Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
27 Сентябрь 2022, 17:25

Бөгөн илебеҙҙә тәрбиәселәр һөнәри байрамын билдәләй

 15-се “Гүзәл” Башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәселәрен ихлас күңелдән һөнәри байрамы менән ҡотлайыҙ! Киләсәк көндәрегеҙ тик яҡшы һөҙөмтәләр, яҡшы хәбәрҙәр алып килһен, үҙегеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, донъяның именлеген теләйбеҙ!

27 сентябрҙә илебеҙҙә тәрбиәселәр һөнәри байрамын билдәләй

Ул 2004 йылда Рәсәй педагогик баҫмалар инициативаһы менән ойошторолған һәм күп кенә мәктәпкәсә белем биреү программалары авторы, балалар баҡсалары педагогтары һәм ата-әсәләр тарафынан хупланған. Дата 1863 йылда Санкт-Петербургта беренсе балалар баҡсаһы асылыуға бағышланған. Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең 2016 йылдың 18 апрелендәге күрһәтмәһе менән әлеге байрам дәүләт кимәлендә билдәләнде. Шул уңайҙан мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәрен, хеҙмәт ветерандарын, бар күңелдән һөнәри байрамдары – тәрбиәселәр көнө менән ҡотлайбыҙ. Тәрбиә хеҙмәте – ауыр һәм фиҙакәр хеҙмәт, ҙур оҫталыҡ һәм күңел йылыһы талап итә.  Балаға әхлаки тәрбиә биреү - тәрбиәсенең төп бурысы.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: