ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
9 Декабрь 2022, 15:40

Тормош мөхәббәткә һәм хөрмәткә ҡоролһа

«Ғаилә бер-береңде аңлап һәм хөрмәт итеп йәшәгәндә генә һаҡлана», - тип оҙатып ҡалды Манаевтар беҙҙе. Уларҙың был һүҙҙәре тормош ҡорорға йыйынған йәштәргә кәңәш булып барып етһен, яҡташтарыбыҙҙы алда тағы оҙаҡ йылдар парлы ғүмер көтһөн.

Тормош мөхәббәткә һәм хөрмәткә ҡоролһа
Тормош мөхәббәткә һәм хөрмәткә ҡоролһа

Ярты быуат ғүмерҙе бергә кисергәндә төрлө саҡтар булалыр. Мөхәббәткә ҡоролған ғаиләне һаҡлап ҡалыу өсөн бер-береңә ҡарата ихтирам һәм сабырлыҡ та кәрәк, тормошта осраған һынауҙарҙы түҙемлек менән үткәреү, шатлыҡта ғына түгел, ҡайғы-хәсрәт килгәндә лә, һөйгәнеңдең күңел кисерештәрен тойоу мөһимдер.

Корнеевка ауылында илле йыл парлы йәшәгән Анна һәм Николай Манаевтар - ғүмерҙәрен ауылға бәйләгән тырыш ғаиләләрҙең береһе.

Мәҡәлә гәзиттең 49-сы һанында баҫылды.

 

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: