Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
1 Октябрь 2022, 13:40

Береһе өсөн береһе - терәк

Районыбыҙҙа үрнәк булырлыҡ ғаиләләр күп. Гәзит биттәрендә улар менән даими таныштырып торабыҙ, татыу ғаиләләрҙе күреп күңел һөйөнә.  Шуларҙың береһе, ҡалала йәшәгән күркәм пар - Хәнифә менән Урал Рәхимовтар  йәйге матур мәлдә 80 йәшлек ғүмер байрамын билдәләне. Улар матур ғүмер кисереп, игелекле балалар тәрбиәләп үҫтергән.

Береһе өсөн береһе - терәк
Береһе өсөн береһе - терәк

 

Был донъяла  бер-береһенә оҡшаған кешеләр бик һирәк. Тормошта ла һәр кем үҙенсә юл яра. Һәр кемдең үҙ яҙмышы.  Тик шуныһы уртаҡ: ер йөҙөнә беҙ барыбыҙ ҙа яратырға, яратылырға, оя ҡорорға, бәхетебеҙҙе табырға килгәнбеҙ.

Районыбыҙҙа үрнәк булырлыҡ ғаиләләр күп. Гәзит биттәрендә улар менән даими таныштырып торабыҙ, татыу ғаиләләрҙе күреп күңел һөйөнә.  Шуларҙың береһе, ҡалала йәшәгән күркәм пар - Хәнифә менән Урал Рәхимовтар  йәйге матур мәлдә 80 йәшлек ғүмер байрамын билдәләне. Улар матур ғүмер кисереп, игелекле балалар тәрбиәләп үҫтергән.

Хәнифә апай йәмле Нөгөш буйында урынлашҡан Эткөсөк ауылынан. 4-се класты тамамлаған ҡыҙ ҙа, буласаҡ тормош иптәше, ул ваҡытта класташы Урал да Әбет ауылынан Боһорман мәктәбенә көн дә йөрөп уҡыйҙар. Иртәле-кисле биш саҡрымдай араны йәйәү йөрөү еңел булмай. “Ҡыш көнө малайҙар осона сепрәк уралған таяҡты соляркаға манып, яндырып, юл яҡтырта ине. Өлкәнерәктәр еңелерәк кәүҙәлерәк бала-сағаны көрт ярырға алғараҡ төшөрҙө”, - тип иҫләй Хәнифә Хажғәле ҡыҙы. Заманында ыҙа сигеп белем алғанға, әлеге хәлдә Боһормандың емерек мәктәбен күреү уларҙың күңелен бошондора. “Беҙ уҡығанда мәктәп бүрәнәнән төҙөлгән ине. Класс етәксебеҙ Рим ағай Әпсәләмов армияға киткәндә зыр илап тороп ҡалдыҡ”, - тип мәктәп йылдарын хәтерләй улар.

Урал ағай мәктәпте тамамлағас, Ҡаҙағстандың Семипалатинск ҡалаһында хеҙмәт итә. Уҡытыусы булырға хыялланған Хәнифә баш ҡалаға юллана, бер аҙҙан студенттарҙы көҙгө уңыш йыйырға ебәрәләр. Әмәлгә ҡалғандай, әйләнеп ҡайтыуҙарына ятаҡһыҙ ҡала ҡыҙ. Һигеҙ бала араһында өлкәндәрҙән булғас, атаһының фатирға түләргә мөмкинлеге булмай. Кире ҡайтырға мәжбүр була ул. “Теүәл фәндәрҙе ныҡ яраттым. Тик яҙмыш еле үҙенсә иҫте”, - тип иҫләй хужабикә. 17 йәштән алып Нөгөш һыуһаҡлағысы төҙөлөшөндә ҡатнаша Хәнифә апай. “Ул урында урман шаулай ине. Гектарлап бүлеп биреп ҡырҡтыралар, тамырҙарын һөрҙөрттөләр. Ерен дә ҡаҙҙыҡ, бер эштән ҡурҡманыҡ”, -  ти апай. Гармунсы егет һөйкөмлө, сибәр класташ ҡыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмай. 1965 йылда Хәнифә апай Рәхимовтар нигеҙенә килен булып төшә. Бер-бер артлы ике балалары донъяға килә. Әлеге көндә Марс улдарына - 56, Флүргә - 49 йәш. Өлкәне  Мурманск ҡалаһында төпләнгән. Ул - балыҡсы, Норвегияға йөрөп эшләй. Ғаиләһе менән йыл да ҡайтып, атай-әсәйҙе күреп, аралашыуҙан кинәнес алып  китәләр. Бәләкәйҙәре Флүр иһә ғаиләһе менән Салауат ҡалаһында йәшәй.

Рәхимовтар ғаиләһе 1969 йылда Салауат ҡалаһына йәшәргә күсә. Ғаилә башлығы ҡаланың 5-се автобазаһына водитель булып урынлаша һәм 60 йәштә хаҡлы ялға сыҡҡансы яратҡан һөнәренә тоғро ҡала. Хәнифә апай балаҫ һуғыу цехында ла эшләй, башҡа һөнәрҙәрҙән дә ҡурҡмай. Йорт хужабикәһе ҡул эштәренә маһир, ул сиккән картиналар зауыҡ менән  йыйыштырылған фатирҙы биҙәй. Күңеленә йыйылған уй-хистәрен шиғыр итеп теҙә, күптәре заманында урындағы гәзит биттәрендә донъя күргән.

2005 йылда улар Мәләүезгә күсеп ҡайта. Хәнифә апай менән Урал ағайҙың һөйләгәнен тыңлап, уларҙың туған йәнле булғанына һоҡландым. Барлыҡ ҡусты-һеңлеләренә ярҙам ҡулы һуҙған.

Туғыҙынсы тиҫтәне пар ҡанатлы булып, балалар һәм ейәндәр хөрмәтендә ваҡлай бәхетле яҡташтарыбыҙ. Оҙаҡ йылдар тулы бәхеттә, сәләмәтлектә, именлектә йәшәргә яҙһын уларға.

 

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: