Конгэк
+18 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
29 Декабрь 2022, 16:40

Йыл хужаһының кәйефен ҡырмайыҡ

Тәмлелеге! Йыл хужаһының кәйефен ҡырмайыҡ Яңы йыл символы булған ҡуяндың күңелен күрер өсөн табынға ниндәй ризыҡ әҙерләргә? Беренсе сиратта, йәнлек яратҡан йәшелсә (кишер, ҡыяр, кәбеҫтә, помидор, сөгөлдөр, ҡабаҡ) һәм үлән өҫтәлдә күп булырға тейеш. Һеҙҙең ҡарамаҡҡа бер нисә турама тәҡдим итәбеҙ. “Елкән” турамаһы өсөн ыҫланған тауыҡ ите, корейса кишер, кукуруз, йомортҡа, чипсы һәм майонез кәрәк буласаҡ. Һауытҡа ингредиенттарҙы яҙылған тәртиптә ҡатлап һалабыҙ, һәр ҡат һайын майонез һөртөргә кәрәк. Табынға сығарыр алдынан ғына турама өҫтөнә чипсыны ваҡлап һибергә онотмағыҙ. “Кишер” турамаһы өсөн кәрәк: ике йомортҡа, бешкән тауыҡ ите - 200, картуф - 300, ҡаты сыр - 100, маринадланған ҡыяр- 300, кишер - 300, һуған - 150, майонез - 250 грамм. Кишер менән картуфты, йомортҡаны бешереп һыуытабыҙ. Һуғанды ваҡлап турағандан һуң, шәкәр һәм аҙ ғына һеркә өҫтәп болғап, 20 минут тирәһе маринадлайбыҙ. Йомортҡаны, картуфты ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Тәрилкәгә туралған картуфты кишер формаһында һалабыҙ, бер аҙ тоҙ ҡушып майонез һылайбыҙ, унан һуң ҡырылған ҡыяр, ваҡлап туралған тауыҡ ите, маринадланған һуған, ҡырылған сыр, йомортҡа һалабыҙ. Һәр ҡат һайын майонез һөртөргә онотмағыҙ. Иң һуңынан ҡырылған кишер менән формаға килтергәс, петрушка япрағы менән биҙәйбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!   Тиҙ әҙерләнә тоған салат та Яңы йыл символының күңеленә хуш килер. Уның өсөн 200-әр грамм консерваланған ананас, голланд сыры, өс тырнаҡ һарымһаҡ һәм тәменә ҡарап майонез кәрәк була. Һарымһаҡты әрсеп, ваҡ ҡына турайбыҙ, сырҙы ҡырып, һутын һарҡытҡандан һуң консервалағы ананасты турайбыҙ һәм майонез менән болғатабыҙ. Өҫтәлгә бирер алдынан укроп, петрушка япрағы менән биҙәргә онотмағыҙ.  

Йыл хужаһының кәйефен ҡырмайыҡ
Йыл хужаһының кәйефен ҡырмайыҡ

 

Йыл хужаһының кәйефен ҡырмайыҡ

Яңы йыл символы булған ҡуяндың күңелен күрер өсөн табынға ниндәй ризыҡ әҙерләргә? Беренсе сиратта, йәнлек яратҡан йәшелсә (кишер, ҡыяр, кәбеҫтә, помидор, сөгөлдөр, ҡабаҡ) һәм үлән өҫтәлдә күп булырға тейеш. Һеҙҙең ҡарамаҡҡа бер нисә турама тәҡдим итәбеҙ.

“Елкән” турамаһы өсөн ыҫланған тауыҡ ите, корейса кишер, кукуруз, йомортҡа, чипсы һәм майонез кәрәк буласаҡ.

Һауытҡа ингредиенттарҙы яҙылған тәртиптә ҡатлап һалабыҙ, һәр ҡат һайын майонез һөртөргә кәрәк. Табынға сығарыр алдынан ғына турама өҫтөнә чипсыны ваҡлап һибергә онотмағыҙ.

“Кишер” турамаһы өсөн кәрәк: ике йомортҡа, бешкән тауыҡ ите - 200, картуф - 300, ҡаты сыр - 100, маринадланған ҡыяр- 300, кишер - 300, һуған - 150, майонез - 250 грамм.

Кишер менән картуфты, йомортҡаны бешереп һыуытабыҙ. Һуғанды ваҡлап турағандан һуң, шәкәр һәм аҙ ғына һеркә өҫтәп болғап, 20 минут тирәһе маринадлайбыҙ. Йомортҡаны, картуфты ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Тәрилкәгә туралған картуфты кишер формаһында һалабыҙ, бер аҙ тоҙ ҡушып майонез һылайбыҙ, унан һуң ҡырылған ҡыяр, ваҡлап туралған тауыҡ ите, маринадланған һуған, ҡырылған сыр, йомортҡа һалабыҙ. Һәр ҡат һайын майонез һөртөргә онотмағыҙ. Иң һуңынан ҡырылған кишер менән формаға килтергәс, петрушка япрағы менән биҙәйбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!

 

Тиҙ әҙерләнә тоған салат та Яңы йыл символының күңеленә хуш килер.

Уның өсөн 200-әр грамм консерваланған ананас, голланд сыры, өс тырнаҡ һарымһаҡ һәм тәменә ҡарап майонез кәрәк була. Һарымһаҡты әрсеп, ваҡ ҡына турайбыҙ, сырҙы ҡырып, һутын һарҡытҡандан һуң консервалағы ананасты турайбыҙ һәм майонез менән болғатабыҙ. Өҫтәлгә бирер алдынан укроп, петрушка япрағы менән биҙәргә онотмағыҙ.

 

Йыл хужаһының кәйефен ҡырмайыҡ
Йыл хужаһының кәйефен ҡырмайыҡ
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: