Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
22 Август 2022, 11:15

Тормош йәме - гөл-сәскә

«Сәскәләремә көнөнә икешәр тапҡыр һыу һибәм», - ти Тәсмиә апай. Аңлаған кеше бының да күпме көс, ваҡыт һәм егәрлелек талап иткән эш икәнен белә.   

Тормош йәме - гөл-сәскә
Тормош йәме - гөл-сәскә

Бөтә ҡатын-ҡыҙ ҙа сәскә ярата, әммә уларҙы барыһы ла үҫтермәй, тигән һүҙҙәр бар, ә бына гөлдәр яратыусы Тәсмиә Мөфтәхова үҙ баҡса-ихатаһын ғына түгел хатта урамын да гүзәллеккә күмеп йәшәй. Егәрле ханым тыуҙырған матурлыҡ беҙҙе ҡапҡа тышынан уҡ ҡаршы алды, унда үҫкән аллы-гөллө сәскәләргә иғтибар итмәгән кеше юҡтыр. «Мин уларға һыу һибеп, төптәрен йомшартып ҡына ҡалмайым, һәр ҡайһыһы менән һөйләшеп тә алам. Иртән тороп сыҡҡас, баҡсамдағы ошо матурлыҡҡа ла сәләм бирергә онотмайым», - тип йылмая әңгәмәсем. Ишек алдын йәмләп үҫкән сәскәләрҙең төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамаша! Унда лобелия, төрлө төҫтәге астра, петуния, ярангөлдәр, сәскәләр батшабикәһе булған раузаларҙың да бер нисә төрө бар.

«Ауыл кешеләре ерҙә эшләмәй тора алмай ул. Бала саҡтан үҫентеләр тәрбиәләп өйрәнәбеҙ бит. Беҙ фатирҙа йәшәгән саҡта ла баҡса тоттоҡ. Үҫеп килеүсе улдарыбыҙ ҙа эшләп, ергә ерегеп үҫһен, тинек. Эштән ҡайтып әҙерәк ял итеп алғас, шунда юллана торғайныҡ», - тип хәтерләй хужабикә.

Ер эше кешенән тырышлыҡ, егәрлелек кеүек сифаттар талап итә. Бында ваҡытты дөрөҫ бүлә белергә, үҫентеләрҙе һуңға ҡалмай сәсергә, ваҡытында һирәкләргә, асыҡ түтәлгә күсереп ултыртырға өлгөрөргә кәрәк. Тәсмиә апай иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ихата, баҡса йәме булып ултырған сәскәләрен ғинуар аҙағында, февраль башында уҡ сәсә һәм йәй буйы уларҙы тәрбиәләй.

«Сәскәләремә көнөнә икешәр тапҡыр һыу һибәм», - ти ул үҙе. Аңлаған кеше бының да күпме көс, ваҡыт һәм егәрлелек талап иткән эш икәнен белә.   

Йорт хужаһы Ишмөхәмәт Ишбирҙе улы ла ҡатынының һоҡланғыс шөғөлөн үҙ итә, һәр яҡлап ярҙамлашып тора. Ике уңған тура килгәс, донъялары ла күркәм, тормоштары ла матур Мөфтәховтарҙың.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Автор фотоһы.  

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: