Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
28 Октябрь 2022, 15:25

Донъя йөгөн парлап тартыу еңел, йәнәшәңдә булһа үҙ кешең

Был тарих - сабыр һәм аҡыллы кешеләр яҙмышы. Күп ауырлыҡ һәм һынау кисереп тә, түҙмәҫ ерҙә түҙеп, бөгөлөп төшөр саҡта бөгөлмәй, һыныр урында һынмай ҡала алған башҡорт ҡатыны һәм уның тормошона өмөт һәм ышаныс өҫтәп, ғүмер юлын бергә үтер  мәңгелек йәр булып килеп ингән көслө зат хаҡында булыр.  

Ҡырҡ сырағын ҡабыҙа ҡатын-ҡыҙ...

Гөлниса Райманова 1940 йылдың 10 июлендә Һыртлан ауылында йәшәгән 13 балалы ғаиләлә донъяға килә. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙың бар михнәтен үҙ башынан үткәрә. «Мәктәптә уҡыу бәхете эләкмәне миңә, балам, ни бары дүрт класс ҡына белемем бар», - ти ул үҫмер сағын иҫләп. Атаһы Ҡотләхмәт Бөйөк Ватан һуғышына алынған саҡта ул ни бары бер генә йәшлек сабый булып тороп ҡала. Ғәзиз кешеһе яу ҡырынан яраланып ҡайта, һуңынан хеҙмәт лагерына ебәрелә. «Әсәй көн буйы ҡырҙа эштә саҡта беҙ йорт-ҡураға күҙ-ҡолаҡ булдыҡ. Уның ҡайтыуына күп итеп үлән йыйып ҡуябыҙ ҙа, шунан нимә булһа ла бешерә торғайныҡ. Ашау яғы наҡыҫ булғас, үлән ашап үҫтек инде», - тип йыраҡта тороп ҡалған күңелһеҙ хәтирәләрен барлай инәй...

Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 43-сө һанында уҡығыҙ.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: