Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
9 Декабрь 2022, 15:25

Тормош көтөү йылға кисеү түгел

Был донъяла кешегә ҡыуаныс кисереү, күңел бөтөнлөгө тойоу өсөн  күп тә кәрәк түгел, ни бары бер йылы ҡараш менән яғымлы һүҙ ҙә етә. Нөгөш ауылында ғүмер кисергән аҡһаҡал, ошо көндәрҙә үҙенең туҡһанынсы ҡышына ингән Мәхийән Рыҫҡолов та беҙҙе ҡыуанып ҡаршы алды. Оло ҡунаҡтай күреп, байтаҡ ваҡыт ҡайҙа ултыртып, ни эшләтергә белмәй албырғаны олатай. Өй эсе иһә тәҙрәнән төшкән ҡояш нурҙарынан ғына түгел, уның йылмайыуынан, күҙҙәрендә уйнаған осҡондан яҡтырып киткәндәй булды.

Тормош көтөү йылға кисеү түгел
Тормош көтөү йылға кисеү түгел

Был донъяла кешегә ҡыуаныс кисереү, күңел бөтөнлөгө тойоу өсөн  күп тә кәрәк түгел, ни бары бер йылы ҡараш менән яғымлы һүҙ ҙә етә.

Нөгөш ауылында ғүмер кисергән аҡһаҡал, ошо көндәрҙә үҙенең туҡһанынсы ҡышына ингән Мәхийән Рыҫҡолов та беҙҙе ҡыуанып ҡаршы алды. Оло ҡунаҡтай күреп, байтаҡ ваҡыт ҡайҙа ултыртып, ни эшләтергә белмәй албырғаны олатай. Өй эсе иһә тәҙрәнән төшкән ҡояш нурҙарынан ғына түгел, уның йылмайыуынан, күҙҙәрендә уйнаған осҡондан яҡтырып киткәндәй булды.

«Һынауҙар ауыр булһа ла, улар беҙҙе һындыра алманы» 

1932 йылдың 1 декабрендә Үрге Таш ауылында тыуған Мәхийән Фазлетдин улының бар ғүмере Нөгөш ауылы менән бәйле. Һуғыш осоро балаһы булараҡ, ауыр замандың бөтә ҡыйынлығын үҙ иңендә күтәрергә тура килә уға.

  • Тамаҡ яғы бик насар булды, үлән йыйып алып ҡайтып, серек картуф ашап үҫтек бит беҙ, ҡыҙым, - тип хәтерләй ул йылдарын Мәхийән бабай. Һыйыр егеп ер һөрөп, баҫыуҙа иген сәсергә, техника башҡарырға тейеш ауыр эште ҡул менән эшләргә тура килгәндә, тамағы ашҡа туймай йөрөгән үҫмер ҡайҙан көс тапҡандыр ҙа, нисек итеп ололар менән бер сафта һынатмай тырышҡандыр? Улар йәшәгән ҡатмарлы осорҙо китаптарҙан уҡып, киноларҙан ғына күреп белгән беҙҙең быуын кешеләренә быны күҙ алдына килтереү, әлбиттә, бик ҡыйын.      

Уҡыу бәхете теймәһә лә, эш бәхете мул төшә

Мәктәпте тамамлау ҙа насип булмай уға, ни бары 4 класс белем алып өлгөрә. «Сталин кем тигән һорауға батша тип яуап биргәйнем, кластан ҡыуып сығарҙылар ҙа, киләһе йылға күсермәнеләр ҙә ҡуйҙылар», - ти олатай, тәртип тә, ҡанундар ҙа ҡаты булған заманды хәтерләп...

 

Мәҡәлә тулыһынса гәзиттең 49-сы һанында баҫылды.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: