович менән Зинаида Владимировна бына 48 йыл инде бергә.

Берҙәм пар ул һәм ҡыҙ үҫтергән, ә өс ейә­не - улар өсөн ҙур шатлыҡ. Буш ваҡытын уңған ғаилә хужалыҡ эшенә бүлә: умарта, баҡсаны тәртиптә тота. Ошо мәшәҡәт көс һәм дәрт бирә. Улар икеһе лә район-ҡаланың Маҡтаулы граждандары. Балалары һәм ейәндәре өсөн ҡаҡшамаҫ ғаилә, йәшәү өлгөһө. 2020 йылда “За любовь и верность” миҙалы менән юҡҡа ғына бүләкләнмәгән улар.

Николай Свинолупов яҙмышын үҙе яҙған, Мәләүезе өсөн күп көс түгеп эшләгән кеше.  Николай Михайлович, юбилейығыҙ менән һеҙҙе! Һүрелмәҫ көс, дәрт, именлек һеҙгә!

Светлана ФӘЙЗУЛЛИНА.

Фото архивтан.

Йөрәге йәш уның
Йөрәге йәш уның
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: