Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
1 Ғинуар 2023, 13:15

Ләйсән Йосопбаева: «Кеше күңелен аңлау мөһим»

- Кеше менән эшләү еңел түгел, уларҙың тормош юлын байҡау, һөйләгәндәренән сығып ниндәйҙер һығымта яһау, артабан йәшәргә дөрөҫ йүнәлеш биреү өсөн белем һәм тәжрибәнән тыш көс, сабырлыҡ һәм рух ныҡлығы ла талап ителә, - ти белгес үҙ хеҙмәте менән таныштырып.

Ләйсән Йосопбаева: «Кеше күңелен аңлау мөһим»
Ләйсән Йосопбаева: «Кеше күңелен аңлау мөһим»

Оҙаҡ йылдар дауамында бухгалтер булып эшләгән Ләйсән Йосопбаева был өлкә менән 2001 йылда, улы тыуғас, ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. «Әсә кеше булараҡ, баламды тәрбиәләүҙә хаталар ебәреүҙән ҡурҡыу тойғоһо психологияны тәрәнерәк өйрәнергә этәргәндер, моғайын», - ти ул. Кешеләр менән аралашыуға ҡоролған сауҙа өлкәһендә эшләүе лә быға этәргес булғандыр. «Берәүҙең тауарын бик теләп алһалар, икенселәрҙекен арзан хаҡҡа ла һатып алыусы булмауына иғтибар итә инем. Йәш кенә кешеләрҙең «һүнгән» ҡарашы менән осрашҡанда, ғүмер көҙөнә инеп барған оло йәштәгеләрҙең осҡон сәскән күҙҙәрен күреү ҙә уйға һала торғайны»,- туранан-тура кеше күңеленә илткән юл башын бөгөн ошолай хәтерләй Ләйсән. Ул осорҙа үҙе лә бала ҡарау мәшәҡәтенән, күп эшләүҙән, тынғыһыҙлыҡтан арып киткән була...

 

Мәҡәләне гәзиттең 52-се һанында уҡығыҙ. 

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: